Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
29 Август 2020, 00:05

ҮЛЕМДЕ ГЕНӘ ЕҢЕП БУЛМАЙ

Барыһы ла ҡатынымдың хыянат итеүенән башланды. Был ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы икән ул. Артынса эштә проблемалар барлыҡҡа килде, эсә башланым.

Икенсе ҡалала йәшәгәндә ҡот осҡос күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Барыһы ла ҡатынымдың хыянат итеүенән башланды. Был ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы икән ул. Артынса эштә проблемалар барлыҡҡа килде, эсә башланым. Һөҙөмтәлә нисәмә йылдар эшләгән еремдән ҡыуылдым. Фатирға түләргә лә аҡсам ҡалманы. Бер ай самаһы шулай үҙ-үҙемде ашағанмындыр. Үҙемә ҡул һалырғамы икән, тип уйлай башланым.

Бер кис урамда элекке танышымды осраттым. Ул хәлемде һорашҡайны, барыһын да һөйләнем дә бирҙем. “Ҡатыным, хыянат итте, эш юҡ, эсәм, аҡсам бөттө”. Танышым мине тыңлап-тыңлап торҙо ла, арҡамдан ҡағып: “Был ҡайғымы инде, дуҫ? Бирешмә!”-тине. Мин танышымдың дүртенсе стадиялағы рак менән ауырығанын белдем. Ике аҙнанан ул мәрхүм булды. Ошо хәл миңә ток менән һуҡтырғандай булды. Мин, оят булһа ла, ағайыма шылтыратып бар проблемаларымды һөйләп бирҙем. Ул икенсе көнөнә үк килеп етте. Буш шешәләрҙе күреп мине бәргесләп алды (бының өсөн айырыуса рәхмәт), унан бар бурыстарымды түләне һәм: “Ауылға ҡайтаһың! Өй, ашарға бар. Мин һинең өсөн түләгән аҡсаны ике ай эсендә ҡайтарып бирәһең. Аҡсаны йәлләгәндән түгел, ә яуаплылыҡ тойоп өйрәнеү өсөн”,-тине.

Хәҙер тыуған ауылымда кинәнеп йәшәйем. Ағайым менән үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Ҡатыным кире ҡайтырға уйлағайны, ғәфү итә алманым. Кешеләр, тик үлемде генә төҙәтеп булмай. Шуға күрә, - бирешмәгеҙ!

Читайте нас в