Кеше ире матур ҙа, аҡыллы ла, яҡшы ла булып күренәлер һиңә.
Ярай, мине ҡайғыға һалып ике йылдан ашыу йөрөйһөгөҙ. Мине кешегә һанамайһығыҙ ти.
Ә аталарының бар асыуын буштан-бушҡа үҙҙәренә төшөргән балаларымдың ни ғәйебе бар? Улар бит атаһына һыйынғыһы, уның менән аҙ булһа ла ваҡытын үткәргеһе килә.
Юҡ, ирем бар ваҡытын һиңә бирә. Һин бит хатта төнөн дә смс яҙырға оялмайһың. Иремдең төнгө икелә смс алып, йылмайып яуап яҙып ятыуын күреүе рәхәт тип уйлайһыңмы? Һиңә алып биргән алтын балдаҡ, беләҙек тураһында белмәй тип уйлайһыңмы?
Күптән килтереп еткерҙеләр. Балаларымдың ауыҙынан өҙөп алынған аҡсаға һатып алып биргән биҙәүестәрҙе ниндәй йөҙ менән тағаһың? Һин бит хатта ояла ла белмәйһең, урамда күргәндә мыҫҡыллы ҡараш ташлап үтәһең.
Һинең арҡаңда минең иң яҡшы бисә йылдарым һалҡын түшәктә үтә... ирһеҙ. Шул тиклем яратышҡас ни өсөн өйләнешмәйһегеҙ? Мин, исмаһам, аҡсаны алимент йөҙөндә күрер инем. Һинең бит бер ҙә иреңдән киткең килмәй.
Барҙым мин һинең иреңә. Тыңларға ла теләмәне мине, янымдан ҡасып тигәндәй китте. Уның был ҡыланышын күреп, һеҙҙең тураһында барыһын да белеүен аңланым. Ул ниндәй ир инде?! Һинең уйнаш итеп ҡайтыуыңды көтөп ята.
Ул ир урынында булһам, һине рәхәтләнеп бер ҡамсылап алыр инем, ултыра ла, ята ла алмаҫлыҡ итеп.
Шунда, бәлки, һиңә аҡыл ултырыр ине. Ә бит иреңде эшкә һанамаһаң да, һин уға арҡаланаһың. Сөнки яңғыҙ ҡатын булһаң, һине күптән ер менән тигеҙләрҙәр ине.
Ә ирле ҡатын булғас – бар гонаһың ябыҡ.
Минең һиңә тәҡдимем шул – кил дә минең иремде тейәп алып кит. Беҙгә ундай атай ҙа, ир ҙә кәрәкмәй. Уға ҡарата мөхәббәтем генә түгел, ә ихтирамым да бөттө.
Һинең менән йөрөп, һинең хушбый еҫтәрең менән һаһып ҡайтып, туя алмай өйҙә булған кәстрүл-кәстрүл аштарҙы ашап бөтөп, хырылдап ятып йоҡлай ҙа, тап-таҙа күлдәктәрен кейеп тағы сығып китә.
Һинең помадаларың тейгән кейемен хәҙер айырым тоҡҡа тултыра башланым. Улай һаҡһыҙ ҡыланғас - үҙең йыуырһың. Әгәр ҙә иремде, хәҙер инде һинең иреңде тип һөйләр кәрәк, алып китмәһәң, мин һеҙҙе бар ғаләмгә рисуай итәсәкмен. Ҡайҙа осрашҡанығыҙҙы беләм. Барып фото, видео төшөрөп алам да, интернетҡа һалам. Һеҙ оялмағас – мин ниңә оялырға тейеш?.
Иремде тейәп алып китеү өсөн һиңә өс көн ваҡыт бирәм. Һуңынан үҙеңә үпкәлә...