Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
16 Декабрь 2020, 21:00

13-сө билет

Береһе әхирәтемдең һуң ғына ятаҡҡа ҡайтҡанын күреп: “Һин имтиханға барырға уйламайһыңмы әллә?”-типр һорай. Ә ул: “Барыбер бер кем дә бирә алмаясаҡ”,-ти ҙә инеп йоҡларға ята. Имтиханға иң аҙаҡтан бара...

Студент әхирәтем һөйләне. Экономика фәненән бик талапсан, хатта яһил кеше уҡыта. Уға имтиханды беренсе көндән үк бер кем дә бирә алмай. Имтихан алдынан әхирәтем икенсе факультет ҡыҙҙары менән төнгө клубҡа йүнәлә, хәле бөткәнсе бейей. Ә төркөмдәштәре был ваҡытта ҡалтырана-ҡурҡа имтиханға әҙерләнә. Береһе әхирәтемдең һуң ғына ятаҡҡа ҡайтҡанын күреп: “Һин имтиханға барырға уйламайһыңмы әллә?”-типр һорай. Ә ул: “Барыбер бер кем дә бирә алмаясаҡ”,-ти ҙә инеп йоҡларға ята. Имтиханға иң аҙаҡтан бара. Төркөмдәштәренең күбеһе коридорҙа кәйефһеҙ ултыра – тапшыра алмағандар. Әхирәтем аудиторияға инә һәм билет ала. Унда: “Билет№13. Ҡотлайым. Һеҙ имтиханды автомат рәүешендә тапшырҙығыҙ”.-тип яҙылған. Әхирәтем аптырап остазы янына килә. Уныһы билетты ҡарай ҙа: “Шунан, ниндәй билдәгә иҫәп тотаһығыҙ?”-тип һорай. Әхирәтем “дүрткә”,-ти. Тегеһе йылмая ла, зачеткаһына “4” ҡуя ла, сығарып та ебәрә. Бынан һуң төнө буйы имтиханға әҙерләнеп тә, уны тапшыра алмаған ҡыҙҙар әхирәтемә оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөй.

Читайте нас: