Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
18 Сентябрь 2019, 11:19

“Уның торор ере лә юҡ, әммә туй буласаҡ...”

“Һаҡмар” гәзитенең 43-сө һанында “Йәнһеҙ ҡалһам да, төштәремдә тереләм” (https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/y-n-e-al-am-da-t-sht-remd-terel-m-kafela-y-os...), 57-се һанында баҫылған “Ҡуш йәнле булып тыуғанмын” (https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/-ush-y-nle-bulyp-tyu-anmyn-/) мәҡәләләре гәзит уҡыусыларҙы ҡуҙғытып ебәрҙе. Унда бер нисә йыл урамда берәҙәк тормош алып барған Мөхтәр ағай тураһында бәйән ителгәйне.

Тәүге яҙмала күңел матурлығын юғалтмаған ағай нисек ошо хәлгә төшөүен бәйән иткәйне. Тәүге мөхәббәтенең фажиғәле үлеменән һуң, ҡыҙҙы үҙенә ҡул һалырға мәжбүр иткән кешене ныҡ итеп туҡмап, Мөхтәр ағай ситкә сығып китергә мәжбүр була. Украина яҡтарына барып юлыға ул. Шунда өйләнә, йәшәй. Ҡатыны, өлкән ҡыҙы үлгәндән һуң, кесе ҡыҙы һәм кейәүе ағайҙың өйөн һаттыра һәм ағайҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Күп тә үтмәй улар уны рәнйетә, хатта туҡмай башлай. Мөхтәр ағай Башҡортостанға юлланырға мәжбүр була. Ошонан һуң ул йортһоҙ һәм яҡындарһыҙ тороп ҡала.

Аслыҡтан хәлһеҙләнеп йоҡлап киткән саҡтарын иң бәхетле тип һанай асарбаҡ. Сөнки ошо төштәр донъяһында ул тәүге мөхәббәте – фажиғәле яҙмышлы Мәүлиҙәһе менән осраша. Кескәйҙән үгәй әсәнән генә түгел, ә үҙ атаһынан да туҡмалып үҫкән Мөхтәр ағайҙың яҙмышы бар район халҡын тетрәндерҙе. Мәҡәлә сығыу менән уның хаҡында һорашҡан, уға ярҙам

итергә теләгән кешеләр күбәйҙе. Айырыуса төрлө йәштәге апайҙар Мөхтәр ағай менән осрашыу теләген еткерҙе. Тик ул башҡа яҙмышы менән шаярырға теләмәүен, үҙенә үлергә лә күп ҡалмауын белдергәйне.

Тиҙҙән урамда унда-бында күреп йөрөгән Мөхтәр ағай юғалды ла ҡуйҙы. Мин уның тураһында яҙып, тормошона мәшәҡәттәр индергәнмен, тип борсолғайным. Тик сәбәбе иҫ киткес ҡыуаныслы булып сыҡты. Уның ҡайҙа йөрөгәнен ныҡышып һораған бер апай Мөхтәр ағайҙы йортона алып ҡайтып киткән икән. Ике тиҫтә йылдан ашыу яңғыҙы йәшәгән апай был ағайҙың вафат булған тормош иптәшенә бик оҡшауын иҫе китеп һөйләне. Ә тиҙҙән улар мине үҙҙәренең никах туйына саҡырҙы.

Уйламағанда ике кешенең яҙмышын ҡырҡа бороп ебәреүемә борсола-борсола барып еткәнемдә, бәхетле пар мине түҙемһеҙлек менән көтә ине. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан апайҙың 4 балаһы, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре һәм мин. “Тик үҙебеҙҙекеләр генә!”, – тине апай йылмайып. Унан яңғырауыҡ тауыш менән: “Мөхтәәәр! Һин ҡайҙа? Гүзәл килде бит!” – тип ҡысҡырып те ебәрҙе.

Кәртә яғынан ағайыбыҙ ҙа күренде. Мин тәү танышҡан кеше менән бер оҡшашлыҡ ҡалмаған. Күҙҙәр яна, атлап йөрөшө – йәштәрсә! “Һаумы, туғаным”, – тип ҡосаҡлап алды. “Бына шулай, өйләнешергә булып киттек әле”, – тине лә апайҙы ла ҡосаҡлап алды. Ә минең күҙҙән бер туҡтауһыҙ йәштәр аға башланы. Йөрәккә килеп тулған хис-тойғоларҙы аңлатырлыҡ һүҙҙәр ҙә еткереп булмайҙыр. Осраҡлы яҙмыштарҙың бер йән булып уҡмашыуынан күңелем тулды. Бәхетле күҙ йәштәре татлы була ул, шуға күрә ҡайһы саҡта уларҙы ла ҡойоп алыр кәрәк.

Апай мине ишле ғаиләһе менән таныштырҙы. Барыһы ла тормошта матур итеп урынлашҡан, яҡшы урындарҙа эшләй. Өлкән ҡыҙы: “Әсәйҙе ауылдағы йортон һатып, беҙҙең беребеҙгә күсергә әллә күпме өгөтләнек. Юҡ, хатта ҡунаҡҡа килһә лә, бер төн йоҡлай ҙа “өйөм” тип елдереп ҡайтып китә. Бер ҡасан эштән бушамай. Малын да көтә, баҡсаһын да үҫтерә. Күрәһең Мөхтәр ағайҙы осратасағын һиҙеп күсенмәгәндер”, – тип шаяртып ҡуйҙы.

Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл артында йылмайып ултырған бәхетле парға ҡарап һөйөнөп бөтә алманым. Балалары йүгереп йөрөп бишбармаҡ бешерә, шешлек ҡыҙҙыра. Уларға ара-тирә Мөхтәр ағай ҙа ҡушылып китә. Нимәһендер алып бирә, ҡырҡырға ярҙам итә. Хужабикәнең осло күҙҙәре барыһын да күрә. Шунда уҡ: “Ағайығыҙға эш ҡушмағыҙ әле! Былай ҙа таң һарыһынан тороп, бер ултырғаны юҡ. Бына һин уларҙы! Йомошсо малай тапҡандар”, – тип уйынлы-ысынлы әрләшеп алған була.

Мөхтәр ағайҙың бындай хәстәрлектән йөҙө яҡтырып китә, “Ярай инде, бер ауырлығы ла юҡсы”, – тигән була.

Өй эсендә генә түгел, ә бар тирә-яҡҡа таралған бәхет тойғоларына сорналып ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Бына яныма апайҙың кесе ҡыҙы килеп ултырҙы.

“Һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә. Әсәйебеҙҙе бындай бәхетле итеп күргәнем юҡ әле. Тәүҙә ул кейәүгә сығырға уйлауын белдергәс, аптырап ҡалдыҡ. Нисек инде – 20 йыл яңғыҙ йәшә лә, хәҙер килеп тормошҡа сыҡ. Кем, ҡайҙан икәнен һорағас, әсәйебеҙ: “Уның йорто ла, донъяһы юҡ, балалары ҡыуып сығарған”, – тигәс, ултыра төшә яҙҙыҡ. Һәр саҡ аҡыл менән эш иткән әсәйебеҙҙе таныманыҡ. Мөхтәр ағайҙы килеп күргәнсе тыныслана алманыҡ. Ә ул бик шәп кеше булып сыҡты.

Беҙ һуң ғына килдек. Һәр саҡтағыса йортта таҙа, әсәйҙең тәмлекәстәре әҙер. Күмәкләшеп ултырып ашаныҡ, һөйләштек, таныштыҡ. Әсәй менән был ағай эйәртенешеп кенә йөрөй: баҡсаға ла бергә, малға ла. Ятыр алдынан тағы оҙаҡ итеп сәй эстек тә, бүлмәләргә таралыштыҡ. Төнгө өс тирәһендә уянып китһәм, аш бүлмәһендә ут яна. Барып ҡараһам, әсәйем менән Мөхтәр ағай һаман сәй эсеп, көлөшөп һөйләшеп ултыра. Таңғы биш тирәһендә тағы уяндым. Аш бүлмәһендә әсәй менән ағайҙың быш-быш һөйләшкән тауышы ишетелә. Сығып ҡараһам, әсәйем ҡоймаҡ ҡоя, Мөхтәр ағай сәй яһап тора, үҙҙәре әллә нимә һөйләшәләр, көлөшәләр. Ошонан һуң ғына әсәйемдең, балалары булыуына ҡарамаҫтан, ни тиклем күңел яңғыҙлығына дусар булып йәшәүен аңланым. Һәр кемгә йөрәгенә тап килгән йәр насип булмай. Ә бына Мөхтәр ағай әсәйебеҙҙе, әсәйебеҙ уны бәхетле итә алды. Уларҙың һөйләшеп – һүҙҙәре, эшләп эштәре бөтмәй. Әле бына уйлап ҡуям: әллә Украиналағы ҡыҙы менән кейәүен эҙләп табырғамы икән? Бәлки, уларҙы илдәрендәге тынысһыҙлыҡ шундай ҡаты бәғерле иткәндер? Мөхтәр ағай быға нисек ҡарар икән? Бәлки, ул да ҡыҙын уйлап, йөрәге өҙөләлер...”

Изге күңелле апайҙың балаларының да күңеле шундай саф, матур шул. Хәйер, Мөхтәр ағай ҙа йортһоҙ ҡалып, үҙ ҡыҙынан һәм кейәүенән туҡмалып, урамда тороп ҡалыуы тураһында күптән онотҡан. Уларҙың икеһенә лә кешеләрҙә лә, тормошта ла тик яҡшы яҡтарҙы күреү хас. Бәлки, шуға Хоҙай Тәғәлә уларҙы осраштырып, тағы ла олораҡ бәхет бүләк иткәндер.

“Мөхтәр ағайыңдың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Әллә ҡасандан ултырған машинаны йүнәтте лә, рәхәтләнеп тәбиғәтте ҡыҙырабыҙ. Дарыу үләндәре, Күгәрсен яҡтарына барып еләк йыйҙыҡ. Ямғырҙар башланһа – бәшмәк китер, уныһына ла йөрөрбөҙ, тибеҙ. Ағайың мал тирәһенә мине бөтөнләй сығармай. Һыйыр һауғанда янымда һаҡлап, ҡарап ҡына тора. Рәхәтләнеп ҡунаҡтарға икәүләшеп йөрөнөк. Хәҙер бына никах уҡытҡас үҙебеҙ ҙә саҡырып алырбыҙ. Ишек алдында бер туҡтауһыҙ ниҙер эшләгән Мөхтәргә ҡарап ҡуям да, бәхетемә күҙ генә теймәһен инде, тип теләйем. йылмайып йоҡлап китәм, йылмайып уянам... “Мин” тип һөйләгәнгә ҡарағанда, “беҙ” тип әйтеүе әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ҡыуаныс икән ул”.

Апайҙың берсә уйланып, берсә балаларса шатланып һөйләгәндәрен рәхәтләнеп тыңлайым. Эйе, һәр кемдең үҙ яҙмышы. нисәмә йыл урамда берәҙәк тормош алып барып, хәҙер инде үҙ ғаиләһен тапҡан Мөхтәр ағай өсөн нисек шатланмаҫһың? Һәр саҡ көслө булып, һыр бирмәй йәшәгән апай өсөн дә бәхетле күк көмбәҙе асылды. Уларға ҡарайһың да, “быға тиклем нисек

айырым йәшәнеләр икән”, тип аптырайһың.

Матур йәмле йәй кисе һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Уйламағанда йөрәгемә яҡын булған кешеләрҙе осратыуым минең күңелемдә лә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Улар ҙа яҙмышымдың бәхетле бер өлөшөнә әүерелде...
Читайте нас: