Депрессия тигән ауырыу сығарып алдылар хәҙер. Нимә булһа ла, шуға һылтаналар. Минең әхирәтем бер егет менән йөрөнө. Мөхәббәт тә, мөхәббәт тип өйләнешергә булып киттеләр. Тәҡдим эшләгән егете, әхирәтемә бала эшләне лә, юҡҡа сыҡты – ситкә эшкә сығып китте. Телефон аша ғына: “Миңә өйләнергә иртә икәнен аңланым. Аборт эшләт”,-тигән.
Әхирәтем, мең ғәйбәткә ҡалып, бәпесен тапты. Теге егет балаға бер йәш булғанда яңынан килде. Әхирәтемде кафеға саҡырҙы. Унан оҙатып килгәндә тағы ла өйләнешергә тәҡдим яһаған. Әхирәтем тегенән ҡысҡырып көлгән дә, әйләнеп ҡайтып киткән. Хәҙер теге егеттең депрессияһы башланған икән, хатта дуҫтарына “аҫылынам да ҡуям” ти икән. Һәм барыһы ла уны ошо хәлгә төшөрөүгә әхирәтемде ғәйепләй. Ниңәлер бәпесте дауахананан алып ҡайтырға кәрәк булғанда, уларҙың ашарына ла булмағанда, яндарында был “аҡыллы баштар”ҙың береһе юҡ ине. Дөрөҫ эшләй әхирәтем – бер мәртәбә ташлап киткән икән, тимәк, ышаныслы түгел. Кемдер аҫылынам тип ҡурҡытҡан өсөн, ни өсөн ул үҙенең һәм сабыйының тормошон хәүеф аҫтына ҡуйырға тейеш?