Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
6 Ноябрь 2020, 00:11

Яратмағасһың – яманмын инде

Мине бар донъяға фаш итеп, яманлап ятҡан иремә https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/Irenen-uraytip---m-h-bb-temde-lter-e-490087/ яуап хаты яҙырға булдым әле.

Иренемде ҙурайтҡас, шул тиклем ерәнгәсһең минән, ниңә үҙемә әйтмәйһең уны?! Секретаршаның нәҙек ирендәре оҡшай икән, һине өйҙә кем тота? Сыҡ та кит шуға. Мин күптән һеҙҙең йөрөгәнегеҙҙе белеп-һиҙеп йөрөйөм. Яратмағасһың, яман булып күренәм инде. Хатта “мөхәббәтемде үлтерҙе” тип яңғырауыҡ һүҙҙәр яҙа бит әле. 40-ты үткәс, тағы ла матур булырға теләүемдә ни насарлыҡ? Эйе, мин һиңә бер генә ул таптым. Ә һин беләһеңме һәр баланан һуң ҡатындың организмы ҡартая, иҫкерә, туҙа, һаулығы насарая? Мин һиңә бала табыу машинаһы түгел бит! Ҡәйнәм менән икәүләшеп минең ирендәрҙе тикшереп ултырғансы, яҡшыраҡ ергә эшкә урынлашыр инең. Минең әхирәтемде, уның ирен телгә алған булғанһың. Уның ире ҡатынының матурайырға тырышыуын, ирендәр эшләтеүен маҡтап ҡына тора. Ә һиңә бер ни оҡшамай! Ҡурҡыныс ирендәрҙең фотоһын ҡуйғанһың бит әле! Минеке бит улай түгел, ә матур ғына! Хатта бөтәһенә лә оҡшай. Ҡәйнәм дә һиҙмәҫ ине ирен эшләткәнемде, һин барып ошаҡламаһаң!
Минең 50 һумлыҡ батончик ашағанымды ла күп күрәһең икән. Башҡа күпселек ҡатындар һымаҡ майонезлы, майы ағып торған, зыянлы аштарҙы сусҡа кеүек ҡомһоҙланып ашап ултырһам, нығыраҡ оҡшар инемме әллә? Спортзалға йөрөмәгән, үҙен ҡарамаған, нәҙек иренле, һимеҙ, бысраҡ халат ҡына кейеп йөрөгән бисәләр оҡшай икән һиңә. Күпме тырышһаң да, мин ундай булмаясаҡмын! Шуға күрә – делай выводы!
Читайте нас: