Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
24 Декабрь 2020, 22:00

Балалар ... яуыз була

Класс етәкселәре әрләп ҡарай, тик балаларҙы тыйып буламы инде. Көн-төн илаған ҡыҙымды нисек тынысландырырға ла белмәйем. Ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы кешенең ауырыуынан көлөргә ярамай тип өйрәтһәгеҙ ни була?!

Балаларҙың шул тиклем ҡаты бәғерле булыуынан ҡотом оса. Ҡыҙымда псориаз ауырыуы башланды. Был сир нәҫелдән килә, ә беҙҙең ике яҡта ла бар. Иремдең ул аяҡтарында һәм ҡулында. Әммә ул иғтибар ҙа бирмәй. 11 йәштәге ҡыҙымдың башына һәм елкә-муйынына сыҡты. Ниндәй генә дарыуҙар ҡулланмайбыҙ, ҡайҙа ғына булманыҡ! Бөтөп торған кеүек була ла, тағы башлана. Бер көн ҡыҙым мәктәптән илап ҡайтты. Класташтары “һин лишайная!” тип уның менән бер парта артында ултырыуҙан баш тарта икән. Класс етәкселәре әрләп ҡарай, тик балаларҙы тыйып буламы инде. Көн-төн илаған ҡыҙымды нисек тынысландырырға ла белмәйем. Ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы кешенең ауырыуынан көлөргә ярамай тип өйрәтһәгеҙ ни була?!

Читайте нас: