Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Йөрәк яныр серҙәр бар
8 Октября 2019, 12:27
Апайым ҡәҙерлерәк шул
Ни өсөн ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларын айырып ҡарай икән? Әллә был беҙҙең ғаиләлә генә шулаймы? Бәләкәй саҡтан апайымды минән нығыраҡ яратҡандарын тойоп үҫтем. Беренсе баланы улар бик ныҡ көтөп алғандар икән. Ә мине малай булһын, тигәндәр.Ошондай хәл һеҙҙә лә булғаны бармы? (дауамын сайттан уҡығыҙ)
Тик ҡыҙ булып тыуғанмын шул. Һөҙөмтәлә кескәй саҡтан үҙемә ҡарата иғтибарһыҙлыҡты тойоп үҫәм. Миңә бик-бик һирәк осраҡта ғына яңы әйбер һатып алалар. Апайымдан ҡалғанды кейеп үҫәм. Ярай, уныһына түҙергә лә була. Апайым телефон артынан телефон алмаштырттыра. Мин гел “бишле”гә уҡыным – ата-әсәйҙең иҫе лә китмәне. Йәнем көйөп насар уҡый башланым. Барыбер бер нимә тимәнеләр. Ә апайым өсөнсө мәртәбәнән генә имтиханын тапшырғайны, уның өсөн байрам ойошторҙолар. Мин ике йыл буйы яҡшы телефонға тип аҡса йыйҙым. Апайым уны табып алған да, барып үҙенә күлдәк- косметика һатып алған. Илай-илай әсәйҙәргә һөйләгәйнем, үҙемде әрләнеләр, йәнәһе, апайыңа аҡса кәрәгерәк.
Хәҙер мин был ғаиләгә яңылыш килеп эләккәнемә тулыһынса ышандым. Бәлки, мине балалар йортонан алғандарҙыр?
Зилиә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"