Бөтә яңылыҡтар

Хыялға хат

Ул бит тере, ул пленға эләгеп, ярман ерендә ҡалды һуғыштан һуң, шунда эшләне, йәшәне, өйләнде, инде анауындай ыздарауай һылыу егетте буш ҡалдырмайҙар инде. Шунан балалары булды. - Ә һин быларҙы ҡайҙан беләң, нишәп мин белмәйем ул? - Уны минән башҡа берәү ҙә белмәй. Мин генә беләм, мин генә көтәм уны. Әллә нисә балаһын, һары бисәһен эйәртеп ошонда килеп инһә, мин уны күреүемә шатланып бөтәһен дә ҡосаҡлап алыр инем. - Ыстағәфирулла. Бына ҡыҙыҡ. Нишләп мин белмәйем әле уны. - Ҡайҙан һиңә белергә. Ул бит шулайтып донъя көтөп, балалар үҫтереп минең хыялымда ғына йәшәй, үлмәгән. Ҡәбере табылған имеш. - Аһ-аһ...

хикәйә

Һайт та һайт” тигән тауыштарҙы ишетеп Ғәфүрә ҡапҡа яғын байҡаны. Унда ейәне тырым-тырағай сәселергә маташҡан һыйыр, башмаҡтарын ҡайырып, урамға индерә икән. Иҫке генә вилсәпитен шығыр-шығыр әйләндереп, һөрәнләп малдарын индереп ҡуйҙы ялан кәртәгә. Йәйге эҫелә ҡояшҡа ҡап-ҡара булып янған ейәнен йәлләп ҡуйҙы ул. Ни тиһәң дә ауылда башҡа малайҙар улай төҫ-баштары ҡара түгел дә ул, был бер үҙе шулай.

Тоҡомобоҙ шулай булғас, ҡалайтаң инде, мин дә бит аҡ йөҙлө түгел. Йәш саҡта йәйге селләлә бесән, ураҡ мәлендә бигерәк ҡояшҡа янып ҡара ялтырап китә торғайным. Ә шулай ҙа Рәхмәтуллам бик ярата торғайны, миңә генә яратып әйткән һүҙе була торғайны. Ээй бахырҡайым, ҡайҙарҙа ғына нимәшләп йөрөй икән. Ҡыҙыҡ, тегендәге балалары ни ҡиәфәттә икән, беҙҙең һымаҡ ҡап-ҡарамы, әллә анау мәрйәләр кеүек һап-һары микән?

Был уйҙарҙың осона сығып булмаҫ тип уларҙы үҙенән ҡыуҙы ла, биҙрәләрен алып кәртә яғына атланы. Йәйгеһен ауыл кешеһенә көн етмәй инде ул, ҡош-ҡорт ҡарап, усаҡ яғып, эркет һапырып, икмәк бешереп, емеш-еләген ҡайнатып, кискеһен инде һыйырҙарҙы һауып, ҡаймағын сепаратта бороп, йыуып, сәй эсеп ятып киткәнсе төнгө бер булып китә. Шул эштәрен бөтөрөп, ғаиләһе менән сәй эсеп йоҡларға яттылар. Ятыу менән генә йоҡлап китеп булмай инде ул, башҡа төрлө уйҙар килә. Әле тыштан саҡ-суҡ саҡырған тауыш ишетелә. Бигерәк моңһоу кеүек бөгөн уларҙың тауыштары. Ғүмер буйы осраша алмай йөрөгән туғандар бит улар. Иртәнсәк тороу менән намаҙын уҡып, киләһе көндөң яҡшы килеүен Аллаһы тәғәләнән һорап доғалар уҡып, көндәлек бөтмәҫ ауыл мәшәҡәттәренә сумды ул. Ләкин был көн уның өсөн яҡшыларҙан булманы шул. Йоҡо туйҙырып уянған ейәндәрен ашатып, емеш-еләк ҡайнатып усаҡлығында булышып йөрөй ине, тауыш яңғыраны.

- Һаумы апай. - Ғәлим килеп ингән икән. - Рәфил өйҙәме?-тип һорай күп эсеүҙән ҡарлыҡҡан тауышы менән.

- Һаубыҙ әле. Ул ҡайҙан өйҙә булһын, эштә.

- Ә, ярай апай. Апай мин әҙерәк ауырып киттем шул, әммә иртәгә йүнәләм. Ысын. Беләһең дә инде мин улайтып эсеп йөрөй торған кеше түгел. Хәҙер бына баш төҙәтәм дә и все! Апай, һин только Зөләйхә һеңлеңә әйтеп ҡуйма инде, атыу ул хәҙер минең башты ашай. Ныҡ әрләй бит ул, яраймы, өндәшмә.

- Ярай инде, - тигән булды Ғәфүрә.

Эй бахырҡай, ни хәлгә төшөп йөрөгән була бит әле. Өндәшмә, әрләй имеш. Зөләйхә уны ҡыуғанға, дөрөҫөрәге, уның ҡалала йәшәгән улы ҡыуып сығарғанға, инде йылдан ашты бит инде. Һаман бергә йәшәгән кеше һымаҡ хәбәр һөйләп йөрөй. Бахыр, ҡалайтһын, кеше үҙенең кемгәлер кәрәк икәнен тойоп йәшәргә тейештер. Яңғыҙлыҡ айға килешһен тип халыҡ дөрөҫ әйтә ул. Зөләйхәнең ире үлеп киткәс, әллә нисә йыл яңғыҙ йәшәне инде. Был Ғәлим дә йәштән яратып өйләнгән ҡатынын ауыл осондағы Олоташ аҫтындағы зыярат ҡуйынына апарып һалғанына байтаҡ йылдар үтеп китте. Былай икәүһе ҡауышып матур ғына йәшәй башлағандар ине, Зөләйхәнең ҡалалағы малайы ҡайтып быны ҡыуып сығарҙы ла ҡуйҙы. Эсә, әсәйҙе эсереп маташа тигән булды. Хәҙер ана тағы икеһе ике яҡта яңғыҙ ҡаңғырып йөрөй, теге саҡ менән суҡ кеүек. Э-эй, ыстағәфирулла, бәйелдән аҙҙырмаһын Хоҙайым, бәйелдән аҙҙырмаһын.

Шундай уйҙарға сумып торғанда күршеләренең эте килеп тороп ҡапыл өрөп алып китте. Уның араһында Ғәлимдең ҡысҡырған тауышы ишетелде. Хәҙер был дуҫына инде. Шулай итеп өй беренсә инеп дуҫтарын теүәлләп сыға торған инде ул. Башы ауыртҡанға оҡшамай, йөрәге ауырталыр уның. Шул йөрәгенә май булып ятырҙай өмөтлө йылы һүҙ эҙләй. Был көн шулай үҙ яйы менән яйлап тәгәрәп китеп барғанда сельсовет секретары инеп:

- Бына Ғәфүрә апай, һиңә хат килгән - тип бер конверт тоттороп китте.

Хат - хат инде, тағы берәй байрам менән ҡотлап ебәргәндәрҙер, хәҙер ейәне ҡайтһа уҡыр тип һалып ҡуйҙы. Һалып ҡуйҙы ла онотто. Тик бер нисә көн үткәс йәйләүҙән өлкәнерәк балалары менән килене ҡайтҡас, күреп ҡалғандар был хатты.

- Ҡәртәсәй, һиңә военкоматтан хат килгән бит.

- Әә, теге ваҡыт алып килгәйнеләр, онотҡанмын. Асып уҡы.

Ҡыҙы асып уҡый башланы

- Здравствуйте, уважаемая Гафура....

Ейәнсәре уҡый, ә уның йөрәге күкрәгенән һикереп сығырҙай булып тибә, тубыҡтары ҡалтырап һикегә ултыра төштө.

- Ҡәртәсәй, табылды бит, ҡайҙа икәнен дә белмәй инек бына бит яҡшы кешеләр тапҡан уны, хәҙер ҡәберен булһа ла барып күрербеҙ инде!-тип ҡосаҡлап алды уны ейәнсәре.

Был ваҡиғаларға бер нисә көн үтеп тә китте. Ер һаман үҙ күсәрендә әйләнә, шул ергә йәбешеп ултырған ауыл һаман үҙ яйы менән йәшәй. Һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр һаман көтөүгә китә, ҡайта, тауыҡтар ҡытҡылдашып күкәй һала. Әйтерһең дә, бер нәмә лә булмаған, бер ниндәй ҙә хат килмәгән. Тик Ғәфүрә генә, кешеләргә белгертмәй генә ут йотҡан кеше кеүек йөрөй бирҙе. Уның ғүмере хәҙер ике өлөшкә бүленгән ине: хат килмәҫ борон һәм хат килгәс. Шул ҡағыҙ уның ғүмерен икегә бүлеп торған бер ҡыҙыл сик һыҙығы кеүек булды. Бушҡа ғына уны хат тимәгәндәр икән, ғәрәпсәнән хат “сик һыҙығы” була бит.

Шулай итеп әкрен генә ауыл тормошо менән йәшәй бирҙе ул. Йәйге эҫелә тыштағы эштәрен эшләп бешеп киткәс, өйгә инеп ятып алды. Күп тә үтмәне ишек шығырҙап берәү килеп инде

-Һаумыһығыҙ!

Таныш тауыш, Нәбирә һеңлеһе икән.

- Һаубыҙ әле. Мин бында, төптә, хәҙер - тип ҡаршыһына сыҡты.

- Өйрәктәрем күренмәгәс, мынау юл буйындағы күләүектә юҡмы икән тип килеп ҡараным да, бер ыңғай һиңә инеп хәл белеп сығайым тинем әле.

- Әйҙә-әйҙә, самауыр ҡайнаған, хәҙер һыжлатып индерәм.

Самауыр индереп, боһорап торған кәсәләрен күтәреп сәй эсәләр ине. Ауылдың ул-был яңылыҡтарын һөйләшеп, гәпләшеп ултыра торғас Ғәфүрә ҡапыл:

- Еҙнәңдән хат килде әле – тине

Быны ишетеп шаҡ ҡатҡан Нәбирә:

- Нимәә? - тип саҡ сәсәмәне.

- Анау көнө силсәүиттәр әпкигәйне, асып уҡыһаҡ Рәхмәтулланың ҡәбере табылған тип яҙылған.

- Ууй, Аллаға шөкөр. Нисәмә йыл инде эҙһеҙ-хәбәрһеҙ, - тип күҙҙәре йәшләнде. - Бер үҙең өс баланы аяҡҡа баҫтырҙың, нисәмә ейәнеңә ҡартәсәй булып ултыраһың, Аллаһы тәғәлә үҙеңә бүләк эшләгәндер, исмаһам, ҡарт көнөңдә барып ҡәберен күреп, бер ус тупрағын алып ҡайтырһың инде. Ҡайҙа ул хат, ҡайһы яҡтан килгән, адресы бармы, ҡана ҡарайыҡ.

- Шулайҙыр ҙа ул, тик мин ул хатты йыртып усаҡҡа утҡа тыҡтым.

- Нишләп?!

- Нисек әйтәйем икән. Ул бит тере, ул пленға эләгеп, ярман ерендә ҡалды һуғыштан һуң, шунда эшләне, йәшәне, өйләнде, инде анауындай ыздарауай һылыу егетте буш ҡалдырмайҙар инде. Шунан балалары булды.

- Ә һин быларҙы ҡайҙан беләң, нишәп мин белмәйем ул?

- Уны минән башҡа берәү ҙә белмәй. Мин генә беләм, мин генә көтәм уны. Әллә нисә балаһын, һары бисәһен эйәртеп ошонда килеп инһә, мин уны күреүемә шатланып бөтәһен дә ҡосаҡлап алыр инем.

- Ыстағәфирулла. Бына ҡыҙыҡ. Нишләп мин белмәйем әле уны.

- Ҡайҙан һиңә белергә. Ул бит шулайтып донъя көтөп, балалар үҫтереп минең хыялымда ғына йәшәй, үлмәгән. Ҡәбере табылған имеш.

- Аһ-аһ.

- Әййе. Рәхмәтуллам шул хыялымда йәшәмәһә, мин яңғыҙ былайтып йәшәй алмаҫ инем ул. Көндөҙ эшкә әүрәйһең, малайҙарҙы ҡайғыртып үткәрәһең, ә төн еткәс тамаҡҡа килеп тығыла бит ҡайғы -хәсрәт. Шул саҡ күҙҙәремде йомам һәм ғәжәп бер донъяға барып сығам. Унда бөтәһе лә һәйбәт, бөтәһе лә тере. Рәхәт.

- Китсе-китсе. Үҙеңә ҡарап торһам, аңлы кешеһең, әммә хыялый икәнең әй.

- Йәшерәк саҡта шул хыялдар арҡаһында аҡылдан яҙмай йәшәгәнмендер ул. Ә беләһеңме, тағы хыялый тейең инде. Эй теләһә нимә уйла, миңә барыбер хәҙер, мин бит Рәхмәтуллама хаттар яҙа торғайным.

- Шунан нисек, яуап алдыңмы? Эй Алла, ыстағәфирулла, мин дә һинең ыңғайыңа хыялланып барам шикелле - тип башындағы яулығын рәтләп алды Нәбирә - һин ул хатты нисек, ҡайҙа ебәрҙең?

- Нисек булһын, бөтәһе лә йоҡлағанда хат яҙам. Шунан конвертҡа һалам, тышына “Рахматулле” тип адресын яҙам, көндөҙ китәм почта яғына. Хат ҡуйында, берәйһе юлда осрап, хатты күреп ҡалмаһа ярар ине тип, ҡурҡа-ҡурҡа почта йәшнигенә барам да, әҙерәк тапанып торам да, ҡайтып мейескә утҡа тығам. Тығам да ҡарап ултырам, нисек яныр икән тип. Гөрп итеп тиҙ генә янып бөтһә, тимәк Рәхмәтуллам һағынып минең хатты көтөп ултырған. Ә быҫҡып яйлап ҡына янһа – тимәк, уның ваҡыты юҡ хат уҡып ултырырға. Ана шул хыялдарым миңә көс бирә бит. Ә хәҙер килеп уның ҡәбере табылған тип нисек инде мин уның анауынсама тормошон сыйып ташлап, оноторға тейеш. Булмай. Минең өсөн уның ҡәбере әле соҡолмаған әле. Минең өсөн икебеҙҙең дә ҡәберҙәребеҙ уның тыуған ауылы, минең килен булып төшкән Шүрәле ауылы зыраятында йәнәшә генә буласаҡ. Һин беләһең дә инде ул ерҙе. Текә ҡая шикелле күтәрелгән Сибай юлы аҫтында ғына, матур ҡайындар араһында. Икәүләп йәнәш кенә ятырбыҙ. Үҙҙәренең бөтмөҫ йомоштары менән машиналарында елдергән ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе сәләмләрбеҙ. Улар үткән һайын беҙҙе сәләмләп доғалар уҡырҙар.
Хәҙерге тормошом менән бик ҡәнәғәт мин, балларым иҫән һау. Хөкөмәт пенсия биреп тора. Аллаға шөкөр.

- Сәй эсеп, һөйләшеп, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнмен, - тип өйрәктәрен иҫенә төшөрөп ҡайтып китте Нәбирә.

Ә Ғәфүрә көндәге эштәрен эшләргә тип ишек алдына сыҡты.
Урамда уйнап асығып ҡайтып ингән ейәне ҡысҡыра-ҡысҡыра уны эҙләп
таба алмай усаҡлыҡҡа килеп инде. Утҡа ҡарап ултырған ҡәртәсәһен күреп ҡалды. Ул талғын ғына итеп бер йыр йырлай ине. Был моң алыҫтарҙан, әллә ҡайҙағы тауҙар артынан ишетелгән кеүек ине.

Шүрәлекәй һыуы Һаҡмар түгел,

Һикереп-һикереп суртан уйнамай,

Йүгереп кенә ҡайтып күрер инем,

Ҡәһәр төшкөр һуғыш туҡтамай.

Болғайыр ҙа тауы Ҡафтау түгел,

Түбәһенән һине күрергә.

Аямай ҙа һуғыш дусар итте,

Ярты быуат һине көтөргә.

Хәлил БИКТИМЕРОВ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас