Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
31 Ғинуар 2021, 18:20

Иремдән ... туҡматам!

Биш минут та үтмәне беҙҙең янға сит ил машинаһында 30 йәштәр тирәһендәге ханым килеп туҡтаны. Машинаһынан йүгереп килеп сыҡты ла беҙгә аҡыра башланы...

Ҡатын-ҡыҙҙы руль артына ултыртырға ярамай, тигән һүҙҙәр хаҡтыр тип тә уйлап ҡуям. Күп фатирлы йорттоң алдына килдек тә, машинабыҙҙы буш урынға ҡуйып, дуҫыбыҙҙы көтә башланыҡ. Ул ауыр сумкаларын өләсәһенә алып барырға тейеш ине. Биш минут та үтмәне беҙҙең янға сит ил машинаһында 30 йәштәр тирәһендәге ханым килеп туҡтаны. Машинаһынан йүгереп килеп сыҡты ла беҙгә аҡыра башланы: “Китегеҙ был урындан, был урын беҙҙеке, бында һәр саҡ беҙҙең машина тора”.

Тегегә хәҙер дуҫыбыҙ сыҡҡас та китәсәгебеҙҙе белдерәбеҙ. Аҡыллы кеше аңларға тейеш бит инде. Ә был ҡатын машинаһына ултырҙы ла беҙҙең юлды ҡаплап килеп торҙо. “Хәҙер минең ирем сығып һеҙҙең кәрәгегеҙҙе бирәсәк!”,-тине лә шылтырата башланы. Беҙ дуҫым менән бер-беребеҙгә ҡарап ҡуйҙыҡ. Шул ғына етмәгәйне! Беҙ ныҡ ҡабаланабыҙ. Дуҫыбыҙ сығыу менән уның сумкаларын тейәп тиҙерәк ауылға осоу ине уй. Ярай, беҙ өсәү, һуғышырға тура килһә, бирешмәҫбеҙ, тип уйлап ҡуйҙым. Тиҙҙән ҡатындың ире килеп сыҡты ла: “Ниндәй проблема, егеттәр?”-тип һораны. Беҙ барыһын да аңлатып бирҙек. Уның ҡарашынан ҡатыны ни тиклем уны ҡаҡшатып бөткәнен аңланыҡ. Ир ханымдың ҡулынан асҡысты тартып алды ла, машинаны икенсе буш урынға алып барып ҡуйҙы. Ҡатынға өндәшмәй генә подъезға инеп киткән иренә эйәрергә генә тура килде.

Читайте нас: