Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
7 Ғинуар 2021, 17:33

Минме әллә ҡарбузмы?

Һатыусы: “Үзбәкстандан”,-тине. Ҡатын тегегә ышанмай, һаман ҡуймай: “Алдама, һинең үзбәк түгел икәнлеген күренеп тора”,-тине. Ир бынан ялҡып китте, шикелле...

Ҡайһы саҡта Яңы йыл алдынан магазиндарға, баҙарҙарға уйламаған емеш-еләк килеп тула. Мин дә шулай Өфө баҙарында йөрөп ятҡанда, ҡауын һатып торған бер ирҙе күреп ҡалдым. Янына барҙым да, алырғамы-юҡмы тип уйланып торам. Шул саҡ бер ҡатын килде лә, ҡауынды ҡайҙан алып килгәндәрен һораша башланы. Һатыусы: “Үзбәкстандан”,-тине. Ҡатын тегегә ышанмай, һаман ҡуймай: “Алдама, һинең үзбәк түгел икәнлеген күренеп тора”,-тине. Ир бынан ялҡып китте, шикелле. Ҡатынға яҡын уҡ барҙы ла: “Ҡара әле, һиңә мин кәрәкме, әллә ҡауынмы? Мин нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһам – хәҙер эшемде ташлайым да...”-тигәйне һатып алыусы юҡҡа сыҡты. Ҡатындың бәхәсе нимә менән барып бөтәсәген көтөп торған сират та таралып бөттө шул.

Читайте нас: