Бөтә яңылыҡтар

Туған - туған булып ҡалмай икән ул...

Бер ҡоҙағыйҙың: "улдарым булмаһа ни! Уның ҡарауы һеҙҙең улдарығыҙ минең ҡулда, минең һәм минең туғандарымдың эшен башҡара, һеҙгә әйләнеп тә ҡарамайҙар, бармайҙар ҙа" тип маҡтаныуына әсәйем өсөн рәнйеп, йөрәгем яна...

Туған - туған булып ҡала, йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тип йырлана йырҙа... Шул, йән тартмайҙыр инде ул...
Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек: мин бер ҡыҙ бала һәм ағайҙарым. Әсәй беҙҙе бер-бер артлы тапҡас, йәш айырмабыҙ ҙа ҙур түгел. Хәҙер инде барыбыҙ ҙа үҙебеҙ өләсәй булырлыҡ йәшкә етеп барабыҙ. Атайыбыҙ мәрхүм булып ҡалды. Унан күп тә үтмәй минең ирем вафат булды. Ҡыҙ балалар менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Шәхси йортта йәшәгәс, ир ҡулы кәрәк булған саҡтар була. Биш ағайым бер көндә килеп бар эшемде бер сәғәттә эшләрлек көстә лә бит, тик юҡ шул, килеп тә урамайҙар. Барыһы ла ҡатындарының туғандарына ғына ярҙамлаша. Мин ниндәйҙер ярҙам һораһам, эште башлайҙар ҙа, ташлап китәләр, унан ҡатындары шул бөтмәгән эш өсөн аҡса теләнселәй башлай. Яҙып ултырам, илап ултырам. Иремдең ҡатыны ла яңғыҙ ине. Мин һәр саҡ иремде "бар барып кил, берәй ярҙам кәрәкмәйме икән" тип ебәрә инем. Үҙебеҙҙән алда уның баҡсаһын ҡаҙып бирҙек, донъяһын буяныҡ...
Әсәй ҡунаҡҡа саҡырһа, һөрлөгөшөп килеп ултыралар. Ҡатындарының һөйләгәне кеше тикшереү ҙә, маҡтаныу. Ихласлыҡ юҡ... Бер ҡоҙағый: "улдарым булмаһа ни, уның ҡарауы һеҙҙең улдарығыҙ минең балама әйләнеп бөткән, миндә улар көн дә тиерлек була, бар эшемде эшләй, минең туғандарыма ярҙам итә, ә һеҙгә түгел" тип маҡтанып ултырғанын иҫләп, әсәйем өсөн рәнйеп, йөрәгем яна.
Сүкеш-балтаһын да тоторға өйрәндем, башҡаһына ла өйрәнермен... Тик туған туған булып ҡалмағанын аңланым... Һүҙ ир туғандар тураһында бара...
Читайте нас: