Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
31 Ғинуар 2021, 13:05

Улымдан ... оялам

Аҡсаға һатып алынған музыка ҡоралының тик тороуы асыуымды ҡабартты. Улымдың бүлмәһенә ингән һайын уны аҡсаны бушҡа туҙҙырыуҙа ғәйепләп әрләнем...

Улыма өс йыл элек гитара һатып алдырҙы. Тик уның бер ҡасан да уйнарға өйрәнгәнен күргәнем булманы. Аҡсаға һатып алынған музыка ҡоралының тик тороуы асыуымды ҡабартты. Улымдың бүлмәһенә ингән һайын уны аҡсаны бушҡа туҙҙырыуҙа ғәйепләп әрләнем. Кәйефем булмаған һайын шул гитара арҡаһында балама ҡысҡырҙым. Бер көн төшкөһөн ҡайттым да, башым ауыртҡас эшкә бармай бүлмәмә инеп яттым. Улым мине эшкә киткән тип уйланы, күрәһең, гитарала уйнай башланы. Ул төрлө йырҙарҙы оҫта итеп башҡарҙы. Ә мин өс йыл буйы баламды буштан-бушҡа рәнйеткәнемде аңлап әле лә нимә эшләргә белмәйем.

Читайте нас: