Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
1 Ғинуар 2021, 19:00

Шулай ҙа була

Малайы ла ялтырап торған техникаға шатланалыр, тип уйлай ул. Тик улы бер туҡтауһыҙ көрһөнгәндән һуң: “Ниңә мин дә бөтә балалар кеүек баҡсаға санаға ултырып йөрөмәйем икән?”-тип әйтеүен ишетеп, йәш ир ҡолап китә яҙа...

Йәш ғаилә 4 йәшлек улдарын балалар баҡсаһына һәр саҡ машина менән алып йөрөйҙәр. Алмашлап. Балаға һыуыҡ тейеп ҡуймаһын тип ҡалтырап ҡына торалар. Йәштәр булһа ла, икеһе лә уңған, тырышып донъя көтәләр. Күптәнге хыялдары – ҙур сит ил машинаһын да алып ебәрҙеләр. Бер көн ата кеше улын етәкләп ғорур ғына яңы машинаһына табан атлай. Малайы ла ялтырап торған техникаға шатланалыр, тип уйлай ул. Тик улы бер туҡтауһыҙ көрһөнгәндән һуң: “Ниңә мин дә бөтә балалар кеүек баҡсаға санаға ултырып йөрөмәйем икән?”-тип әйтеүен ишетеп, йәш ир ҡолап китә яҙа.

Эйе, ата-әсәләргә машинала елдереү уңайлы булһа, кескәйҙәргә яратҡан кешеләре менән урамдан етәкләшеп үтеү иң ҙур шатлыҡ. Ә инде балалар ҙурайғас, ата-әсәләр уларҙың артынан йүгерә башлай. Тик был осраҡта кисәге бәләкәстәрҙең ваҡыты булмай . Донъя – ҡуласа, әйләндерә лә килтереп баҫа, тигәне шулдыр инде.

Читайте нас в