Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
2 Октябрь 2020, 19:55

Хәйерсегә өйләнмәйһең!

Әсә кеше быны ишеткәс, нимә башланды?! “Ул хәйерсене нимә эшләтәһең?! Юғары белеме лә, өйө лә юҡ. Һиңә һәйбәт ҡыҙҙар бөткәнме?!”...

Таныш ғаиләнең көнитмеше. Бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Юғары белем алып, эшләй башлағас егет өйләнергә булды. Һөйгәнен танышырға алып килгәнендә мин дә уларҙа инем. Ҡыҙ училищела тегенсегә уҡып йөрөй, егеттән күпкә йәш. Үҙе ауылдан килгән, ятаҡта йәшәй. Әсә кеше быны ишеткәс, нимә башланды?! “Ул хәйерсене нимә эшләтәһең?! Юғары белеме лә, өйө лә юҡ. Һиңә һәйбәт ҡыҙҙар бөткәнме?!” Уны был һүҙҙәрҙең барыһын да ҡыҙ ишетеп ултырғаны ла туҡтата алманы. Ә ҡыҙ йәш булһа ла, характеры булған икән. Ырғып торҙо ла, сығып китте. Йәштәр өйләнешмәне. Егет әсәһенең һүҙенән үтә алманы. Бер көн шул ҡыҙҙы урамда күреп һөйләшеп торғайным, ул: “Уларға асыу тотмайым, хатта рәхмәтлемен. Сөнки училищены бөткәс тә, ситтән тороп институтҡа уҡырға индем. Кешеләргә заказға әйберҙәр тегәм һәм уҡыйым. Ипотекаға фатир ҙа алдым”,-тип йылмайҙы.

Читайте нас: