Бөтә яңылыҡтар

“Ҡуш йәнле булып тыуғанмын...”

“Ҡуш йәнле булып тыуғанмын...”– тине “Һаҡмар” гәзите аша үҙ яҙмышын осратҡан Мөхтәр ағай

“Һаҡмар” гәзитенең 43-сө һанында сыҡҡан “Йәнһеҙ ҡалһам да, төштәремлә тереләм...” (https://hakmar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-yanyr-ser-r-bar/y-n-e-al-am-da-t-sht-remd-terel-m-kafela-y-os...) мәҡәләһе бар район-ҡаланы ҡуҙғытты. Дөрөҫөрәге – ҡатын-ҡыҙ халҡын. Унда ошо юлдар авторының берәҙәк тормош алып барған Мөхтәр ағай менән әңгәмәһе баҫылғайны. 60 йәште үткән ағай нисек бомж хәленә төшкәнен бәйән иткәйне.

Тамам юлдан яҙған кеше түгел ул. Ауыр бала саҡ, тетрәндергес беренсе мөхәббәт (ул үҙенән өлкән ауылдаш ҡыҙын ярата, тик һөйгәне Мөхтәр әрмелә саҡта, мәсхәрәләнеп, ауырға ҡалыу ғәрлегенә сыҙамай, үҙ-үҙенә ҡул һала), беренсе осраған кешегә өйләнеп, сит ерҙәрҙә йәшәй, тик ҡатыны үлеү менән балалары уны туҡмап, ҡыуып сығара... Шул рәүешле ағай тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Ауылына ҡайтмай, Баймаҡ ҡалаһында унда-бында теләнселәп йөрөй. Хушлашҡанда Мөхтәр ағайҙың: “Һин йәлләмә мине, һеңлекәш. Минең ғүмерем Мәүлиҙә һәләк булыу менән өҙөлдө. Әйтерһең, йәнемде һурып алғандар ҙа, тәнем хаҡында онотҡандар... Буш йөрәк, буш хыялдар...” – тип әйтеүе йөрәгемдең тыныслығын алғайны.
Бер минекен генә түгел икән. Мөхтәр ағай тураһында мәҡәлә баҫылыу менән редакцияға, шәхсән миңә шылтыратыусылар күбәйҙе. Ни тиклем изге күңелле, саф йөрәкле кешеләр йәшәй беҙҙең төбәктә! Һәр кем Мөхтәр ағайға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Был хәл-ваҡиғалар изге Рамаҙан айында бәйән ителгәйне. Кемдер Мөхтәр ағайҙы мәсеткә йәшәргә саҡырҙы, бәғзеләр үҙҙәренең буш торған өйөнә урынлаштырырға әҙер ине. Иң тетрәндергәне – Мөхтәр ағайға күңел наҙын, мөхәббәтен бирергә әҙер булған апай-инәйҙәр булды. Яңғыҙ йәшәгән ҡатындар Мөхтәр ағайҙы үҙенең янына алырға әҙер булғанын белдерҙе. Был хаҡта ишетеү менән ҡыуанып, ағай янына йүгерҙем. Тик ул ҡырҡа баш тартты. Унан бөтөнләй юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бер нисә көн буйы эҙләнем уны. Сөнки һәр саҡ күҙ алдында йөрөгән кешенең юғалыуы сәйер ине. Дөрөҫөн әйткәндә, Мөхтәр ағайҙы башҡа күрмәҫмен тип уйлағайным. Уның яҙмышын бәйән итеп, донъяға фашлап, күнеккән тормошонан айырыуҙа үҙемде лә ғәйепле тойҙом.
Ул көн телефоным шылтырағанда Мөхтәр ағайҙың юғалыуына бер ай самаһы үтеп киткән ине. Мөләйем генә апайҙың тауышы яңғыраны. “Һеңлем, һиңә рәхмәт әйтергә теләйем. Мөхтәр ағайыңды барыбер барып таптым бит! Алып ҡайттым”, – тине ул кеткелдәп көлөп.
Шул саҡ был тауыш иҫемә төштө. Әлбиттә! Был апай ныҡышып-ныҡышып Мөхтәр ағайҙың телефонын, ҡайҙа йөрөүен һораны. Мин ағай менән һөйләшеп, ул осрашыуҙан баш тартҡас, апайға был хаҡта әйттем. Тик ул үҙенсә эшләгән икән. Афарин! Апай бер килке өндәшмәй торғас, барыһын да һөйләп бирҙе: “Һеңлем, һин: “Юҡ, танышырға ла, тормошон да үҙгәртергә теләмәй”, – тигәс йәнем көйөп китте. Минең холҡом йәш саҡтан дыуамал булды. Атайымдың уҫаллығы ла туҡтата алмай ине. Яҡшы яҡҡа дыуамал инде былай. Шулай, мине яратмаған кешегә кейәүгә бирергә булып киттеләр. Совет власы булһа ни? Аллаға шөкөр, беҙҙең атай-әсәйҙәр үҙ законы буйынса йәшәне. Ә миңә ауылдағы иң йыуаш, иң баҙнатһыҙ егет оҡшай ине. Мине ысынлап та күңелем ятмаған кешегә кейәүгә бирергә йөрөгәндәрен аңлағас, нимә эшләргә белмәнем. Унан оҡшатып йөрөгән егетте урамда тотоп алдым да: “Киттек минең ата-әсәйемә. Мин һине оҡшатам. Өйләнешәйек!” – тинем.
Бахырым күҙҙәрен аҡайтып ҡарап тик тора миңә. Унан бергәләшеп беҙҙең йортҡа барып индек. Атайым тегене: “Алйот, йәлләйем мин һине! Был албаҫты менән нисек йәшәргә уйлайһың? Ашай бит ул һине! Уға уҫал ир кәрәк”, – тине. Шул саҡ баҙнатһыҙ тип уйлаған егетем: “Мин яратам уны”, – тимәһенме!
Бик матур, бәхетле йәшәнек. Бер ҡасан да тауыш күтәргәне булманы. Хәйер, алдайым, булды. Ауылға барырға тейеш инек. Ирем ғәҙәттәгесә тыныс тауыш менән: “Иртәгә эшем бөтә. Бергә сығырбыҙ”, – тине. Мин уны тыңлап тораммы инде! Алдан һыпырттым. Ирем килмәне. Ҡайтып тегене әрләй башлағайным, “Минең менән йәшәргә теләйһең икән, башҡа минең һүҙемдән сыҡмайһың!” – тип өҫтәлгә йоҙроғо менән килтереп һуҡты. Ә йоҙроҡтары тос, үҙе көслө ине уның! Хәҙер ундай ир-егеттәр ҙә юҡ ул. Белдермәһәм дә, өҙөлөп яраттым иремде. Ул үлгәнгә бына егерме йыл үтеп китте. Тауышһыҙ, тырышып донъя көткән ирем, шулай уҡ тынһыҙ ғына ҡапыл үлде. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Балалар хаҡына ғына тере ҡалғанмындыр. Ҡайғымды тышҡа сығармаһам да, һағыштан үлә яҙҙым. Хәҙерге йәштәр кеүек шап та шоп шунда уҡ үбешә башламаһаҡ та, тәндәребеҙ генә түгел, ә йәндәребеҙ ҙә уртаҡ ине.
Һинең Мөхтәр тураһындағы мәҡәләңде уҡығас, күңелем әллә нимә эшләп китте. Аңлайым мин уны! Мөхәббәтен юғалтып, был донъяла яңғыҙы ҡалған кешеләрҙән бәхетһеҙ кешеләр юҡ был донъяла. Күңел дә китек, йөрәк тә, ашағаның – аш, йоҡоң йоҡо түгел. Кешеләр араһында ла яман уйлылар күберәк. Яңғыҙҙарҙы, айырыуса ҡатындарҙы, рәнйетергә, мыҫҡыл итергә, улар хаҡында яман һүҙ таратырға ғына торалар... Барыһы ла үтте инде баштан. Тик яңғыҙҙарҙы Хоҙай Тәғәлә үҙе һаҡлауын, уларҙың әсе күҙ йәштәре өсөн ҡурҡыныс язағыҙҙы мотлаҡ аласағығыҙҙы онотмағыҙ. Быныһы ла үҙемдә һыналған.
Мөхтәрҙең ҡайһы тирәлә йөрөгәнен һинән белгәс тә, киттем янына! Барып эҙләп табып алдым һәм ... ҡолап китә яҙым. Уның күҙ-ҡарашы хәс тә минең егерме йыл элек вафат булған иремдеке кеүек ине. Аяҡтарым ҡалтырап, быуындарым тотмай башланы. Минең текләп ҡарап тороуымды Мөхтәр ҙә һиҙеп ҡалды. Бер килке, теге кинола Штирлиц ҡатынына ҡарай бит, шулай итеп бер-беребеҙгә текләшеп торҙоҡ. Ул ҡапыл боролоп китә башлағас, артынан барып еңенән тотоп алдым да: “Һин теге гәзиттә сыҡҡан Мөхтәр бит әле!” – тинем. Ҡойолоп төштө. Хатта баҙнатһыҙлығы минең ирҙең йәш сағына оҡшаған. “Киттек миңә!” – тейем. Был бөтөнләй аптырап ҡалды. “Әйҙә, оҡшамаһа, кире урамыңа сығып китерһең”, – тинем бойороулы тауыш менән. Күндәм генә артымдан эйәрҙе. Алып ҡайттым. Мөхтәр нимә эшләргә, ҡайҙа ултырырға белмәй аптырана. Тегегә әйтәм: “Бар утын яр әле. Мунса яғам”, – тип эш ҡуштым. Йәһәтләп сығып эшкә тотондо. Мул итеп ит бешерергә һалдым. Мунсаға ҡоҙоҡтан һыу ташыйым тигәйнем, ҡулымдан биҙрәләрҙе тартып алды. Үҙе ташыны, тоҡандырып ебәрҙе. Мин өҫтәл әҙерләгәнсе, иҙәндәрен дә йыуып-таҙартып сыҡҡан. Күңелем әллә нимә эшләп китте. Ултырып илап алдым. Һимеҙ бишбармаҡты ҡорот һалып рәхәтләнеп ашаны ағайың. Хәс тә минең ирем терелеп яныма ҡайтҡанмы ни! Мунсаға ебәргәйнем, әллә ике сәғәт ултырҙы инде. Мин йүгерә-атлай магазинға барып уға яңы күлдәк-салбар, эс кейемдәре алдым. Тәүҙә алмай маташты, унан кейҙе.
Бына шулай йәшәп киттек, һеңлем. Мал, ҡош-ҡортто ҡарауҙы, баҡсаға һыу ҡойоуҙы оноттом. Киләһе йома никах уҡытырға уйлайбыҙ. Һине саҡырһаҡ – килерһеңме икән? Ағайың: “Ул ҙур кеше бит, уның ваҡыты булырмы икән?” – ти. Мин: “Ни эшләп килмәһен?” – тигән булдым да, шулай ҙа ҡартайған көндәребеҙҙә бер-беребеҙҙе табышырға ярҙам иткән өсөн табын артында нәҡ һине күргебеҙ килә...”
Апай тынып ҡалды. Мин никахтарына мотлаҡ киләсәгемде әйткәс, шатланып китте. Ипләп кенә: “Мөхтәр ағай менән һөйләшергә мөмкинме? Әллә өйҙә юҡмы?” – тип һораным. “Хәҙер саҡырам, ул ни мал араһына, баҡсаға инеп китһә, юғала ла ҡуя бит, әле иҫке “Жигули”ны сығарып соҡой башлаған ине. Йүнәтеп, мине шуның менән генә алып йөрөйәсәкмен, ти. Тиктормаҫ булып сыҡты шул ағайың...”
Апайҙың: “Мөхтәәәр, һин ҡайҙау, кил әлеү”, – тип наҙлы тауыш менән саҡырғаны ишетелде. Был йортҡа бәхет ҡунғаны тойолоп тора ине. Тиҙҙән Мөхтәр ағайҙың тауышы ишетелде. “Ҡотлайым, мин һеҙҙе бер итеп Баймаҡта эҙләйем, ә һеҙ кейәү булып киткәнһегеҙ икән”, – тип шаярттым. “Эй, һеңлекәш, рәхмәт инде! Уйламағанда тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе! Апайың шул тиклем ипле, аҡыллы, матур, сая. Ҡайһы саҡта иртәнсәк битемдән һыйпағанына уянып китәм дә, күҙҙәремде лә асмай ятам. Мин атайымдан туҡмалып ятҡанда Мәүлиҙәнең ҡулдары ла мине шундай наҙлылыҡ менән һыйпай ине. Күҙ ҡараштары ла яуапһыҙ ҡалған беренсе мөхәббәтемдеке кеүек. Ишек алдында бергәләшеп йөрөйбөҙ. Һыу буйҙарына барабыҙ. Әле еләккә барып ҡайттыҡ. Бәлештәрҙе бигерәк оҫта бешерә апайың. Сәй эсергә ултырһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Нисек быға тиклем бер-беребеҙҙе белмәй йәшәнек икән, тип аптырашабыҙ. Апайың кеҫәмдә йөрөгән Мәүлиҙәнең боронғо фотоһын мәрхүм иптәшенең һүрәте эргәһенә ҡуйып: “Уларҙың йәндәре беҙҙең өсөн шатлана ул, Мөхтәр. Беҙгә ҡарап ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашып торһондар”, – тигәс, йөрәгем тулыһынса апайыңдыҡы булды ла ҡуйҙы. Әле лә беҙ икәү иркенләп һөйләшһен тип, ишек алдында тороп ҡалды. Шул тиклем бар эште үҙе эшләп өйрәнгән, саҡ ҡыуып индереп ебәрәм өйгә. Ҡатындарҙың былай ҙа мәшәҡәте күп. Шулай, һеңлекәш, ҡуш йәнле булып тыуғанмындыр, күрәһең...”
Ошонан оло бәхет бармы донъяла! Аҙашҡан, талсыҡҡан, арыған ике йән бер булып ҡушылып, бәхет һәм мөхәббәт диңгеҙендә йөҙә. Нисә йәштә, кем булыуыңа, йәмғиәттең ниндәй баҫҡысында тороуыңа ҡарамаҫтан, яҡты киләсәккә ышанырға-инанырға кәрәктер. Уйламағанда барлыҡҡа килгән был пар күңелемде үҫтереп ебәрҙе, әйтерһең дә, уларҙың бәхет яуыны миңә лә яуа. Бәлки, шулайҙыр ҙа...

P.S. Күңелле мәшәҡәттәр менән янып йөрөйөм. Мөхтәр ағайҙарҙың ике көндән буласаҡ никахына бүләк-күстәнәстәр әҙерләйем. Бар Баймаҡ халҡы исеменән ҡотлауҙар һәм иң изге теләктәрҙе еткерһәм, ҡаршы булмаҫһығыҙ, моғайын?

Читайте нас: