Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
6 Ғинуар 2021, 21:50

Мин һине һыйлармын...

Икенсе юл да бар: мин һеҙҙе кофе менән һыйлайым”. Тегенең ауыҙы йырылып китте. “Кофе, тәк, кофе”,-ти күҙҙәрен майландырып...

Ял көндәрендә әхирәттәрем менән оҙаҡ ултырып ташлаһаҡ такси ялларға тура килә. Сөнки мин алыҫ йәшәйем, ҡараңғыла йәйәүләп ҡайтып барыуы ла ҡурҡыныс. Бер кис шулай таксиға ултырғас аҡсам юҡлығын аңланым. Водителгә ҡарайым. Урта йәштәр самаһындағы ир. Тегегә: “Мин аҡса алырға онотҡанмын. Әгәр көтөп торһағыҙ сығарып бирермен. Икенсе юл да бар: мин һеҙҙе кофе менән һыйлайым”. Тегенең ауыҙы йырылып китте. “Кофе, тәк, кофе”,-ти күҙҙәрен майландырып. Йортом эргәһенә барып еткәс туҡтатыуын һораным да, сумканан бер мәртәбә яһап эсерлек ике кофе ҡапсығын тотторҙом. Таксист шаңҡып ултырғансы өйөмә йүгереп инеп тә киттем.

Читайте нас в