Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
19 Декабрь 2020, 13:55

Уйлап һөйлә!

Эх, заманалар...”-тип хәтирәләргә бирелә башлағайным, был һатыусы хахылдап көлөп: “Ташла һин уны – бәҙрәф ҡағыҙын! Булған заман – үткән! Уның нимәһен һағынаһың?!”-тине...

Үткәндәрҙән дә, кешенән дә көлмә! Был ябай һүҙҙәр түгел. Ҡасандыр магазинға инеп барғанда совет заманындағы өс һумлыҡты табып алдым. Ҡәҙерләп, үткәндәрҙе иҫләп, һатыусыға индереп күрһәтем. “Был аҡсаға беҙ күп итеп ризыҡ һатып ала инек. Сибайға барып магазиндар буйлап йөрөп ҡайтырға ярҙам итте. Эх, заманалар...”-тип хәтирәләргә бирелә башлағайным, был һатыусы хахылдап көлөп: “Ташла һин уны – бәҙрәф ҡағыҙын! Булған заман – үткән! Уның нимәһен һағынаһың?!”-тине. Совет замандарын иҫләп, көрһөнөп, күңелем ҡалып ҡайтып киттем. Ошо хәлдән һуң ул күренмәй башланы, магазинда ла юҡ. Был һатыусының операция яһатып, көскә тере ҡалыуын белдем. Мин табып алған 3 тәңкә аҡса аша бар замандан, тотош халыҡтың тарихынан, яҙмышынан көлөүе уны ошондай хәлгә төшөрмәнеме икән? Сөнки уның сәләмәтлеге нәҡ беҙҙең һөйләшеүҙән һуң ҡаҡшаған. Эйе, бер-беребеҙҙе аңлап-һаҡлап, үткәндәргә ихтирамлы булып йәшәйек.

Читайте нас: