Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
16 Декабрь 2020, 23:10

Ҡыҙыңды үҙең тап!

Ишекте ябыу менән буласаҡ әсә: “Һин миңә нимә тинең?! Йәнәһе лә малай була! Үҙең тап был ҡыҙыңды. Ә миңә ул кәрәк!”-тине лә коридор буйлап йүгереп китте...

Хәҙер ниңәлер ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында йәш ирҙәрҙе лә күрергә мөмкин. Улар кәләштәрен көтөп тупһала тапана, телефондарын төрткөсләп ултыра. Беҙгә – оло быуын кешеләренә был башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ярай, заман башҡа-заң башҡа. Һүҙ икенсе хаҡта. Гинеколог ҡараған УЗИ кабинеты янына сиратҡа йыйылғанбыҙ. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер пар килеп сыҡты. Егеттең ауыҙы ҡолағына еткән, йылмая, ә ҡыҙ ныҡ асыулы. Ишекте ябыу менән буласаҡ әсә: “Һин миңә нимә тинең?! Йәнәһе лә малай була! Үҙең тап был ҡыҙыңды. Ә миңә ул кәрәк!”-тине лә коридор буйлап йүгереп китте. Егет: “Ярай, һуң, әйҙә икенсе бала эшләйек...”-тип артынан ғәйепле генә итеп эйәрҙе.

Дауаханала бындай көслө көлөү тауышын бер ҡасан да ишеткәндәре булмағандәр.