Ни өсөн яҙам – белмәйем. Әгәр ирем күреп ҡалһа, тағы туҡмаласаҡмын. Бына бөгөн дә ул мине һөйрәп йөрөп туҡманы-туҡманы ла, эшкә сығып китте...
Ирем эскесе, шуға холоҡһоҙ икән тип уйламағыҙ. Ул кеше алдында шул тиклем аҡыллы, мөләйем, һәр саҡ йылмайып һөйләшә. Минең туғандарым да: “Кейәү шәп”тән генә һалдыра. Их, бер кем дә иремдең минең менән ниҙәр генә ҡыланғанын белмәй! Беренсе мәртәбә туй күлдәгендә булған сағымда уҡ һуҡты, йәнәһе көнләште. Аптырап ҡалдым, әммә ғәфү үтенеүенә, анттарына ышандым. Йәшәй башлағас, тағы ҡабатланды. Баштағы бер-ике һуғып осороу шаярыу ғына булған икән. Балабыҙ донъяға килгәс, был хәл тағы ла йышайҙы. Бала төнөн илаһа – туҡмалам, ул йоҡларға ятҡансы – алдан йоҡлап китһәм – туҡмалам, аштың тоҙо етмәһә йәки артығыраҡ булһа – һауыт-һабаның башҡа килеп эләккәне йыш булды. Ә түшәктә мине нисек ыҙалатҡанын яҙыуы ла оят...
Мине эшләтмәне. Өйҙә ултырам. Хатта бар ҡатындар шулай йәшәйҙер тип уйлай башланым.
Ул өйҙә булмағанда йәшенеп кенә телевизор ҡарайым. Ул өйҙә булғанда ярамай, “теләһә ниндәй уйнаш бисәләрҙе ҡарап, уйнашлыҡҡа өйрәнеп ултыраһыңмы?!” тип туҡмай.
Ҡайһы саҡта йә үлтергәнсе генә туҡмап ҡуймай тип уйлайым. Улым да атаһы кеүек миңә өҫтөн ҡарап үҫте, мине ялсы урынында ғына күрә. Йәйен-ҡышын кейгән бер күлдәгем, бер пальтом бар. Туғандарым: “Шундай күрмәлекле ирең янында ҡарасҡы һымаҡ йөрөйһөң үҙеңде тәрбиәләмәй”,-ти. Иремдең бар аҡсаны тотоуын, минең өсөн кейем тураһында уйлап та бирмәүен улар белмәй ҙә, һөйләһәм дә ышанмаҫтар ине.
Ул балҡып кеше араһында йөрөй. Ул - шәп, ул - маладис, ул халҡы өсөн яна.
“Тик бына бисәһе генә эшкинмәгән, уға нимә тип өйләнде икән?”
Ошо һүҙҙәрҙе уға әйтәләр икән, ә ул ҡайтып мыҫҡыллы йылмайып миңә һөйләй.
Нимә өсөн йәшәйем мин был донъяла?..