Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
1 Ғинуар 2021, 02:00

Упҡынға бер аҙым ҡалғанда...

Ҡатынын көнләшеүҙән сыҙамаған Сабит эштән иртәрәк ҡайтып балдыҙына йүнәлде. Өҫтәл тулы һый, өй тулы ир-егетте күреп шашынып китте. Уны көскә тынысландырҙылар. Һәүетемсә ҡунаҡ булып ҡайттылар. Ҡыҙмаса булып алған Сабиттың күҙ алдынан Сәбиләһенең хыянаты, хәҙер инде Нисаның алдашыуы китмәне. Ул туҙына башланы, ҡатынын һуғып ебәрҙе. Тегеһе: “Инде башҡаса бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен!”- тип илай-илай әйберҙәрен тултыра башланы. Сабит яратып өлгөргән Нисаһын юғалтыуын аңлап, ҡурҡыуға төштө. Уны тынысландырырға, ғәфү үтенергә , арҡаһынан ҡосаҡларға уйлап уға табан бер аҙым эшләне. Бер аҙым... Ғәфү үтенеү һүҙҙәрен, уйҙарын туплап ҡарашын аҫҡа төбәне... Балта...

Суд залынан



Әҙәм балаһын йыртҡыстан айырған сифаттарҙың юғалыуына нимә булышлыҡ итә икән? Хәйер, кеше үҙен дүрт аяҡлыларҙан өҫтөн ҡуйһа ла, йәнлектәр ҡай саҡта беҙҙән миһырбанлыраҡ, рәхимлерәк була бит. Аҙашҡан-юғалған әҙәм балаһын тәрбиәләп үҫтергән йыртҡыстар, йәки тоҡомон һунарсынан ҡотҡарыу өсөн үҙен ҡорбан иткән бүреләр, хатта бәпкәләре өсөн тоҙаҡҡа ташланған ҡыр өйрәк-ҡаҙҙары... Эйе, “Мин – Кеше!” тип күкрәк һуғыр урынға, әҙәми заттан булыуыңа оялырға ла тура килә.

“Шул һуңғы аҙымды эшләмәһәм, иҙәндә ятҡан балтаны күрмәҫ инем. Яратҡан кешемде үлтереп, ҡулымды мәңге юйылмаҫ ҡанға мансымаҫ инем...”

Күҙҙәренән эре-эре йәштәр тәгәрәгән, бөршәйеп-бәләкәсәйеп ҡалған ирҙе енәйәтсе тип уйламаҫһың да. Сал сәсле башы түбән эйелгән, тауышы ҡалтырап сыға, күҙ йәштәре даръя булып аға. Уның ысынында ла шул тиклем аҙарыныуы, ҡайғырыуы һиҙелеп тора. Сөнки күҙ йәштәре менән хөкөм ҡылысының аяуһыҙлығын еңеләйтергә маташыусылар йыш осрай. Эйе, үкенә, эйе, ул үҙен мәңгелек тамуҡ ғазабына дусар итте. Тик ул һәләк иткән ҡатынды - балаларының ғәзиз әсәһен, яратҡан өләсәһен, уңған күршене, барыһын да миһырбанлы ҡосағына алырға әҙер әхирәтте ҡайтарып булмай бит!..

Сабит ҡатындарҙан уңмай. Беренсеһе – артынан бер тотам ҡалмай ике йыл буйы йөрөгән Сәбиләһе - иң яҡын дуҫы менән Владивосток һынлы Владивосток яғына ҡасып китте.

Эх, яратты ул етен сәсле кәләшен! Совет заманы: аҡса күп, ә магазин кәштәләре буш. Өҙөлөп яратҡан йәш иргә был ҡаршылыҡ булманы. Һылыу кәләшен ҡурсаҡтай кейендерҙе, Ҡара диңгеҙ буйындағы иң затлы шифаханаларға алып йөрөнө. Ҡарап, һөйөп туя алманы шул Сәбиләһен. Матурлығы уңып ҡуйыр тигән кеүек ҡулына бер эш тейҙермәне. Ә инде ауырға ҡалғас, ҡулынан төшөрмәй, күтәреп кенә йөрөттө. Ата-әсәһе менән Сәбиләһе арҡаһында дошманлашып бөттө. Тегеләре килен кешенең килеп ярҙам итешеүен, ниндәйҙер эштәрҙе башҡарыуын талап итте. Ҡунаҡҡа йыйылһалар ҙа, Сәбиләһен өҫтәл түренә тигәндәй ултыртыр ине Сабит. Һыуһылыуҙай матур Сәбилә йырлап ебәрһә, бар ир-егет унан һоҡланыулы ҡарашын алмаҫ ине. Әсәһе: “Мин йөрөйөм килен урынына өҫтәлгә һый ташып, ҡунаҡ хөрмәтләп, ә ул ултыра! Бисәңде шаштыр әле, һуңынан ҡан ҡоҫторор”,-тип әрләһә лә, Сабит уны тыңламаны. Киреһенсә, кәләшен һөйөндөрөп ҡартайған ата-әсәһенә бармай башланы. Эйе, ошо берҙән-бер мөхәббәтенән башҡа бер кем дә кәрәкмәй ине шул! Улдары донъяға килде. Сабит кәләшен, сабыйын бүләктәргә күмде. Барыһына ла өлгөрҙө, төнөн уянған сабыйына ла иң тәүҙә үҙе ырғып торҙо. Кәләше тиҙҙән көйһөҙләнә башланы: уныһы оҡшамай, быныһы кәрәк, “арыным-ялҡытты”. Улдарына ярты йәш булғас, Сәбилә балаһы менән юҡҡа сыҡты. Эштән ҡайтыуына Сабитты буш кейем шкафтары, иҙәндә туҙып ятҡан уйынсыҡтар ҡаршы алды. Бер нәмә лә аңламаған ир йорттарына бурҙар төштөмө, ҡатыны менән сабыйын бер нәмә эшләттеләрме икән әллә, тип уйлап аҡылынан шашыр сиккә етте. Фатиры буйлап нимә эшләргә белмәй, үрле-ҡырлы йөрөгән ирҙең ҡарашы ҡапыл бер ҡағыҙ киҫәгенә төштө. “Беҙҙе эҙләмә! Өйрәнергә, яратырға тырыштым, килеп сыҡманы. Икенсе кешене яратам, улым да һинеке түгел, ә уныҡы”,-тип яҙылған юлдарҙы уҡып, йә иларға, йә көлөргә белмәне.

Сабиттың ун көндән ашыу эсеп, эшкә сыҡмай ятҡанын ишетеп ҡалған ата-әсәһе килеп етте. Әбей менән бабай был хәбәргә ышанманы. Сөнки улдары үтә аҡыллы, эшсән, намыҫсан, ә иҫерткес эсемлектәрҙе бөтөнләй өнәмәй ине. Ата-әсә яртылаш ҡыйралған йорт йыһазы, һауыт-һабаны күреп ғәзиз балаларының йортона ҡайғы килеүен аңланы. Сәбилә Сабиттың иң яҡын дуҫы менән сығып киткән икән. Ысынлап та үҙҙәренең туйында уҡ аҡ күлдәктәге кәләш икенсегә күҙ атҡан. Ауырға ла унан ҡалған. Дуҫы ике балалы ҡатынын ташлап, Сәбиләне алып алыҫ яҡтарға сығып киткән. Уныһы ҡатынына: “Ғәфү ит, Сәбиләһеҙ йәшәй алмайым”,-тип яҙған булған.

Сабиттың күңеле ошо мөхәббәт фажиғәһенән ҡатты, шикелле. Ул хатта Сәбиләһен һалдырып алған дуҫына үс итеп, уның ҡатынына өйләнгән булды. Тик ике яралы йөрәк бер-береһенә шифа була алманы. Сабит үгәй балаларына ла бик ҡаты булды. Әйтерһең дә, аталарының үсен гонаһһыҙ малайҙарҙан ала ине. Икенсе ҡатыны был ыҙаларға түҙә алмай, кире йортона ҡайтып китте. Күпмелер ваҡыт үткәс, икенсе кешегә кейәүгә сығып, бәхетле йәшәп китте, тағы ике бала тапты. Ә Сабит ҡатындан-ҡатынға йөрөнө. Ҡулынан бар эш килгән, яҡшы эш хаҡы алған ир күптәргә оҡшаһа ла, ғаилә тормошо өсөн яраҡһыҙ булып сыҡты. Холҡо үҙгәргән ине уның: тиктомалға ҡыҙып китте, бирләнде, хатта ҡатындарына ҡул күтәрҙе. Үҙе һаман Сәбиләһен көттө. “Балам һинән түгел”,-тип алдағандыр, тигән өмөттә йәшәне. Тормош көтөү өсөн тәүге ҡатынына оҡшаған кешене эҙләне. Шулай ҙа уйламағанда осрашты улар. Сәбиләләр тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан булып сыҡты. Тәүге мөхәббәте һаман да шул килеш ҡалған, юҡ, тағы ла матурайған булып тойолдо Сабитҡа. Ул унан күҙҙәрен айыра алманы. Ярты йәшенә тиклем үҫтергән, хәҙер инде ҙурайған малайҙың ысынлап та дуҫынан булыуын аңланы. Сөнки уныһы һуйған да ҡаплаған атаһы ине. Сәбилә әйтерһең дә уның тормошон боҙмаған, яҙмышын юҡҡа сығармаған: элеккесә эскерһеҙ йылмайҙы, башын артҡа ташлап, шыңғырлатып көлдө. Һөйләшкәндә Сабиттың ҡулына ҡағылып-ҡағылып алды.

Сабит ошо осрашыуҙан һуң оҙаҡ аңына килә алмай йөрөнө. Күҙен йомһа – Сәбиләһе алдына килә лә баҫа. Тәүге ҡатынын һаман яратыуын аңлаған ир, һағыштарына сыҙай алмай, Себер тарафтарына сығып китте. Бында ла бер мәрйә менән танышып, биш йылдан ашыу уның менән йәшәп ҡараны. Шулай ҙа тыуған яҡтар үҙенә тартты.

Уйламағанда бер ҡунаҡта Ниса менән танышты. Көлөүе, мөләйем йылмайыуы, етен сәстәре нәҡ Сәбиләнеке кеүек ине. Иптәше күптән вафат булһа ла, кейәүгә сыҡмаған.

Сабит күңеленә ятҡан ҡатындың артынан бер тотам ҡалманы: сәскәләргә күмде, бүләктәр алып бирҙе, осрашыуҙарға саҡырҙы... Тиҙҙән Нисаның йөрәге ирене, улар бергә йәшәй башланы. Күптән ейән-ейәнсәрен һөйгән ҡатын иҫ киткес нәзәкәтле, нәфис, аҡыллы, һаман да йәш булыуы менән әсир итте Сабитты. Тик хәҙер инде пенсия йәшенә яҡынлаған ир Нисаны көнләшә башланы. Ҡунаҡтарҙа кемдер уға ҡараһа, һүҙ ҡушһа, ҡайтҡас янъял ҡуптарҙы, бар нәмәне ватты, емерҙе. Бындай мәхшәрле төндәрҙән һуң Ниса әйберен тейәп ҡайтып китер булды. Тик Сабит унан бер тотам ҡалмай, ғәфү үтенә, илай-ялбара. Ҡатындың күңеле таш түгел бит, әйләнеп ҡайта, яңынан йәшәй башлайҙар. Бер нисә ай һиллектә рәхәтләнәләр. Бар эште емертеп эшләгән, иғтибарлы Сабитты Ниса үҙ итә, яҡын күрә. Уның көнсөллөгөн аңлап ҡунаҡҡа йөрөмәҫкә тырыша.

Ул көндө Нисаны бер туған һеңлеһе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Сабит өйҙә юҡ. Ҡатын шылтыратып унан ҡунаҡҡа барырға рөхсәт һораны. Тегеһе уйынлы-ысынлы: “Ирҙәр булмаһа – бар”,-тигән булды. Нисаға һеңлеһе ҡатындар ғына була тигәс, ул Сабитты тынысландырыу өсөн: “Ир заты бөтөнләй саҡырылмаған”,-тине. Тик һеңлеһе еҙнәһенең ғәҙәтен белеп, алдаған булып сыҡты. Ҡатынын көнләшеүҙән сыҙамаған Сабит эштән иртәрәк ҡайтып балдыҙына йүнәлде. Өҫтәл тулы һый, өй тулы ир-егетте күреп шашынып китте. Уны көскә тынысландырҙылар. Һәүетемсә ҡунаҡ булып ҡайттылар. Ҡыҙмаса булып алған Сабиттың күҙ алдынан Сәбиләһенең хыянаты, хәҙер инде Нисаның алдашыуы китмәне. Ул туҙына башланы, ҡатынын һуғып ебәрҙе. Тегеһе: “Инде башҡаса бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен!”- тип илай-илай әйберҙәрен тултыра башланы. Сабит яратып өлгөргән Нисаһын юғалтыуын аңлап, ҡурҡыуға төштө. Уны тынысландырырға, ғәфү үтенергә , арҡаһынан ҡосаҡларға уйлап уға табан бер аҙым эшләне. Бер аҙым... Ғәфү үтенеү һүҙҙәрен, уйҙарын туплап ҡарашын аҫҡа төбәне...

Балта... Сәбиләнең һынын, Нисаны икенсе ирҙәр менән күҙ алдына килтереүҙе юҡҡа сығара торған ҡорал булып сыҡты был балта...

Мөхәббәттән - нәфрәткә, әҙәмдән йыртҡысҡа әүерелергә лә бер аҙым ғына икән...
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.
Читайте нас