Йөрәк яныр серҙәр бар
31 Декабря 2020, 21:00

35 йәшемдә ғашиҡ булдым, тик... ҡатыныма түгел

Төрлө төркөмдәргә яҙып, ярҙам һорап ҡараным. Тик бар ерҙә лә тик көлкөгә һабыштырыу, аҙғынлыҡта ғәйепләүҙе генә ишеттем. Бер кем, бер ниндәй кәңәш бирә алманы. Бәлки, Баймаҡ кеүек бәләкәй ҡалала йәшәмәһәм, психологтарға ла барыр инем. Ә беҙҙә ни барыһы ла, ишетеп, күреп, таратырға әҙер генә тора.

Эш шунда: мин ғашиҡ булдым. Эйе, 35 йәштәге ғаиләле ир - тәүге тапҡыр яраттым. Беҙҙең халыҡ әйткәнсә – башымды юғалттым. Ҡатыныма зарлана алмайым. Һәйбәт кеше, йортта барыһын да эшләй, тәмле бешерә, балабыҙҙы матур итеп ҡарай. Тик хәҙер уйлайым да, беҙҙең арала ундай мөхәббәт булмаған. Икебеҙ ҙә утыҙға яҡынлашҡанға күрә ғаилә ҡорорға ваҡыт еткән тип өйләнештек. Әлбиттә мин ҡатынымды бик ихтирам итәм. Бала көтөргә лә, йорт эшендә лә ярҙам итергә ынтылам. Эшем бик мәшәҡәтле булһа ла. Ҡайһы саҡта төнгә тиклем эшләргә тура килһә лә, ғаиләм өсөн ваҡыт табам. Бик яҡшы эш хаҡы алып эшләйем. Ундай аҡса артынан себергә китәләр ирҙәр. Шуға ҡарамаҫтан өйҙә ҡатыным өсөн ваҡыт табам. Ә ул минһеҙ бер нәмә лә эшләй алмай. Һәр ваҡыт янында йә тотошоп, йә борошоп йөрөр кәрәк.
Ә мин ғашиҡ булған ҡатын бөтөнләй икенсе, әйтерһең, икенсе планетанан. Ул барыһын да үҙе эшләүе, үҙе хәл итеүе менән һоҡландыра. Ире юҡ, балаларын үҙе тәрбиәләй. Әммә һәр саҡ балҡып торған был ҡатынға ҡарап уны яңғыҙ тип әйтмәҫһең дә. Оҙаҡ танышырға баҙнат итмәнем. “Бәйләнештә”ге страничкаһына инәм дә, фотоларын рәхәтләнеп ҡарайым. Бер көн түҙмәй смс ебәрҙем. Яуап бирҙе. Яҙыша башланыҡ. Уның менән аралашыуы шул тиклем күңелле! “Әйҙә, осрашып һөйләшеп ултырайыҡ”,-тип ҡурҡа-ҡурҡа тәҡдим иттем.
Килде. Машинала оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Уны яҡындан күреү мине иҫ киткес бәхетле итте. Уның үҙ-үҙен тотошо, модалы, килешле кейеме, матур йылмайыуы, хушбыйының еҫе миңә мәңгелеккә һеңеп ҡалғандай булды. Бар кисерештәремде һуңынан төнөн смс хәбәр аша яҙып ебәрҙем. Тик ул: “Һин бик яҡшы кеше. Әммә ғаиләле ир менән осрашмаясаҡмын. Ҡатыныңды уйламаһаң, балаңды уйла”,-тине.
Нимә эшләргә миңә?! Кискеһен ҡала буйлап сығам да, уның машинаһын эҙәрлекләйем. Уның кискеһен ҡайҙа барғанын ятлап бөттөм. Бер кем менән дә осрашмағанын да беләм. Уның тураһында мәғлүмәт йыйып бөттөм. Шул уҡ ваҡытта ҡатынымды ла йәлләйем. Әммә ғашиҡ булған мөхәббәтем күҙ алдымдан да, уйымдан да китмәй. Әгәр беҙҙә мосолман илдәрендәге кеүек икенсе ҡатын алырға рөхсәт ителһә, кешеләр быға нормаль мөнәсәбәттә булһа, мин һөйгәнемә бөгөн үк өйләнер инем. Мин унан бер ҡасан да айырылмаҫ инем, мин уны бер ҡайҙа ла ебәрмәй, бер ҡайҙа ла эшләтмәй, янымда ғына тотор инем. Уға күҙ атыусылар күп икәнлеген беләм. Мөхәббәтемдең кем менәндер осрашасағын йәки кейәүгә сығырын күҙ алдына килтерһәм, ер ярылғандай була. Ул бит ғүмере буйы яңғыҙы булмаясаҡ, барыбер кемгәлер йөрәген дә, тәнен дә бирәсәк. Был минең өсөн үлемгә тиң!!! Нимә эшләргә миңә? Һөйгәнемде нисек үҙемә ҡаратырға?
Р.
Читайте нас