Һунарсы булараҡ урман-ҡырҙы күп гиҙергә тура килә. Шулай, бер ваҡыт ҡулыма болан мөгөҙө төштө. Иҫ киткес шәп, һоҡланып туйғыһыҙ! Ҡыуана-шатлана өйөмә алып ҡайтып, ингән ергә кейем элеү өсөн сөй менән ҡатып ҡуйҙым. Кискә ҡайттым да, кәпәсемде эләйем тиһәм, мөгөҙ юҡ! Кәләштән һорайым ҡайҙа икәнлеген. “Сөйө менән аҡтарылып төштө”,-ти. Аптыраным да, кире элеп ҡуйҙым. Ҡайтһам тағы юҡ. Кәләш тағы емерелеп төшкәнен белдерҙе. Аптырап, иң ҙур сөйҙө индереп, мөгөҙҙө ысҡынмаҫлыҡ итеп ҡуйҙым. Кискә мөгөҙ тағы юҡ! Кәләш һораулы ҡарашымды күреп: “Сығарып быраҡтырҙым мөгөҙөңдө! Ғүмер буйы теләһә ҡайҙа йөрөп миңә “мөгөҙ” ҡуйып йөрөнөң! Хәҙер инде мыҫҡыл итеп шул минең “мөгөҙҙө” өйгә элеп ҡуйғанһың”,-тимәһенме! Сығып ҡараһам мөгөҙ усаҡлыҡ башына быраҡтырылған. Эргәһендә уҫлаптай сөйһурғыс ята. Кәләштең ни тиклем йәне көйгәнен аңлап, мөгөҙҙө башҡаса өйгә индермәнем.
Ағайым ҡунаҡҡа килде. Табын артында ултырабыҙ. Ағай минең кәләште маҡтап: “Килен, һин шул тиклем шәп бит! Батшабикә! Башыңа таж ғына етмәй”,-тине. Кәләш: “Тажым бар ул. Кейер инем дә, ҡустың бүләк иткән “мөгөҙҙәр” ҡамасаулай!”-тимәһенме. Ағайым ауыҙын бер асып, бер япты ла, башҡа бер һүҙ өндәшә алманы.
Яҡын кешебеҙ Өфөгә дауаханаға эләкте. Операция эшләтергә кәрәк ине. Бының өсөн хирург менән һөйләшергә кәрәк булды. Операция алдынан бүләккә әҙерәк аҡса биреү мөһимлеген аңғарттылар. Яҡын кешең өсөн бер ни ҙә йәл түгел-операция ғына уңышлы үтһен. Операция яһаясаҡ табип менән һөйләшеп ултырып, уның да һунарсы икәнлеген белдем. Болан мөгөҙҙәре йыя икән. “Бына бер нисә тармаҡлыһы бар, тик 9 тармаҡлы мөгөҙҙө генә ҡулға төшөрә алмайым”,-ти был. Табиптан сыҡтым да, йәһәт кенә кәләшкә шылтыратам. “Кәләш, теге мөгөҙҙөң тармаҡтарын һана әле, нисәү?” “Былай ҙа беләм – туғыҙ”,-ти. “Улай булғас ебәр һин уны Өфөгә! Операция өсөн бик кәрәк”,-тием. Кәләш йәнен көйҙөргән мөгөҙҙән ҡотолоуынан бик шат булғанға күрә, артығын һорап та торманы. Шул уҡ көндө мөгөҙ Өфөгә килеп етте. Уны тотоп табипҡа индем. Тегенең ҡыуанысының иге-сиге булманы – тармаҡтарын ҡабат-ҡабат һанап ҡарай. Операция өсөн бер тин дә алманы. Шулай итеп, кәләштең күңеленә теләһә ниндәй уйҙар килтергән мөгөҙ баш ҡала табибының коллекцияһына инеп китте. Ә кәләшкә борсолорға, уфтанырға бер ҙә урын юҡ – мин тик уны ғына яратам!