Һаҡмар
+20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
25 Август 2020, 20:05

ҠЫҘЫҠ булырға тейеш инеме?..

Шул саҡ иремдән үҙем тураһында ишеткән һүҙҙәргә хайран ҡалып, әле лә уйланып йөрөйөм. Беренсенән, миңә бер кем дә өс бала табырға ҡушмаған, берәүһе лә етер ине икән...

Биш ай элек иптәшем беҙҙе ташлап сығып китте. Өс бала менән аптырап ултырып ҡалдым. Уның эштән һуңлап ҡайтыуына, ял көндәрендә лә “ашығыс саҡырталар” тип әйтеп юғалыуына күнеккәйнек инде. Заманаһы шулай бит – барыһы ла йүгерә, ашыға. Был юлы: “Мин арыным, яңғыҙ йәшәп торам”,-тигәс, юғалып ҡалдым. Унан тағы, ысынлап та, балалар бәләкәй, бик шаулаша торған ғәҙәттәре лә бар, арыһа-арыйҙыр, тинем дә, ҡайтыуын көтә башланым. Тик тиҙҙән уның балаһыҙ, яңғыҙ бер ҡатын менән бергә йәшәп ятыуын ишеттем. Ышанманым. Барып һөйләшергә булдым. Шул саҡ иремдән үҙем тураһында ишеткән һүҙҙәргә хайран ҡалып, әле лә уйланып йөрөйөм. Беренсенән, миңә бер кем дә өс бала табырға ҡушмаған, берәүһе лә етер ине икән. Икенсенән, мин үҙемде бөтөнләй ҡарамайым, үҙем дә, кейемдәрем дә яман. Өсөнсөнән, минең менән бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел, һөйләшергә тема ла юҡ. Бер һүҙ әйтмәй боролоп ҡайтып китеп, аптырап ултырам. Өйләнештек, йорт, кәртә-ҡура бөтәйттек, балалар таптыҡ, машина алдыҡ... Барыһы ла шуға ынтылып йәшәй түгелме? Өҫтәүенә, ҡыҙыҡ та булырға тейеш инеме ни?

Читайте нас в