Һаҡмар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
27 Ғинуар 2021, 23:35

Үгәй әсә сихыры

Бер көн уйламаған ерҙәге сөйгә төкөп башым туҡтамаҫтан ҡанап алып киткәс, өләсәйемдең бөтөнләй ҡото осто. Фельдшер йүгереп килеп, йәрәхәтте ҡарап, бәйләп китте. Өләсәйемә сәй эсергә ингән күрше ҡарсыҡ: “Был тиккә түгел, уйламаған ерҙән ауырып, ҡолап тик йөрөй ейәнең. Һин уны Нәстәгә алып бар”,-тине...

Бала саҡта мин бик йыш ауырыным. Ул ғына етмәгән, тигеҙ ерҙә эләгеп ҡолап тик йөрөнөм. Өләсәйем мине йәлләп дауаханаға алып бара, үҙенсә дауалай ине. Тик мәктәпкә барып бер аҙна уҡыһам, ике аҙнаһын йортта үткәрер инем ауырып. Өләсәйем күрше ҡарсыҡҡа: “Бала һаман ҡайғырып ауырыйҙыр инде”,-тигәнен ишетеп ҡалдым. Ҡайҙан инде, миңә киреһенсә ауылда шул тиклем рәхәт ине. Атайым менән әсәйем талашыуҙан туҡтаманы, һуңынан айырылышып ҡуйҙы. Мин кем менән йәшәргә тейеш, тип тартҡылаша башлағастар, өләсәйем мине үҙенә алып ҡайтып китте. Уның менән икәүләп кенә тыныслыҡта йәшәүе бик оҡшай ине, әммә йыш ауырый башланым.

Бер көн уйламаған ерҙәге сөйгә төкөп башым туҡтамаҫтан ҡанап алып киткәс, өләсәйемдең бөтөнләй ҡото осто. Фельдшер йүгереп килеп, йәрәхәтте ҡарап, бәйләп китте. Өләсәйемә сәй эсергә ингән күрше ҡарсыҡ: “Был тиккә түгел, уйламаған ерҙән ауырып, ҡолап тик йөрөй ейәнең. Һин уны Нәстәгә алып бар”,-тине.

Икенсе көн бар кеше баба Настя тип йөрөткән әбейгә киттек. Мин генә түгел, өләсәйем дә ҡурҡа-ҡурҡа өйгә индек. Унда ниндәйҙер үлән һәм яңы бешкән икмәк еҫе таралған. “Нимә иҫкәртмәйенсә килдегеҙ”-тине әбей ризаһыҙ ғына. Өләсәйем: “Килмәҫ инек, бынау бала ауырый ҙа китә бит”,-тип яуаплаған булды. Әбей миңә ҡарамайынса ла: “Ә нимәгә быға аптырарға? Малайға сихыр һалынған. Кейәүең улы ситтә үҫеүгә ҡайғыра, балаһын янына алғыһы килә. Яңы ҡатыны быға ҡаршы, шуға күрә малайға үлемгә сихыр һалдырған”,-тине.

Ҡот осҡос хәбәрҙе баба Настя ғәҙәти хәл кеүек һөйләп бирҙе. Ошонан һуң беҙ өләсәйем менән бер аҙна буйы әбейгә йөрөнөк. Баба Настя ниҙер уҡына башлау менән мин йоҡлай ҙа китә торғайным. Бынан һуң мин ауырымай, төкөмәй-ҡоламай башланым. Егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә атайымдың ҡатынын аңлай алмайым. Баланы үлемгә еткереү кеүек оло гонаһты нисек күтәрә алды икән ул? Улар менән бөтөнләй аралашмайым.

Читайте нас в