Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Ғинуар 2019, 17:24

Иң хәсрәтле күҙҙәр

Ниндәй ҙә булһа әйберҙе кредитҡа алып, магазин тупһаһын аша атлап сығыу менән онтағанығыҙ бармы? Беҙҙең киләһе геройыбыҙ тап шула

Кешенең күҙҙәре күп нәмә хаҡында һөйләй. Унда ҡыуанысты ла, һағышты ла күрергә мөмкин. Ә мин Яңы йыл алдынан донъялағы иң хәсрәтле күҙҙәрҙе күрҙем. Һаман да онота алмайым. “Связной” магазинында бер ҡыҙ кеҫә телефоны һатып алды. Үҙем планшет һайлап йөрөгәс, уның телефонды оҙаҡ итеп кредит аша алғанын күрҙем. Байрам алды, кеше күп килеп тороп. Ниһайәт, ҡыҙ кеҫә телефонын алды ла, боролоп сыға башланы. Шул саҡ бейек үксәле итектәре тайып киттеме, әллә яҙа баҫтымы – ул ҡолай башланы. Ҡулдарын болғай башлағайны, яңы ғына алған кеҫә телефоны ҡулынан ысҡынып иҙәнгә осто. Экраны менән иҙәнгә барып төшкән телефон селпәрәмә килде. Шул саҡ ҡыҙ күтәрелеп беҙҙең яҡҡа ҡараны. Күҙҙәрендәге һыҙланыу! Һатыусылар баш сайҡап ҡына ҡуйҙы ла, берәүһе: “Һеҙ бындай осраҡтан страховкалауҙан баш тарттығыҙ бит”, – тип кенә ҡуйҙы. Эх, йәл булды шул ҡыҙҙы.

Ф. Әхмәтов.
Читайте нас: