Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кәләшем икәү булып сыҡты...

Атайым бер һүҙ өндәшмәне. Әсәйем: "Әсәһе менән генә йәшәп өйрәнгән ҡыҙҙан рәт булырмы икән?"-тип ҡуйҙы. Ни тиклем алға ҡараған...

Ауыр хәлгә ҡалдым. Өйләнгәнемә бер йыл тулманы, баш һуҡҡан яҡҡа ҡасҡы килә. Кәләшемә яратып өйләндем. Атайым бер һүҙ өндәшмәне, әсәйем: "Әсәһе менән генә йәшәп өйрәнгән ҡыҙҙан рәт булырмы икән?"- тип ҡуйҙы. Иғтибар итмәнем.
Кәләштең әсәһе: "Ә беҙ бөгөн етелә уяндыҡ, шуға йоҡлайбыҙ инде". Алып килгән шоколадты кәләштең алдынан этеп: "Беҙ быны ашамайбыҙ, хәҙер беҙ бутҡа ашайбыҙ"-тип үҙҙәрен бер кеше итеп һөйләүе ҡыҙыҡ ине тәүҙә. Балдаҡтарҙы өсәүләп һайланыҡ. Унда ла ҡәйнәм: "Беҙгә был бармай, быныһы оҡшамай"-тип һатыусыларҙы аптыратты.
Ярай, өйләнештек. Туй ваҡытында ла кеше аптыратып өсәүләп ултырҙыҡ. Йоҡо бүлмәһенә киттек. Кәләште ҡосаҡлап, күлдәген сисә генә башлағайным, ҡәйнә туҡылдатмай ҙа килеп инде... "Беҙ төнөн һыуһайбыҙ, бына соктар"-тей. Беҙҙең ярым яланғас булыуыбыҙ ҙа туҡтатманы уны. Һәр төн шулай ҡабатлана башлағас, ишекте элеп ҡуйҙым. Сәбәп табып, туҡылдап астыра. Кәләштән әсәйеңдең башы эшләмәйме әллә, тип һорағайным үсегеп китте. Минең атай-әсәйгә күсергә, квартира снимать итергә лә риза түгел. Хәҙер килеп ҡәйнәм: "Һәр төн теймә ҡыҙыма, хәле бөтә бит"-тигәйне, оялып сығып киттем.
Әле атай ярҙамы менән өй һалып ятам. Тик ул һалынып бөткәнсе кәләште күрә алмаҫ хәлгә етермен инде. Хатта эске кейемен дә әсәһе теләгәнен һатып алып кейә. Беҙ көндө генә түгел, ә төндө нисек үткәргәнде лә әсәһенә вис һөйләй. Айырылам тип өйләнмәнем бит. Ни эшләргә?
Марс.
Читайте нас: