Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
9 Ноябрь 2020, 21:40

Бесәйе менән тортты онотманы

Дуҫ ырғып торҙо ла, йүгереп барып бесәйен, кухняға инеп тортты алды ла балкондан һикерҙе. Тышта – ҡыш! Ул – яланғас! Бер ҡулында бесәйе, икенсеһендә торт...

Дуҫымдың тыуған көнөн бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Беҙ уны эштең аҙағында уҡ билдәләй итә башланыҡ. Унан бер нисә коллеганы алып, дуҫтың фатирына килдек. Ул беренсе ҡатта йәшәй. Килгәс мәжлес дауам итте, уға йыр-бейеү ҡушылды. Артығын “тейәгән” дуҫ йоҡлап киткәс күңелһеҙ булып китте. Беҙ уның өйөндә ҡунаҡта бит, ә ул иҫһеҙ тигәндәй ята. Дуҫты шаяртырға булдыҡ. Уны сисендереп һалдыҡ та, бер тимер биҙрә эсендә ҡағыҙ яғып төтәттек тә, “Янғын! Янғын! Хәҙер күршеләрҙең плитәһе шартлай!”- тип төрткөсләп уята башланыҡ. Дуҫ ырғып торҙо ла, йүгереп барып бесәйен, кухняға инеп тортты алды ла балкондан һикерҙе. Тышта – ҡыш! Ул – яланғас! Бер ҡулында бесәйе, икенсеһендә торт. Көлкөнән үлә яҙҙыҡ. Һуңынан уны көскә тынысландыра алдыҡ. Беҙҙең менән оҙаҡ һөйләшмәй йөрөнө.

Читайте нас: