Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
5 Ғинуар 2021, 21:10

Тормош туҡтағандай булды..

Мин, әлбиттә, уларға ышандым. Әхирәттәрем әйткән егеттең янына барып, уның телефонын һораным. Егет миңә аҡайған күҙҙәре менән ҡарап, рәхәтләнеп һүгенде. Миңә бик ҡыйын булды...

Үҙемде күпме беләм – һимеҙмен. Үҫмер осорона еткәс, төрлө диеталарҙа ултыра башланым, спорт менән шөғөлләндем. Тик бер нәмә лә ярҙам итмәне. Ҡул һелтәйһең дә, тағы күберәк ашайһың. Колледжда уҡый башлағас, ике ҡыҙ менән дуҫлашып киттек. Уларҙың мине нисек бар, шулай ҡабул итеүе бик ҡыуандырҙы. Сөнки быға тиклем дуҫтарым булманы. Мәктәптә лә, колледжда ла минең һимеҙлегемдән барыһы ла көлә ине. Бер көн әхирәттәрем миңә: “Һимеҙҙәр өсөн төрлө шоуҙарҙы күргәнең бармы? Улар бит үҙенең тәненән оялмай, шуға күрә матур булып күренәләр. Һинең үҙеңә ышанысың юҡ. Бар проблемаларың шунан килә. Шуға күрә һиңә психологтар кәңәш иткән бер экспериментты эшләп ҡарар кәрәк”,-тине.

Мин, әлбиттә, уларға ышандым. Әхирәттәрем әйткән егеттең янына барып, уның телефонын һораным. Егет миңә аҡайған күҙҙәре менән ҡарап, рәхәтләнеп һүгенде. Миңә бик ҡыйын булды. Уның ҡарауы, әхирәттәрем барыһын да ситтән күҙәтеп, рәхәтләнеп көлә ине. Һөҙөмтәлә, улар мине яндарында үҙҙәре матурыраҡ булып күренеү һәм минән мыҫҡыл итеү өсөн генә алып йөрөүҙәрен белдерҙе. Етмәһә, егеттең янына барып телефон һорағанымды видеоға төшөрөп алғандар. Бәлки, минең шул тиклем кәмһетелеүем хәҙер интернет селтәрендә йөрөйҙөр. Ни өсөн кешеләр шул тиклем уҫал була икән? Уларға көлкө, ә минең өсөн тормош туҡтағандай булды.

Читайте нас: