Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
15 Февраль 2020, 01:25

Кәләшһеҙ йәшәүем мең артыҡ булған...

Кәләшме? Юҡ, хәҙер минең кәләшем. Ишетеү менән минән баш тартты. Ә бит барыһы ла уның теләктәрен үтәү өсөн башланғайны. Хәҙер мине күрергә лә, ишетергә лә теләмәй. Бына шулай, егеттәр, ҡатын-ҡыҙ өсөн батырлыҡмы-йүләрлекме, ҡылыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Улар рәхмәтле була белмәй...

Мин бәйән итәсәк ваҡиға, дөрөҫөрәге минең хәсрәтле яҙмышым ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Дөрөҫөрәге, шул зат арҡаһында нисек тормошомдоң пыран-заран килеүе. Ирҙәр, ә һеҙгә аҡыл булыр!

Был көндө һөйгәнем менән талашып киттем. Өйләнешергә йөрөгән ваҡыт. Киләсәктә ҡайҙа, нисек һәм ниндәй аҡсаға йәшәйәсәктәре хаҡында һөйләшеп уртаҡ телгә килә алмайбыҙ ҙа ҡуябыҙ. Боронғоса әйткәндә, “ҡарт ҡыҙ” йәшенә ингән кәләшем туй мәжлесенең ҡабатланғыһыҙ матур, сағыу итеп ойошторолоуын теләй. Әммә мин әле бер, әле икенсе урында эшләгән, һәр саҡ төҙөлөш эштәрендәге ялсы-батрак бының мөмкин булмауын белдерҙем. Ә һөйгәнем зәһәр һөйләште: “Мин кейәүгә бер тапҡыр ғына сығасаҡмын! Шуға күрә матур туй күлдәге лә, машиналар ҙа булырға тейеш!”

Сираттағы мәртәбә аҡса еткерә алмаясағым тураһында әйткәс, кәләшем: “Ысын ир булһаң аҡса табыр инең!”-тине лә әйләнеп китте. Был аяуһыҙ һүҙҙәр мине шаңҡытты. Эх, терһәкте тешләп булмай шул. Үткәндәрҙе ҡайтарып булһа, мәктәптә үк тормошҡа умыра тешләп, сат йәбешер ине. Бәлки, көндәлек тулы “икеле”, “өслө” урынына яҡшы билдәләр булыр ине, юғары белем алырға ла ынтылыр инем. Юҡ шул, туғыҙ класты этә-төртә тамамланылды ла, һөнәрселек училищеһында уҡырға маташтым. Һыра эсеү, тәмәке тартыу, ауыл ҡыҙырыуҙы яҡыныраҡ күрҙем. Шулай йәшлек һиҙелмәй үтеп киткән. Ауылдаш ҡыҙ менән нисек яҡынайып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йәше үтеп барған ҡыҙҙың кейәүгә сығырға теләүе һиҙелеп тора ине. Үҙем дә тормош ҡороу тураһында йыш уйлана башланым. Сөнки ҡорҙаштар күптән әллә нисә бала атаһы, һәр береһенең үҙ донъяһы. “Ҡайҙа йәшәйем” тип ҡаңғырырға кәрәкмәй. Өлкән апай-ағайҙар ситкә киткәс, атай йорто миңә ҡалды. Хәҙер инде өлкәнәйгән әсәһе “килен йомошап ултырғым килә” тип йыш әйтә башланы. Ҡайҙан йомошай алһын инде әсәһе, буласаҡ ҡатыны айырым йәйәйбеҙ тип үлтереп алып бара. Өлкән туғандарымдың ата йортон тик әсәйҙе ҡарау шарты менән генә бүләк итеүен уға өндәшеп торманым. Шулай ҙа кәләштең был мәсьәләне һәр саҡ күтәрәсәген яҡшы аңланым. Ана бит юҡ-юҡтан талаш сығарҙы. Туй күлдәгенең—иң ҡиммәтлеһе, мәжлес тик кафела булырға тейеш, имеш. Йәнем көйөп ауылда һатылған иң зәһәр көмөшкәне алып, ауыл ситенә сығып киттем. Әсәйемә эскәнемде күрһәтеп, борсоғом килмәне. Былай ҙа һуңғы ваҡыт бик йыш ауырый башланы, “Туйыңды күреп буламы-юҡмы”,-тип көрһөнөп күңелде әрнетә.

Көҙгө үләнгә ултырып әкрен генә яңғыҙым көмөшкә һемерҙем. Шул саҡ янымдан элекке дуҫым ҡиммәтле машинаһында елдереп үтеп китте. Клубҡа бергә йөрөнөк, ҡыҙҙар артынан саптыҡ, һыра эстек, тик йылдар менән аралары һыуынды. Дуҫым һөнәрселек училищеһын тамамланы, унан ситтән тороп юғары белем алды, ауыл ерендә үҙ эшен асып ебәреүгә лә өлгәште. Ә нисәнсе машина алмаштырҙы! Мин туйымды нисек үткәрергә белмәй аптыранам, ә ул иномаркала елдерә! Асыуҙанмы, көмөшкәнәнме башҡа хәтәр уй килде бит. Минең менән бергә эсергә яратҡан дуҫымды саҡырып алдым. Ул “көмөшкә бар” тигәс йүгереп килеп етте. Ҡыҙмаса булып алғас элекке келәтте таларға тәҡдим иттем. Йәнәһе, серегән бай, беҙҙең менән дә уртаҡлашһын. Барҙыҡ, һатып булған әйберҙәрҙе алып сыҡтыҡ. Ауылда кешенең аҡсаһы бармы инде? Урланған бар әйберҙәр көмөшкәгә алмаштырылды. Айныҡҡанда мин һаҡ аҫтына алынған инем. Суд булды, ярай әле ултыртып ҡуйманылар. Элекке дуҫым үс алып торманы, судьяға: “Минең уға ҡарата бер дәғүәм дә юҡ, ултырмағыҙ, холҡон иректә төҙәтһен”,-тине. Уның был һүҙҙәренән һуң тағы ла ҡыйын. Күрә алмаһын ине ул мине! Минең хаҡта яманлап һөйләп йөрөһә лә еңелерәк булыр ине. Ә ул миңә ҡул биреп һаулыҡ һораша. Әсәйем бик ҡайғырып, һаулығы ҡаҡшаны.

Кәләшме? Юҡ, хәҙер минең кәләшем. Ишетеү менән минән баш тартты. Ә бит барыһы ла уның теләктәрен үтәү өсөн башланғайны. Хәҙер мине күрергә лә, ишетергә лә теләмәй.

Бына шулай, егеттәр, ҡатын-ҡыҙ өсөн батырлыҡмы-йүләрлекме, ҡылыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Улар рәхмәтле була белмәй. Уның ҡарауы мин хәҙер йәмғиәт өсөн “судимый“ мөһөрө аҫтында ҡалдым...

Р.

Читайте нас: