Бөтә яңылыҡтар
Йөрәгемдә - һөйөү ялҡыны
13 Декабрь 2025, 19:30

Ғазаплағым килмәй

Балаларға кейем-һалым йыйҙыҡ, ашарға-эсергә лә алдыҡ. Ҡыҙыма ярашлы колготки таба алмай рәттәр араһында йөрөгәндә, күҙем ҡапыл ғына бер парға төштө. Ир кеше үҙенең эргәһендә барыусы йәш кенә ҡатындың елкәһенән йылы итеп ҡосаҡлаған, эйелеп уның ҡолағына ниҙер һөйләй. Тегенеһе көлөп-көлөп ала һәм иргә серле генә итеп күҙ ташлай. Ныҡлап ҡараһам, бәр-рәс, күрше купелағы ир бит был! Ләкин ҡосаҡлап барған ҡатыны ғына икенсе. Әллә нишләп киттем. Ҡапыл ғына башыма бер биҙрә һалҡын һыу һипкән кеүек булды. Әйтерһең дә, үҙемдең ирҙе һөйәркәһе менән күрҙем. Бына һиңә бәхетле ғаилә, идеаль ир-ат! Ә мин теге ваҡытта ҡатынына ҡыҙығып барған булдым бит әле... Ысынында ҡыҙғаныс икән бит ул. Ә ире—алдаҡсы, шәп әртис. Секунд эсендә идеаль ир-ат тураһындағы хыялдарым селпәрәмә килде. Хисләнеп, әллә нисек, башҡа ваҡытта булмағанса яҡын итеп, үҙ иремә ҡараным. Ишәк шикелле әйберҙәр күтәреп килгән иргә: “Мин һине яратам,”—тигәйнем, абынып китә яҙҙы. Беҙ улай һөйләшеп өйрәнмәгәнбеҙ бит. Ә шулай ҙа, бер аҙҙан һуң аңына килеп: “Мин дә һине...”—тине. Шул ваҡытта район баҙарында әйтелгән яратыу һүҙҙәрен бүтән бер ҡасан да ҡабатламаныҡ.

Диңгеҙ буйына барып, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ғына ял иткәнем бар минең. Балалар бәләкәй ине әле ул ваҡытта, эштән профсоюз путевкаһы алып, үҙебеҙҙең йыйған аҡсаларҙы ла өҫтәп, ирем менән икебеҙ киткән инек. Гел эш тә эш тип кенә йәшәп булмай бит. Балаларҙы өләсәләрендә ҡалдырырға булдыҡ.

Килеп етте ул көн! Беҙ вокзалда тапанабыҙ. Йыя торғас, сумкалар ҙа шаҡтай булған. Ирҙең йөҙөндә әллә ни шатлыҡ күренмәй—ул алыҫ юлды яратмай. Ә минең ҡыуаныс эсемә һыймай: тиҙерәк ҡуҙғалып китке килә. Купеға инеп ултырғас, ирем гәзит уҡырға тотондо. Күрмәгән гәзитеме ни! “Ғүмергә бер диңгеҙгә йыйындыҡ, шунда лә әҙерәк үҙгәрмәһә үҙгәрмәҫ икән, --тип эстән генә көйәм. Минең менән бергә ҡыуанысты уртаҡлашһа, ни булған инде, ә?! Юҡ шул.

Асыуым килеп, купенан сығып киттем. Күршелә шау-гөр килеп урынлашып яталар. Ҡыҙығып ҡуйҙым: бына бит, балалары менән бергә баралар, беҙҙең кеүек әбей-бабайға ташлап китмәгәндәр. Ир менән ҡатын да сөкөрҙәшеп кенә тора. Әйберҙәрен яйлап урынлаштырып бөттөләр ҙә, бергәләшеп ултырып ашап алдылар. Ире тороп, купе ишеген шап иттереп ябып ҡуйғас, мин дә үҙебеҙҙең яҡҡа инеп киттем.

Минең ир һаман гәзит уҡый. Шулай күрше купелағыларға ҡыҙыға-ҡыҙыға , ике тәүлек ваҡыт үтеп тә китте, диңгеҙгә барып еттек. Вокзалдағы ығы-зығыла күрше купелағы ғаиләне күҙҙән юғалттым.

Ике аҙна ваҡыт осоп ҡына үтеп китте. Ҡыҙынып, һыу төшөп, экскурсияға йөрөп, күңел бер аҙ баҫылды. Күбеһенсә мин шатландым инде. Иргә диңгеҙ әллә бар, әллә юҡ. Ауыҙында һаман да ауыл, мал-тыуар булды. “Нишләп яталар икән, бесәнгә төшкәндәрҙер инде”, “көтөүгә бөгөн кемдең сираты икән. Фазылдар тирәһендә булырға тейеш.”—тип һөйләнә. Күңеле менән гел ауылда ғына йөрөнө ул. Шулай ҙа, ял иткән кеүек булдыҡ былай. Йылы көндәрҙә диңгеҙ буйында ултырыуҙар ниндәйҙер романтик хистәремде ҡуҙғатып ебәрҙе. Ирекһеҙҙән, күрше купелағы ирҙе уйлап, нишләптер моңһоуланып алдым шул ваҡытта. Бына ул ярата беләлер исмаһам! Хистәрҙе яңыртырға, мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртып ебәрергә бына тигән шарттар булһа ла, үҙемдең ирҙән бер йылы һүҙ ҙә ишетмәйенсә, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Тегеләр ҙә ҡайта икән! Был юлы күрше купела түгел, вагондың икенсе осонда. Таныш ғаилә менән яҡын дуҫтарса күрештек, ял итеү тураһында һөйләшеп алдыҡ. Әллә миңә генә шулай тойолдо, ире күҙемә тултырып ҡараған кеүек булды. Нисектер тәндәрем сымырлап ҡуйҙы, хатта бер аҙ тулҡынландым да шикелле әле. Бына ҡайтып та еттек. Күстәнәстәр тейәлгән сумка-йөктәрҙе көскә төшөрөп, районға тиклем таксиға ултырҙыҡ. Аҙна буйы һүҙ диңгеҙ тураһында ғына булды, ниҙәр күргәндәребеҙҙе һөйләнек, алып ҡайтҡан нәмәләребеҙҙе урынлаштырҙыҡ, фотолар ҡараныҡ.

Шулай йәй үтеп китте. Сентябрҙә май айының эш хаҡын биргәйнеләр, ирҙе көскә күндереп, район баҙарына алып сығып киттем. Балаларға кейем-һалым йыйҙыҡ, ашарға-эсергә лә алдыҡ. Ҡыҙыма ярашлы колготки таба алмай рәттәр араһында йөрөгәндә, күҙем ҡапыл ғына бер парға төштө. Ир кеше үҙенең эргәһендә барыусы йәш кенә ҡатындың елкәһенән йылы итеп ҡосаҡлаған, эйелеп уның ҡолағына ниҙер һөйләй. Тегенеһе көлөп-көлөп ала һәм иргә серле генә итеп күҙ ташлай. Ныҡлап ҡараһам, бәр-рәс, күрше купелағы ир бит был! Ләкин ҡосаҡлап барған ҡатыны ғына икенсе.

Әллә нишләп киттем. Ҡапыл ғына башыма бер биҙрә һалҡын һыу һипкән кеүек булды. Әйтерһең дә, үҙемдең ирҙе һөйәркәһе менән күрҙем. Бына һиңә бәхетле ғаилә, идеаль ир-ат! Ә мин теге ваҡытта ҡатынына ҡыҙығып барған булдым бит әле... Ысынында ҡыҙғаныс икән бит ул. Ә ире—алдаҡсы, шәп әртис.

Секунд эсендә идеаль ир-ат тураһындағы хыялдарым селпәрәмә килде. Хисләнеп, әллә нисек, башҡа ваҡытта булмағанса яҡын итеп, үҙ иремә ҡараным. Ишәк шикелле әйберҙәр күтәреп килгән иргә: “Мин һине яратам,”—тигәйнем, абынып китә яҙҙы. Беҙ улай һөйләшеп өйрәнмәгәнбеҙ бит. Ә шулай ҙа, бер аҙҙан һуң аңына килеп: “Мин дә һине...”—тине. Шул ваҡытта район баҙарында әйтелгән яратыу һүҙҙәрен бүтән бер ҡасан да ҡабатламаныҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улайтып һөйләшә лә белмәйбеҙ бит. Һәм ошо хәлдән һуң беҙҙең бер ҡасан да алыҫтарға ялға китеп йөрөгәнебеҙ ҙә булманы. Мин дә һүрелдем, ирҙе лә ҡыҫтаманым. Юғиһә, ул йылдарҙа профсоюз аша әллә ҡайҙарға барырға була ине. Сит ирҙең үҙ ҡатынына хыянат итеп йөрөгәнен күреү шулай тәьҫир итте буғай. Ирҙе лә аҙаплайһы килмәне. Әллә ҡайҙарға барып, көндәр буйы эшләмәйсә йөрөргә яртамай шул ул. Теге саҡта ла ялы ял булманы уның, хәлдән генә тайып ҡайтты.

Баҡса менән йыуанып, ҡаҙ-өйрәктәр үҫтереп йәшәйбеҙ хәҙер. Балалар ҙа ҙурҙар инде. “Әсәй, йыйылышып санаторийға билет алып бирәйекме һуң һеҙгә?”—тиҙәр. “Юҡ, кәрәкмәй, атайығыҙҙы ғазаплап йөрөмәйем,”—тинем. Ә унан башҡа үҙемдең генә бер ергә лә сығып киткем килмәй.

Нурия.


Автор: Гузель Салихова
Читайте нас