Шаяртыуҙы төрлөсә ҡабул итергә була. Ҡайһы берәүҙәре йөрәкте туҡтата яҙа. Эштән һуң өләсәйемә барҙым да, ҡайтып барам. Әлибаев урамы буйлап күтәрелеп киләм. Сәғәт туғыҙ тирәһе булһа ла, машиналар ғына ара-тирә үтә, кешеләр күренмәй. Ә миңә ҡараңғы тыҡрыҡҡа боролорға. Ғәҙәттә мин ҡурҡмай торғайным. Ә был юлы ниңәлер шомло. Тыҡрыҡҡа боролғас артымдан кемдеңдер килеүен ишетеп ҡалдым. Мин аҙымдарымды шәбәйттем. Арттан килеүсенең дә шәбәйеүен һиҙәм. Мин йүгерә-атлай башланым. Шул саҡ арттан: “Ҡыуып етеп барам”,-тигән ҡурҡыныс тауыш ишеттем. Ҡотом осоп йүгереп киттем. Арттан килгән ир ҙә йүгерә башланы. Бына миңә яҡынлашты, мин ҡурҡышымдан күҙҙәремде йомдом. Ә ул: “Ҡыуып еттем һәм үтеп тә киттем”,-тип шарҡылдап көлдө лә, артабан китте. Ә мин бер килке тын да ала алмай бер урында торҙом, йөрәгем сығырҙай булып тибә. Кешеләр, бына шундай шаяртыу буламы инде?!