Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
2 Сентябрь 2020, 23:00

Ундай сәскә кәрәкмәй!

Ҡыуана-ҡыуана бүләк иттем дә, ғорурлыҡ менән үҙем йыйғанымды әйттем. Уның төҫө боҙолоп китте лә: “Һин һаран икәнһең”,-тине. Бик ауыр булды...

Бер йыл осрашҡан ҡыҙым менән ташлаштыҡ. Барыһы ла яҡшы ине. Мин уны шул тиклем ныҡ яраттым, тағы ярты йылдан өйләнешеү тураһында хыялландыҡ. Ул: “Миңә һинән бер нимә лә кәрәкмәй, үҙең генә кәрәк”,-тип ҡабатларға яратты. Ҡиммәтле сәскәләр гөлләмәһе алған һайын: “Ниндәй сәскә булыуы мөһим түгел, һинең ҡулыңдан ҡыр сәскәләре лә алырға әҙермен”,-тине. Бер көн өләсәйемдең баҡсаһынан бик күп итеп ландыш йыйып алдым. Хатта кибет гөлләмәһенән матурыраҡ та килеп сыҡты. Ҡыуана-ҡыуана бүләк иттем дә, ғорурлыҡ менән үҙем йыйғанымды әйттем. Уның төҫө боҙолоп китте лә: “Һин һаран икәнһең”,-тине. Бик ауыр булды. Шулай ҙа үҙемдә йылмайырға көс таптым. Ошонан һуң уның бар юғары һүҙҙәре алдыҡ булғанын аңланым. Ауыр булһа ла, башҡа уға барманым. Ул ғәфү үтенеп, кәйефе булмағанға нимә һөйләгәнен аңламауын да әйтеп ҡараны. Тик минең күңелем ҡатҡан ине. Уның туғандары ла, минекеләр ҙә аптыраны. Ағайыма барыһын да һөйләп биргәс: “Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡустым, үкенмә. Бөгөн баҡсанан йыйылған гөлләмәлә һинең хеҙмәтеңде һәм иғтибарыңды тоймай, йәшәй башлағас тәүге ауырлыҡты кисереү менән терәк булыр урынға, юҡҡа сығарыр”,-тип ҡуйҙы.

Марат.

Читайте нас: