-4 °С
Ҡар
Мин сәсемде төрлө төҫкә буяй торғайным. Сәстәрем йәшел дә булды, зәңгәр, ҡыҙыл, шәмәхә төҫөндә. Унан уларҙың барыһын да бергә ҡушып буяп, йәйғор һымаҡ та йөрөнөм. Бер көн мине 6-7 йәштәрҙәге ҡыҙыҡай туҡтатты ла, бармаҡтарын бөкләй-бөйләй ниҙер һамаҡлай башланы. Мин баланан уның нимә эшләүен һораным. Ул: “Мин беләм, һин – фея! Уларҙың сәстәре генә ошолай йәйғор төҫөндә була. Ә минең әсәйем ныҡ ауырый. Һин уға йүнәлергә ярҙам итерһең бит?”-тип миңә шундай итеп ҡараны. Балаға нимә әйткәнемде иҫләмәйем. Йылмайырға тырыштым. Шунан һуң сәсемде ғәҙәти төҫкә буяттым. Йәйғор төҫөндәге сәстәрҙе йөрөтөү ҙә ниндәйҙер яуаплылыҡ өҫтәй икән шул.