Бөтә яңылыҡтар
10

Ауыҙың нимә һөйләгәнде, ҡолағың ишетәме ул?

Был тиклем яһилыҡҡа, оятһыҙлыҡҡа әсәй кеше ҡурҡып китте һәм улына тәү күргәндәй аптырап төбәлде: – Йә, Хоҙай! Мәрхәмәтһеҙ! Һин ул – ғәрип... Бигерәк ҡатыһың...  

ҒӘРИП КҮҢЕЛ

Шул ыңғайы бауырһаҡтарҙы баллап ҙур тәрилкәләргә өйөп торған Сәрүәр апайҙың ҡулынан бер нисәһен алып ауыҙына олаҡтырҙы.

– О-о-о, бигерәк тәмлекәстәр! Һинең һымаҡ башҡа береһе лә былай бешерә белмәй, әсәй, – тип торған ерендә зыр әйләнеп алды.

Төпсөк улына килен әйттерәм тип йөрөп инде аҙна буйы йыуаһын йыуып, бешерәһен бешереп арманһыҙ булған Сәрүәргә улының хәбәре шунда уҡ барып етмәне. – Аңламаным, балам. Ҡайҙан, кемде ниндәй никахҡа саҡырҙым, тиһең? – тип башын күтәрҙе.

– Һуң... әсәй, үҙебеҙҙең һаҡау, кәзә тауышлы муллабыҙға өндәшмәҫбеҙ бит инде...

– Әсәһенең башына ҡан йүгерҙе, тыны ҡыҫылды. Ул, баллы ҡулдарын алға һоноп, ипләп кенә ултырғысҡа ултырҙы.

– Улым, уны бит халыҡ яңыраҡ ҡы-на мәсетебеҙҙең имамы итеп һайланы. Кешеләр бик хөрмәт итә, итәғәтле ти-ҙәр. Хәҙер һөйләшеүе лә бик матур уның.

– Юҡ инде, әсәй. Кеше көлдөрөп уны саҡыраһы юҡ!

– Һиңә шулай кеше фекере мөһимме ни? Белгең килһә, ул егетебеҙ Өфөнөң Ислам университетын уҡып бөткән, бик ғилемле дини белгес, – тине

Сәрүәр апай өгөтләгәндәй, тыныс булырға тырышып. – Ғүмер эсендә бер өйләнәм мин, үҙем теләгән кешеләрҙе саҡырырға хаҡым юҡмы ни? Дуҫтар бот сабып көлөр инде минән.

– Ә-ә-ә, һиңә оятмы ни? Үҙең «бисмиллә»нән башҡа берәй аят, йә сүрә беләһеңме һуң?! – тип әсәһе ярһый башланы.

– Ә Инсафыбыҙ изге Ҡөрьән китабын яттан белә тип иҫтәре китеп һөйләйҙәр. Имамға хөрмәтле булыу кәрәк, был яҙылмаған ҡанун. Бына уны инде саҡырмаһаҡ, беҙҙән кешеләр йөҙҙәрен борор. Шунда кеше күҙенә нисек ҡарарбыҙ?

– Әсәй, мин уны бәләкәйҙән яратманым. Минең байрамды боҙоп ултырмаһын. Намыҫыма теймә, әсәй! Юрамал мине оятҡа ҡалдырырға әйтәһеңме ул?

– Әстәғәфирулла, тәүбә! Балам, ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетә-ме ул?! Хоҙайҙы уҙып, аша һөйләшмә! Ниңә аяҡһыҙ, ҡулһыҙ кешеләр ҙә бар, уларҙан да оялаһыңмы? Берәйһе уларҙан көләме әллә? Минең күргәнем юҡ. Бәлки, һин уларҙы үҙең мыҫҡыллайһыңдыр? Инсаф хәҙрәт әҙерәк ауыр һөйләшә икән, уның ни ғәйебе бар? Аңлайһыңмы, уны Аллаһ шулай яратҡан. Ләкин ул үҙен йәлләтеп, илап ултырмай. Аллаһтың яратҡан ҡоло булып, кешеләрҙе иман юлына баҫтыра.

– Ярай, әсәй, теләһә ни эшлә! Ләкин мин ул ғәрип янында ултырмайым, – ти-не Илһам зәңгәрле-күкле тауыш менән.

Был тиклем яһилыҡҡа, оятһыҙлыҡҡа әсәй кеше ҡурҡып китте һәм улына тәү күргәндәй аптырап төбәлде:

– Йә, Хоҙай! Мәрхәмәтһеҙ! Һин ул – ғәрип...

Бигерәк ҡатыһың...

– Тауышы иңрәп сыҡты. Һөйөнөслө хәбәр әйтергә тип ашыҡҡан Илһам һөйләшеүҙең ҡапыл икенсе юҫыҡҡа киткәненә һеңгәҙәп ҡалды. Әсәһенә ни әйтергә белмәй ҡарап торҙо ла ишекте шар асып дөңгөлдәтә япты. Шул мәлдә ишеккә ҡыҫылып әсәһенең

: – Ғәрип кү - ңел... – тигән һүҙҙәре йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды.

“Үәт, әсәй! Кемде яҡлай бит әле ул! Бөтәһе лә ал да-гөл бара ине бит. Барыбер минеңсә буласаҡ инде”, – тип эре-эре аҙымдар менән йылға буйына төшөп китте. Илһам күңеленә ауыр ваҡыттарҙа Ағиҙелдең ошо һил аҡҡан еренә килеп ултырырға ярата. Күпме һынағаны бар: ағым һыу бөтә аһ-зарҙарҙы яйлап ҡына ағыҙып алып китә. Ана, йылға өҫтөндә унда-бында балыҡтар уйнап һикерешә, алыҫтараҡ ҡыр үрҙәктәре йөҙөп йөрөй, ҡаршы яҡ ярҙа яр ҡарлуғастары оя ҡорған. Шул мәлдә яр ситендәрәк бер бәләкәй япраҡты ваҡ ҡына селберәләр төрлө яҡлап килеп төрткөләп киткәндәрен ҡарап ултырҙы ла ҡылт итеп күңел төпкөлөндәге бер ваҡиға иҫенә төштө. Ул хурлыҡты иҫләргә яратмай ул... Элек бала-саға ауыл осондағы күлдә һыу инә ине. Шунда ағаһының синыфташы Инсафты иптәштәре менән күмәкләп һыуға батырып уйнанылар. Малайҙың башы һыуҙан күренеүе була, алмашлап башына ике ҡуллап баҫалар ҙа кире сумдыралар. Инсафтың йүнләп һөйләшмәүе, ярҙамға саҡыра алмауы балаларҙы үтә ярһытҡайны. Улар сүл бүреләре һымаҡ йәй буйы шул Инсафты ыҙалаттылар. Ә ул көндө ифрат ҡоторғандар ине. Хоҙай аралағандыр инде ҙур енәйәттән. Уйындан уймаҡ сыға яҙғанда бәхеттәренә бер апай кер сайҡарға килеп, ныҡ шашҡан балаларҙы еүеш керҙәре менән ҡаҡҡылап-һуҡҡылап саҡ ҡыуып ебәргәйне. Аҙаҡ бөтә ауылға бик оло ғауға сыҡты. Әсәһе илай-илай улына насар ҡылығын аңлатырға тырышты, ә атаһы тал сыбығы менән апаруҡ ҡайыҙлағайны. Эйе, шулай булғас, күңеле, ысынлап та, ғәрип инде... Бәләкәй саҡтан килә икән дә был ҡылығы. Әсәһе ҡыйыш атып, тура тейҙерҙе бөгөн. Уның холҡонда көсһөҙ, яй, үҙен яҡлай алмаған кешеләрҙән көлөү генә түгел, ә кәмһетеү һаман килә икән дәһә! Ғүмер буйы үҙенә бөтә нәмә еңел бирелде, башҡаларға ла шулайҙыр, тип уйланы. Һәр ваҡыт беренселек уныҡы булырға, ауылдың иң матур, иң тәртипле ҡыҙы мотлаҡ уға ҡарарға тейеш, тип һананы. Ата-әсәһе төпсөк тип артығыраҡ иркәләттеләр, шикелле. Илһам үҙ асышына үҙе шаҡ ҡатып ултырҙы.

«Ғәрип күңел...»

Туҡта, кем тағы шулай тигәйне? Иҫенә төштө. Армияла ишеткәйне. Бергә хеҙмәт иткән егетте тик томалдан ныҡ итеп туҡмап ташланы. «Һинең йәнең ауырыу, күңелең боҙоҡ!» – тигәйне ул.

Ә Илһам: «Слабак!» - тип әсе көлгәйне.

Баҡтиһәң, үҙенең күңел бушлығын гел йоҙроҡ менән дәлилларгә тырышҡан икән. Хеҙмәт иткәндә уның бер генә дуҫы булды. Гитарала бик оҫта уйнап, бәрхәт тауышы менән йырлаған рус егетен таланты өсөн яратты һәм бер кемдән дә бармаҡ менән дә сирттермәне. Уның ошо ҡылығын иптәштәре аңламаны. Ә Илһамдың өйөндә бер түгел, өс гитараһы булды, башында күпме йыр тыуҙы, әммә ләкин күңелендә бер көй ҙә яралманы. Бәлки, күңеле ғәрип булғанғалыр?! Бала саҡтағы хыялы, кис көнө йәштәр араһында эре генә итеп гитарала сиртеп ултырғыһы килеү, мәңге уңалмаҫлыҡ яра булып йөрәгендә ҡалды. Ул серҙе бер кемгә лә сисмәне. Ғәрләнде. Шуға ла армиянан һуң дуҫы ҡунаҡҡа килгәндә бер һүҙһеҙ электр гитараһын буләк иткәйне. Ҡараңғы төштө. Илһам төнгө һалҡынлыҡты ла һиҙмәй уйҙарына бирелеп ултырҙы ла ултырҙы. Үҙенең күп «шуҡлыҡтарын» егетлек тип яңылыш уйлап йөрөгәне йөрәгенә барып етте. Әҙәплелек, миһырбанлыҡ, итәғәтлек йәмғиәт өсөн түгел, ә һинең күңел торошоң булырға тейеш икән. Күп кеше уны яҡшы тип уйлай, ә ул был тормошта бары «уйнай» ғына икән. Шулай хәппәтһеҙ йәшәп ятһа, һөйгәне, Ләйсәне, уның янында бәхетле була алмаясаҡ. Шиңәсәк... Мөхәббәтен юғалтҡыһы килмәһә, эске донъяһын үҙгәртергә кәрәк икән дәһә! Тетрәнде. Мин ул фәрештәләй ҡыҙға тиңме икән??! Шулай ултыра торғас, таң һыҙыла башланы.. Ағиҙел өҫтөнән томан күтәрелә. Таң әтәстәре ҡысҡырғаны ишетелә. Шул ваҡыт ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғыраны. Илһам, ғифләт йоҡоһонан уянғандай, һикереп торҙо ла, шәп-шәп атлап мәсеткә ыңғайланы. Был төндә Сәрүәр апай ҙа керпек тә ҡаҡманы. Берсә улына ҡаты бәрелгәненә үкенде, берсә дөрөҫ тәрбиәләгәнмендер тип үҙен битәрләне, берсә уның шундай ҡылығын аңларға тырышты. Илһамы ғына иҫән-имен ҡайтһын бер үк! Эй, бала...Ҡайҙа ғына йөрөйҙөр?! Ярай, үҙе белгәнсә йәшәһен. Ул йәштә үҙе ике бала әсәһе ине. Шулай борғаланып ята торғас, уйҙары йәшлеккә алып китте. Үҙенең икенсе улы менән Инсаф дауаханала бер көндә донъяға килгәйне. Сәрүәр артыҡ йонсомай шалҡан һымаҡ һап-һау бала тапһа, Мәҙинәнең ҡан баҫымы күтәрелеп, ана үлә-бына ҡала тигәндә саҡ операция эшләп, алып ҡалғайнылар. Улың бик насар, кеше булмаҫ, тигәс, табиптарҙың аяғына ятып, ҡотҡарып алып ҡалыуҙарын һорап күл булып илағайны ул. Шул етлекмәй тыуған ҡалаҡ буйы малай бына бит хәҙер ниндәй белемле кеше булып киткән. Табиптарға шул тиклем рәхмәтле Мәҙинә, үҙе лә иҫән ҡалды, улы өсөн дә бар мөмкинлектәрҙе файҙаландылар. Мәҙинә шул берҙән-бер улын үҫтереп, кеше итергә бар көсөн һалды.Сәрүәр ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йөрөгәйне: Мәҙинәне ҡалаҡлап ашатһа, Инсафына артып ҡалған һөтөн һауып, пипетка менән ауыҙына ҡаптырып йөрөттө. Табиптарҙан әрләнеп бөтһә лә, күрә тора нисек баланы әрәм итәһең инде? Ул тағы биш йылдан һуң Илһамы артынан килде әле был йортҡа, ә Мәҙинәгә башҡа ундай бәхет татыманы. Күлдәге ҡот осҡос хәлдән һуң Мәҙинәләр Өфөгә күсеп китте, улын махсус интернат мәктәбенә биреп, аҙаҡ дин буйынса уҡытҡан, тигәндәр ине. Бына бит уҡыған ерендә үҙенә тиң ҡыҙ менән танышып ғаилә ҡорғандар. Тиҙҙән атай-әсә булалар. Ярай инде, улына ҡаршы килмәҫ. Ул ни әйтә, риза булыр. Тороп йыуынды ла һыйырын һауырға тышҡа сыҡты. Күтәрмәлә ултырған улын күргәс, шатланып китте. Йомшаҡ ҡына баҫып, улы янына килеп ултырҙы. – Улым, һин мине ғәфү ит инде. Артығын әйттем, ахыры. Һин яңы тормошҡа аяҡ баҫаһың, нисек теләйһең, шулай эшләйек. – Әсәй, мин алйотто бер үк ғәфү ит. Әле бына мәсеттән Инсаф хәҙрәт янынан ҡайтып киләм. Сәреүәр апай ни уйларға белмәй борсоулы ҡараш ташланы. – Хәҙрәтте күреп һөйләштем. Беҙ бит бер ананың һөтөн имгән балалар. Мотлаҡ рәүештә киләм, – тине.

Ә мин уның һөт туғаны икәнен дә белмәгәнмен.... Асыҡ ишек янында шым ғына баҫып торған атаһы һуңғы һөйләшеүҙе ишетеп, еңел һуланы. Инсаф һикереп торҙо ла атаһын етәкләп алып эргәһенә ултыртты. Бәләкәй саҡтан шулай иртән атай-әсәй уртаһында, уларҙың ҡулдарын тотоп, ҡояш сыҡҡанын ҡарарға ярата ине. Күңелендәге юшҡын ҡояш нурҙарында таралып юҡка сыҡты...

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: