Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
10 Ноябрь 2020, 22:55

Кәрәкһеҙ булып сыҡтым...

Кемдер мине аҙғынлыҡта ғәйепләр, сөнки ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарға ҡарата йәмғиәттә шундай ҡараш йәшәүен яҡшы беләм. Юҡ, мин дә бәхет, бәхеттән бигерәк мәңгелек мөхәббәт эҙләгән һантый ҡыҙ бала инем. Һөйгән йәрем дә булды, “Мин һине бәхетле итәсәкмен!”-тип анттар бирҙе. Шул саҡтағы хис-тойғоларыма хәҙер ҙә аптырайым. Күңелем тулыуҙан бер шарҡылдап көләм, бер буҫлығып илайым. “Ер өҫтөнән атлап түгел, осоп йөрөй”,-тиҙәр ине минең хаҡта. Һөйгәнемде әрмегә оҙатып, зарығып көтөп алдым. Һағыштан аҡылымдан шаша яҙҙым. Көн һайын түгел, көнөнә әллә нисәмә хат яҙҙым. Һөйгәнем: “Түҙ инде, түҙ, мин ҡайтыу менән өйләнешербеҙ, унан беҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ”,-тип вәғәҙә бирҙе. Алданы, бер антын, бер вәғәҙәһен дә үтәмәне ул. Ҡайтыу менән “барыбер ирле-ҡатынлы буласаҡбыҙ бит” тип сафлығымды урлағас та миңә ҡарата һыуынды...

Бөгөн тағы йондоҙҙарға ҡарап уйға ҡалдым. Әҙәм балаһының йәшәү мәғәнәһе ниҙә? Кеше тыуа, атларға, һөйләшергә өйрәнә, балалар баҡсаһына, мәктәпкә бара, уҡырға инә, һөнәр үҙләштерә, эшләй, балалар үҫтерә, донъя йыя, үлә... Бер үк сылбыр. Хәйер, минең сылбырым өҙөлгән. Мин бер ҡасан да бала табып, уны һөйөп, наҙлай алмаясаҡмын. Юҡ-юҡ, мин түлһеҙ түгел. Мин-ВИЧ-инфекциялы. Был ҡурҡыныс ауырыуҙы сабыйыма ла “бүләк” итеп уны бәхетһеҙ иткем килмәй. Был ауырыу тураһында белгәндәр: “Сабыйыңдың сәләмәт булып тыуыуы ла ихтимал бит!”-тип әйтер. Эйе, тик балам ауырыу булып донъяға килеүе лә ихтимал. Гонаһһыҙ сабыйҙы ғазапҡа һалғансы, яңғыҙ йәшәүең мең артыҡ.

Кемдер мине аҙғынлыҡта ғәйепләр, сөнки ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарға ҡарата йәмғиәттә шундай ҡараш йәшәүен яҡшы беләм. Юҡ, мин дә бәхет, бәхеттән бигерәк мәңгелек мөхәббәт эҙләгән һантый ҡыҙ бала инем. Һөйгән йәрем дә булды, “Мин һине бәхетле итәсәкмен!”-тип анттар бирҙе. Шул саҡтағы хис-тойғоларыма хәҙер ҙә аптырайым. Күңелем тулыуҙан бер шарҡылдап көләм, бер буҫлығып илайым. “Ер өҫтөнән атлап түгел, осоп йөрөй”,-тиҙәр ине минең хаҡта. Һөйгәнемде әрмегә оҙатып, зарығып көтөп алдым. Һағыштан аҡылымдан шаша яҙҙым. Көн һайын түгел, көнөнә әллә нисәмә хат яҙҙым. Һөйгәнем: “Түҙ инде, түҙ, мин ҡайтыу менән өйләнешербеҙ, унан беҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ”,-тип вәғәҙә бирҙе. Алданы, бер антын, бер вәғәҙәһен дә үтәмәне ул. Ҡайтыу менән “барыбер ирле-ҡатынлы буласаҡбыҙ бит” тип сафлығымды урлағас та миңә ҡарата һыуынды. Уның ата-әсәһе лә беҙҙең мөнәсәбәткә ҡаршы ине. Сөнки мин әсәйем, өләсәйем менән генә йәшәйем, сит райондан күсеп килгәнбеҙ, ярҙамлашыр туғандар юҡ. Ә уның ата-әсәһенә улы донъя көтөп алып китерҙәй, яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ кәрәк булған икән. Ҡыҙ бала атаһыҙ үҫһә, насар тәрбиә алған булып һаналамы ни? Эйе, мин атайымды белмәйем. Әсәйем дә уның хаҡында һөйләмәне. Атайымдың ҡатыны булып та әсәйемә килеп йөрөгәнен, ауырға ҡалғас, унан баш тартыуын өләсәйем бәйән итте.

Шулай итеп, мин һөйгәнемдең ғаиләһенә кәрәкһеҙ булып сыҡтым. Әсәһе мине күрһә хас дошманын осратҡандай яман ҡараш ташлап, сәләмләүемде лә алмай ситкә боролоп уҙыр ине. Ни өсөн шулай ҡыланғандыр инде? Әйтерһең дә, мөхәббәт кемде яратырға икәнлеген һорап килә. Һөйгәнем бер килеп, бер китеп йөрөнө. Тиҙҙән ауырға ҡалғанымды белдем. Яратҡан кешем был хаҡта ишеткәс оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы, ә икенсе аҙнала уның өйләнеүен ишеттем. Бына шулай, мин һәр секундымды уның тураһында уйлап үткәргәндә, ул икенсе ҡыҙға ла барып йөрөгән. Әсәһе буласаҡ килененең юғары белемле, аҡыллы, итәғәтле, матур булыуы тураһында өләсәйемә һөйләп ҡайтарған. Йәнәһе, әйт ейәнсәреңә-ул беҙҙең улыбыҙға иш түгел. Нисек аҡылдан яҙмағанмын, белмәйем. Әммә дауаханаға барып аборт эшләтергә көс таптым. Әсәйемдең яҙмышын ҡабатларға теләмәнем. Хәҙер шул тыумаған сабыйымды уйлап йөрәгем өҙөлә! Кеше һүҙенән, бысраҡ ғәйбәттәрҙән ҡурҡҡан булып, яҙмышымды юҡҡа сығарҙым бит! Балам донъяға килһә, барыһы ла икенсе, бәхетле һуҡмаҡтан китер ине. Яратыр, наҙлар балаҡайым булыр ине!

Ситкә сығып киттем. Ҙур ҡалала халыҡ араһына инеп юғалырға тырыштым. Ятаҡҡа килеп йөрөгән бер йәш ир менән танышып киттек. Ике ай осраштыҡ. Унан ул да юҡҡа сыҡты. Өләсәйем, ҡырҡ көн дә үтмәй әсәйем был донъянан китеп барҙы. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерә башлағас, тыуған еремә ҡайтырға тура килде. Яҡындарым булмағас, бәләкәй өйөбөҙ тағы ла кесерәйеп ҡалғандай тойолдо. Аҡсам бөтөнләй ҡалмағас, ҡан биреп әҙерәк аҡса эшләргә булдым. Һәм ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белдем. Табиптарҙың мине нисек йыуатыуҙарын әле лә хәтерләйем: “Был диагноз менән дә йәшәйҙәр, үҙеңде һаҡларға кәрәк, дарыуҙарҙы ваҡытында ҡулланырға, тейешле дауалау курсын үтергә һ.б.“ Уларҙың миңә йәлләү аша ҡарауҙары тағы ла ауырыраҡ булды, шикелле. Тормошом икегә бүленде: “Ауырымағанға тиклем” һәм “ВИЧ-инфекциялы булғас”.

Ваҡыт берсә тиҙ үтә, берсә йәнде көйҙөрөп һуҙыла ла, һуҙыла. Ярай әле эшем тыныс, кешеләр менән аралашырға тура килмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа йылдар үтеү менән минең ниндәй ауырыуға дусар булыуым тураһында имеш-мимеш тарала башланы. Кешеләргә үпкәм юҡ, улар хаҡлы-мин ВИЧ йөрөтөүсе. Тик миңә мыҫҡыллы ҡараш ташлар алдынан, ғәйбәт һөйләр алдынан әҙерәк кенә уйланғанығыҙ бармы? ВИЧ-инфекция һеҙгә, яҡындарығыҙға йоҡмаҫ тип тулы ышаныс менән әйтә алаһығыҙмы? Юҡ бит! Мине һеҙҙең ғәйбәттәрегеҙ борсомай ҙа, сөнки мин язамды алып йөрөйөм. Минең ниҙәр кисереп, ниндәй ут эсендә йәшәүемде бер кем дә белмәй.

Үҙемә ҡул һалыу тураһында уйҙар ҙа йыш булды. Ысынлап та йәшәүемдең мәғәнәһен күрмәйем. Тик ниндәй генә динде алып ҡараһаң да үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар мәңгелек ғазапҡа һалыныр тиелгән. Ә мин беҙҙең был донъяла ҡунаҡ ҡына булыуыбыҙға ышанам. Сөнки һәр кем ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш. Мин яҙмышым юҡҡа сығыуында бер кемде лә ғәйепләмәйем, барыһын да күптән ғәфү иткәнмен. Ҡасандыр миңә өйләнергә вәғәҙә биреп, антын үтәмәгән йәш егет хәҙер үҙе ҡартатай. Тик ниңәлер мине күрмәмешкә-белмәмешкә һалыша һаман да. Бәлки, үҙен ғәйепле тоялыр, ә бәлки, минең ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде беләлер. Их, бер мәртәбә ултырып һөйләшергә ине уның менән! Мин бит ҡасандыр уға ҡарата көслө мөхәббәт тойғоһо кисереү бәхетенә эйә булғанымды иҫкә алып, шул хәтирәләр менән генә йәшәйем...

(Авторҙың үтенесе буйынса исем-шәрифе күрһәтелмәне).

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Читайте нас: