Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
16 Декабрь 2020, 22:00

Бер һум ғына

Балалар һатыусы алдына күп итеп тинлектәр һалды. Уныһы һананы ла: “Бер һум етмәй, бирегеҙ”,-тине. Малайҙар: “Башҡа аҡсабыҙ юҡ, бирегеҙ инде”,-тип инәлә...

Баймаҡты баҫып алған маркеттарҙың береһендә торам. 4 һәм 6 йәш тирәһендәге ике малай банан тотоп, касса янына килде. Балалар һатыусы алдына күп итеп тинлектәр һалды. Уныһы һананы ла: “Бер һум етмәй, бирегеҙ”,-тине. Малайҙар: “Башҡа аҡсабыҙ юҡ, бирегеҙ инде”,-тип инәлә. Һатыусы уларҙы әрләй башланы. Мин арттараҡ тора инем. Алдымда өлкән апайҙар тора. Береһе лә шул балаларға бер һумын бирергә уйламаны ла. Тик бер үҫмер малай сиратты йырып үтте лә, һатыусыға бер һум бирҙе. Унан балаларға ҡараны ла, үҙенә тип һатып алған шоколадты ла балаларға тоттороп, магазиндан сығып китте. Ә һеҙ - өлкәндәр көн-төн: “Хәҙерге балалар, йәштәр алама”,-тип яманлаған булаһығыҙ. Үҙегеҙҙе белегеҙ...

Читайте нас: