+2 °С
Ҡар
Интернетта теләһәм нәмә бигерәк күп. Минең таныштың улы “Мин нисә йәштә үләм?” тигән тест эшләп ҡараған. Шундай ҙа нәмә бар икән. Тест 31 йәштә тип күрһәткән. “Шунан һуң улым тамам үҙгәрҙе. Берсә буштан-бушҡа шатланып йөрөй, берсә үҙенә йомола, эсә башланы. Бер ҡасан да ауырымай торғайны, хәҙер ул-был ере һыҙлай башланы”,-тип көйә танышым. Йәш егетте бигерәк йәл. Күрәһең, был тестҡа ышанып, хәҙер үҙен-үҙе бөтөрәлер инде. “Самовнушение” тигән нәмә лә бар бит. Һаҡ булығыҙ инде!