Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Айырам!.. Айырылам!..

Ире менән дә шуға телләштеләр. Ауылды ташлап киткәндә, Барый әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы.– Һине мәңге күрмәһәм дә үкенмәм! – тине ул иҫерек баштан. Ҡайтып күҙемә күренәһе булма, берәү айырылырға булған икән. Минең донъяма бер нимәһеҙ килеп индең, бер нимәһеҙ ҡаласаҡһың. Әгәр һатам тиһәң, һиңә һыңар тәңкә лә эләкмәйәсәк, билләһи, ут төртәм дә яндырам. Белеп тор, миңә был өй кәрәкмәй. Һиңә лә эләкмәйәсәк. Ә мин өйләнәм, йә берәйһенә йортҡа керәм. Минең һымаҡты ҡуш ҡуллап ҡаршы аласаҡтар.Әнүзә Барый хаҡында нимә генә уйламаһын, кеше араһында яманлап, йөҙөн йыртып йөрөмәне. Бәләкәй генә эшен дә ҙур итеп күрһәтеп маҡтаны. Эй, китә ине уныһы, әллә кем булып. Маҡтамай булмай шул, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткерә...

Айырам!.. Айырылам!..
Айырам!.. Айырылам!..

Әнүзә Таштүбәгә бынан утыҙ йылдар элек осраҡлы ғына килеп эләкте. Хәтерләйһегеҙме икән, ҡала эшселәре ауыл халҡына мал аҙығы әҙерләшә торғайны. “Каучук” заводы Таштүбәгә ҡараған Уңыш колхозына ярҙам итә ине.

Ярҙам итә тип әйтһәң, шаштырыу булыр. Исем өсөн ун биш-егерме эшсеһен ебәрә торғайны завод. Тегеләре килә, аҡсалары бөткәнсе эсә, йүнләп эшкә йөрөмәй, хатта һуғышалар һәм тәртип боҙалар ине. Ирҙәр ыңғайына бер нисә ҡатын- ҡыҙ менән Әнүзә лә килде ауылға, хатта ике күбә бесән өйҙө, япраҡ аҙыҡ, ҡара-ғура ташыны.
Яңы ғына һөнәрселек училищеһы бөткән ҡыҙ кисен клубҡа сыҡҡайны, быйыл ғына армиянан ҡайтҡан Барыйҙың күҙенә салынған. Ҡыҙмаса егет, оҙаҡ һайланып тормай, ҡыҙҙы оҙатып килде. Хатта бер аҙ ҡапҡа алдында ултырҙылар.
Оҙаҡламай ситтән килгән эшселәр ҡайтып китте, әйткәндәй, ярҙам да шуның менән бөттө, сөнки колхоздар аҡрынлап тарала, заводтар бөлә, халыҡ аҡса һанай башланы.
Барый Әнүзәне юллап ҡалаға барҙы. Ҡыҙ уға кейәүгә сығырға ризалашты ла ҡуйҙы. Сыҡмай ҡайҙа барһын, йәше лә үтеп бара бит. Бер арала бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙе, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр . Пенсияға ла аҙ ҡалып бара, колхоз ғынаһы ла фермер хужалығына әйләнеп, көс-хәл менән үҙен аҫрай. Әнүзә пенсия ашай башлағансы ошонда ултырырмын, тип өмөт итә ине. Ләкин булмаҫ, ахыры.
Ғөмүмән, бөгөнгө көн насар башланды. Сөнки, быҙауы ҡайҙандыр яйын табып инәһе янына кергән һәм һөтөн һуңғы тамсыһына тиклем имеп сыҡҡан. Ана, үҙе туҡ эсен кәпәйтеп, ҡәнәғәт кенә ята. Шуға оҡшаш тағы берәү өй эсендә ғаилә түшәгендә аунай. Һүҙ ыңғайы әйтәйек, быҙау Әнүзәнең кеҫәһенә мең һумлыҡ тип әйтерлек ҡаза килтерҙе. Сөнки, һөт сепаратҡа һалынғандан һуң, кисәге һауымды ла ҡушып литрға яҡын ҡаймаҡты, эремсеге менән бергә әхирәте Фәнзиә һатып ҡайтыр ине. Бөгөн һатырлыҡ нәмә юҡ тип әйтерлек. Ә өйҙә йоҡлап ятҡан “быҙау” әллә айныҡ, әллә иҫерек.
Әнүзә элекке хужалыҡ идараһына барып, кабинетына кереп, эшләгән һымаҡ ултыра башлағайны, хужа янына саҡырттылар. Хужа тигәндәре ошо ауылдыҡы, ерҙәрен эшкәртергә, нимәлер сәсергә, халыҡты эшле итергә тырыша. Ләкин әлегә бер фәтүәһе лә күренмәй.
Хужа кәйефһеҙ ине.
– Хәлдәр нисек, Әнүзә еңгә? – тине ул.
– Хәлдәр бик насар, Фәрит ҡәйнеш, – тине Әнүзә. – Һинән дә бер яҡшылыҡ көтмәйем.
Хужа һиҫкәнде:
– Дөрөҫ эшләйһең, бер яҡшылыҡ та көтмә. Ана, пай ереңде ал да, Барый ағай менән дүрт яғығыҙ ҡибла. Хәҙер ун кешенең эшен бер компьютер башҡара. Ирең эшкә сыҡҡаны юҡ. Ә мин һиңә аҡса түләй алмайым.
– Минән нимә талап ителә? – тине Әнүзә.
– Бер нимә лә талап ителмәй, ғаризаңды яҙаһың да, ҡултамғанды ҡуяһың да, хуш.
– Хушлашмай тор, ҡәйнеш, еңгәң үҙенең хоҡуҡтарын белә.
– Хоҡуҡтарыңды, еңгә, ағайыма һөйлә. Мин һеҙҙе башҡа аҫрай алмайым.
– Тәүҙә асыҡлайыҡ, кем кемде аҫрай бит әле. Бына һеҙ мине эштән ебәргәндә, миңә түләргә тейеш аҡса. Уларҙы һин бер һүҙһеҙ түләйәсәкһең. Юғиһә, суд залында осрашасаҡбыҙ. Шунан һуң хужалыҡҡа тип мең ярым ҡаҙ алдыңмы? Алдың! Шуны ҡыш буйы ашаныңмы, иң матурҙарын түрәләргә ташыныңмы? Яҡшы. Ә миңә ҡаҙ мамығынан һәм тәпәйҙәре менән башынан тыш бер нәмә лә эләкмәне.
– Нисек эләкмәне?
– Аҡса түләмәнең, хатта рәхмәт тә әйтмәнең. Бына минең иҫәп, былтыр ике йөҙләп ҡаҙ таҙартҡанмын. Маҡтай-маҡтай алып китә торғайның. Һәр ҡаҙға унар һум, юҡ, йөҙәр һум, көтөп тор, йөҙ иллешәр һум. Түләйһең!
– Йөҙ иллешәр һум! Һуң, еңгә, бөрләтәүе, бауыры һиңә ҡалды. Эсәген дә йыуып алғанһыңдыр әле. Беләһеңме уның бауыры деликатес иҫәпләнә, тураштырып, һуған ҡушып, һарымһаҡ ырғытып, ҡыҙҙырып алһаң, телеңде йоторлоҡ. Теге ваҡыт мин Венгрияла булдым. Бер ресторанда ҡаҙ бауырынан бешерелгән ризыҡ килтерҙеләр. Берәүһе йөҙ доллар. Хәҙергесә шутлаһаҡ, ете мең тәңкә...
– Эй, ҡәйнеш, бауырыңды үҙең генә аша инде. Ҡарлы-ямғырлы һыуыҡта, ҡаҙ йолҡоуы һиңә еңел эш түгел. Боҙло һыу менән һинең бисәң, йә үҙең таҙартмайһың бит. Миңә ҡушаһың. Бына ҡулдарым һыҙлай, быуындарым ауырта, ә һин эштән ҡыуаһың.
Әнүзә түҙмәне, һулҡылдап-һулҡылдап илай башланы. Ә ҡәйнеше йыуатырлыҡ һүҙ таба алмай, хатта үҙенә уңайһыҙ булып китте:
– Ағай ниңә эшкә сыҡмай, исмаһам, ул күренһә, кеше һөйләнмәҫ ине.
Ире тураһында һүҙ сыҡҡас, Әнүзә һөйләнә-һөйләнә илауланы:
– Уны беләһең..., былай ҙа саҡ йөрөй, үҙе менән һөйләш. Һиңә күпме эшләһәң дә туя белмәҫһең. Беҙҙе ҡол итеп тотаһың, эшләтәһең, ә аҡса түләргә уйламайһың. Ярай, мин хәҙер туп-тура районға юл тотам. Тәүҙә гәзиткә инәм, бына ҡаҙҙарыңды ла ҡалдырмайым, тауығыңды ла һөйләйем. Шунан хакимиәткә инәм, башлыҡ булмаһа урынбаҫарына яҙам.
Бындай ҡурҡытыуҙарҙы хужа ишетеп өйрәнгән, күрәһең. Мыйығы ла һелкенмәне, һөйләнеп кенә ҡуйҙы:
– Бар, бар, башлыҡҡа түгел башлыҡтың башлығына бар. Һөйләп ҡайт. Ҡаҙы өсөн дә, тауығы өсөн дә аҡсаһын түләрҙәр, тик икәүләшеп минең күҙемә күренеп йөрөмәгеҙ. Бисәгә лә әйтеп ҡуям. Харап, берәүҙәр ҡаҙ йолҡорға ярҙам иткән икән. Улай күпһенһәгеҙ, мин был эшкә башҡа кешене табам, – тип ҡысҡырҙы хужа.
– Тап! Тап! Беҙҙән арыуырағын тап! Ҡарарбыҙ, туң һыуҙа нисек итеп ҡаҡайҙарын эшкәртер икән.
Әнүзә шаҡылдатып ишекте япты ла өйө яғына ыңғайланы.
***
Үҙе атлай, үҙе илай, кеше күрмәһен тип күҙ йәштәрен һөрткән була, ә эстән генә был хужаны нисек аҡылға ултыртырға икән, тип этлектәр уйлай. Юҡ, был килеш башҡа бер йүнле фекер ҙә килмәй. Ҡара әле, ниндәй оятһыҙлыҡ был, йома көндө эштән ҡыуып ҡайтарһындар әле. Ҡәйнеше шулай уйлағандыр, аҙна аҙағында әйтермен, тигәндер.
Бер ҡараһаң, уның ғәйебе лә бер сама ғына инде, колхозды үҙҙәре тарҡатып ташлағас, аҡса иҫәпләрлек кеше лә кәрәкмәй шул.
Ә бит булды заманы, йәшәп ҡалдылар. Хужа тигәндәре, исеме Илхат инде, ағай-ағаҡайым, еңгәм-еңгәкәйем тип, быларҙы ситкә типмәне. Хатта иген келәтенең асҡысын биргеләп торҙо, күпме кәрәк, шул хәтле ташынылар. Ит келәтенең асҡысы ла ҡулдарына төшкөләне, ите лә шәкәре лә мулдан сыҡты. Көнбағыш майы, ана, һаман ултыра. Эх, ниндәй тормошто харап иттеләр, ҡәһәр һуҡҡырылар, юҡ иттеләр.
Әнүзә иң тәүҙә һарай тирәһен ҡараны. Ана, туптай булып быҙауы тора, эсенә тибеп китергә. Юҡ, Әнүзә улай ҡаты ҡуллы түгел, үс тә һаҡлай белмәй, быҙауын яратып ҡына, эсенә тупылдата һөйөп кенә үтеп китте. Шунан өйөнә атланы, барып керһә, Барыйы тороп, яңы аш эсеп кенә йөрөй. Бәй, туғыҙ тулып бара, ул һаман эшкә сыҡмаған. Кеше аптырайҙыр инде Әнүзәнең айыу һымаҡ ялҡау ирҙе аҫрауына.
– Саҡ торҙоңмо? – тине Әнүзә, утҡа саҡ ҡына кәрәсин һипте.
Аһ, тегеһе өндәшмәне лә. Какуй өндәшеү, ишетмәне. Боролоп та ҡараманы. Йә инде, бынауы бошмаҫ быҙауҙы нисә йыл ир итеп тотоуын әйт. Туҡта, ҡабаланма, хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтермен.
Әнүзә Барыйҙың ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ире һөйәк кимерә ине, мөһим эш менән шөғөлләнәм, ҡамасаулайһың, тигән һымаҡ, күҙ һирпеп алды.
– Нимә кәрәк?
Әнүзә баҙап ҡалды, туҡта әле, уға нимә кәрәк әле:
– Кәрәкмәй...
– Кәрәкмәһә, тыңла! – тине Барый. – Әле генә Илхат ҡәйнешең шылтыратты.
– Уға нимә кәрәк?
– Ул хужа, тимәк, уға бөтәһе лә кәрәк. Ҡәйнешең һыуынған, кире уйлап ултыра. Ҡалғанын дүшәмбе көнө һөйләшербеҙ, ти. Белмәйем, нимәләр һөйләп ҡотон осорғанһыңдыр. Килеп тотлоға, нимә әйтергә теләгәнен саҡ төшөндөрҙө. Кеше ҡурҡытырға булһа, һине генә ебәрергә кәрәк икән. Хатта күҫәк тә кәрәкмәй, үҙеңде алдан атлатырға ғына булһын.
– Ниңә, мин шулай ҡурҡынысмы ни?
– Әллә тағы, эргәңдә нисәмә йыл йөрөйөм, бығаса ҡурҡҡаным булманы.
– Ә хәҙер бында тыңла! – тине Әнүзә ҡаты итеп. – Уйын-көлкө бөттө. Мин һинән айырылырға булдым. Айырылышайыҡ.
– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр. Айырыл, аръяғына кит, бер ҡаршылығым да юҡ. Тик ҡара уны, мин үҙем айырылышыуға ҡаршы.
– Ниңә ҡаршы? Минең риза булыуым етмәгәнме ни.
– Әлбиттә, етмәй, судта минең ризалыҡты ла һораясаҡтар. Так что, юҡҡа сәбәләнәһең.
– Етәр! Мине нисә йыл ҡол урынына тотаһың.
– Әле һинең ҡолдарҙы күргәнең юҡ...
– Бына, әйт, һин ниңә мине айырып ебәрергә теләмәйһең?
– Бындай алйот уй минең башыма ла кереп сыҡҡаны юҡ. Ҡара әле, мин ниңә айырылырға тейеш. Үҙең уйла, һин тәмле бешерәһең, өҫ-башымды ҡарайһың, өйөң һәр ваҡыт тәртиптә, һәр әйберең урынында. Һин киткәс, мине кем ашата, кем кейендерә, кем донъямды ҡарай. Юҡ, юҡ, уйлама ла.
– Эйе, күңелем һиҙгәйне, һиңә хеҙмәтсе йә минең кеүек ҡол кәрәк. Бөттө ундай заман, хәҙер мин үҙем өсөн йәшәргә теләйем.
– Йәшә, һине кем тыя. Кейем кәрәкме, һатып ал. Һыу ингең киләме, сисен дә һыуға һикер. Ҡара әле, Әнүзә, күптән ҡаҙ ите ашаған юҡ, теге ваҡыт туңдырғысты асҡайным, дүрт-биш түшкә күренә ине. Берәйһен турап һалмайһыңмы?
– Ашағың килһә, бешерәһең дә ашайһың! – тине Әнүзә, ысынлап та, күптән ҡаҙ бото кимергәндәре юҡ. Әллә бер-ике көнгә кисектереп торорғамы икән, хужаһы ла дүшәмбе һөйләшәйек тигән бит әле. Иҫенә төшкән, ҡалырға өгөтләр инде. Юҡ, хәҙер ҡалыу тураһында оноторға кәрәк. Ә быныһы нимә эшләй, ит кимерә һәм аш һемерә икән.
– Йә, кәләш, ҡаҙ бөгөн кис буламы- юҡмы?
– Әйттем бит, булмай, ҡаҙ түшкәләре осто инде.
– Кем алып китте? – тине ире тороп, туңдырғыс һандыҡты асып ҡараны. – О-о-о, былар осоп бөткән бит. Ҡайҙа ҡуйҙың?
– Район һабантуйынан һуң Вәкил кергәйне бит, әсәй, ашарыбыҙға ит юҡ, тип тейәп алды.
– Шуларҙы ас ҡалдырырға йөрөйһөң икән. Беҙ айырылышҡас, уларҙың ике балаһын кем ашатыр, һыуһаһалар кем һыу эсерер икән. Ҡуй, әбей, ҡуй, башымды ҡатырма, былай ҙа мәшәҡәт күп.
Ә мин ниңә ғүмер буйы балаларҙы ҡарарға тейеш әле? Ауырып йығылһа, Әнүзәнең үҙен кем ҡарар, уның балаларын кем ашатыр?
– Йә, әйт, Барый, һин ниңә мине ебәрергә теләмәйһең?
– Уф, бынауы, вис кенә һөйләтеп бөтә инде. Мин һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, ғөмүмән, мин һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Мин һинһеҙ нуль, мин юҡ. Анауы Рәсим һымаҡ, бомж хәлендә ҡалып, бер һыныҡ икмәккә, бер йотом һыуға зар-интизар булып йөрөйәсәкмен. Һин шуны теләйһеңме?
Әнүзә ире иҫкә алған Рәсимде күҙе алдына килтерҙе. Эйе шул, бахыр ғына, йә иҫерек, йә ас. Бер көн ҡаршыһына сыҡты. “Еңгәм, ашатып ебәр, бер аҙна аш күргәнем юҡ”, – ти.
– Йә шуны теләйһеңме, айырылаһыңмы?
– Әллә инде, башым ҡатҡан, нимә эшләһәм дә, хаталанырмын һымаҡ. Һин, ысынлап та, минән башҡа йәшәй алмайым, тиһеңме? Ниңә, элегерәк ашарға бешерә торғайның, өҫ-башыңды ла үҙең йыуҙың. Ҡаҙ йолҡҡанда ла ярҙам иттең.
– Эш ҡаҙ йолҡоуҙамы ни, унһыҙ ҙа йәшәп була. Юҡ, һине ебәрәһем юҡ.
Төрлөсә уйлап ҡараны Әнүзә. Ҡайһылай мәшәҡәтле эш булып сыҡты быныһы. Үҙе айырылырға йөрөй, үҙе нимә эшләргә белмәй. Бәлки, бер-ике аҙна айырым йәшәп ҡарарға кәрәктер. Барый бында ҡалыр, Әнүзә ҡалалағы улы менән килене эргәһенә һыйыр әле. Әле улар баҡсала, фатирҙары буш, шунда йәшәп торор. Ҡала ҙур, эше лә табылыр. Улмы инде, эшһеҙ һәм ашһыҙ ултыра торған кеше. Ана магазинда һаҡсы кәрәк икән. Иртәнге һигеҙҙән киске унға тиклем, ун дүрт сәғәт. Эйе күберәк, уның ҡарауы, мең ярым аҡса тоттороп ебәрәләр икән. Бер аҙ ултырғас ҡатын ыңғайлағандай итте:
– Ярай, Барый, аптырағандан ғына әйткән булғайным, бөгөн көнө лә тиҫкәре башланды, анау быҙау инәһен имгән, килеүемә Илхат саҡырып тора.
***
Барый өндәшмәне, шым ғына ашауын дауам итте. Ҡайҙалыр барырға йыйынған һымаҡ һоғаланды. Ашап бөттө лә тәрилкәһен дөбөрләтеп этеп ҡуйҙы.
– Йыйыштыр, алып ҡуйһаң, ҡулым ҡорор, тиһеңме. Йыуып ҡуйһаң да артыҡ булмаҫ.
– Уныһы минең эш түгел. Хәҙер бер йыуһам, белеп торам, һин мине аш бүлмәһенә бәйләп ҡуясаҡһың һәм бешерергә өйрәтәсәкһең. Ишет, аш-һыу тирәһендә булашыу һинең эш, мин һинең эшеңә ҡыҫылмайым.
Тәүҙә Әнүзә нимә әйтергә белмәне. Бәй, был бит бөтөнләй самаһын юғалтты:
– Минең эш түгел тиһеңме?.. Тимәк, хәҙер эш бүлешеү башланды, – тине Әнүзә ярһып. Барый эргәһендә туҡтаны, йыуатырға теләп, арҡаһынан һыйпарға итте, ләкин тегеһе сыпраңлап торҙо ла китте.
– Кәрәкмәй миңә һинең йыуатыуың, хәҙер алданыр йәштән үткәнмен инде мин. Күпме генә йәшәргә ҡалған?.. – тип һөйләнде ул иламһырап.
– Ҡуй, үпкәләшмәйек, быға тиклем матур йәшәнек.
– Йәшәнек һиңә, шул да булған тормош. Шуны бел, мин һине бер ваҡытта ла яратманым. Кейәүгә лә аптырағандан ғына сыҡтым, тәү күргәндән үк һин миңә оҡшаманың. Вәт.
Ир шаңҡыны, ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды, ләкин өндәшмәне. Бындай һүҙҙәрҙе ишетеүгә Барый әҙер түгел ине. Нисек була инде, ғүмер буйы йәшәнеләр, ә бисәһе уны яратмаған икән.
– Ә балалар минекеме һуң?– тине.
Әнүзә тәүҙә һорауҙы ишетмәй ҡалды, нимәлер мөңгөрләп кенә ҡуйҙы.
– Әтү минеке түгел, тиһеңме?
– Нимәне әйтәһең, өйҙөмө?
– Өй ҡайғыһы юҡ инде хәҙер. Балаларҙы әйтәм, минекеме һуң?
– Балаларҙы бутама, Барый, уларҙың үҙ тормошо, беҙҙеке уларҙыҡына ҡағылмай, әйҙә, уларҙы ҡатнаштырмайыҡ.
– Һин миңә шуны әйт, балалар минекеме?
– Беҙҙеке булмай, кемдән тип уйлайһың?
– Минеке булғас, еткән инде.
– Һин тағы әллә нимә уйлап ҡуйма, – тип тынысландырҙы уны ҡатыны.
– Хәҙер уйларлығы ҡалманы инде. Ярай, кеше эшләмәгән эш түгел. Йәшәгәс, быныһы аша ла үтергә кәрәктер.
– Тағы нимә һөйләйһең һин?– тип ҡабарынды ҡатыны.
– Нимә булһын, шул һин теләгәнде инде.
– Белмәйем, һиңә нимә етмәйҙер. Илхат та һинең һымаҡ, нимә һөйләгәнен белмәй ҡуя. Хәҙер ауылда кеше лә әҙ, эшен кемдән эшләтергә итә икән. Уға хәҙер ҡаҙ таҙартып йөрөйһөм юҡ. Ана, быйыл тағы мең ярым алған, ти.
– Ҡустыға һүҙ әйтмә. Әлдә ул бар, асҡа үлер инек.
– Һин үлерһен, мин үлмәйәсәкмен. Ҡалаға барһам, иң тәүҙә заводҡа керәм. Эшемде белә инем, минең менән уҡығандар пенсияға сыҡһалар ҙа һаман йөрөйҙәр. Миңә лә бер эш табылыр әле.
– Ә йортто нимә эшләтәбеҙ? – тине Барый иҙәнгә, түшәмгә, стеналарға күҙ ташлап. – Һатһаҡ, алыусы табылыр микән. Рәмзиәләр һатып киткән, бер капитал биргәндәр, өҫтәп биш йөҙ мең аҡса.
– Һин нимә, айырылып өлгөрмәнек, һатып алыусы эҙләй ҙә башланың. Һиңә лә бер миллион кәрәкме? Шуны бел, беҙҙең донъя Рәмзиәнекеләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Өр-яңы мунса, таш гараж, ҡоймаһы йәшел профнастилдан. Шулай булғас, иң кәмендә миллион ярым.
– Ә ниңә ике миллион түгел? Төшһәк, бер йөҙ мең төшөрбөҙ. Шунан артыҡ түгел.
– Ғариза бирергә ҡасан барабыҙ? – тине ҡатыны.
– Ниндәй ғариза тағы?
– Айырылышыу хаҡында ғариза яҙырға кәрәк.
– Ә мин өйләнгәндә ғариза яҙманым.
– Нимә бушты һөйләйһең. ЗАГСта ике-өс урында ҡултамға ҡуйҙыҡ.
– Уныһын кем хәтерләй хәҙер. Бер ай көтөргә ҡуштылар, шуныһы ғына хәтерҙә ҡалған.
– Был юлы ла шулай буласаҡ! – тине ҡатыны үсәгән һымаҡ. – Бер ай көтәсәкбеҙ.
– Ярай утыҙ йыл түҙгәнде, утыҙ көнгә түҙербеҙ. Тик киҫәтеп ҡуям, айырылышыу һинең тәҡдим, шулай булғас, кире уйланым, тип, килеп башымды ҡатырып йөрөмәйһең. Айырылышыу, ҡырҡылған ағас, теленгән икмәк һымаҡ булырға тейеш. Ишетһең ҡолағың!
– Нимә һөйләй, утыҙ көнгә түҙермен, тинеңме?
– Эйе, утыҙ түгел алтмыш көн көтөргә лә риза мин. Тик һинән генә ҡотолорға булһын.
“Беләһе ине, кем кемдән ҡотола бит әле”, тип Әнүзә шатырлатып шкафты асты ла кейемдәрен һайлап алып, тәгәрмәсле сумаҙанына тултыра башланы.
***
Әнүзә әрәм була торған ҡатындарҙан түгел. Һүҙен елгә осороп торманы, бер ынтылғайны, шул ыңғайы сыҡты ла китте. Ҡалаға кереп барғанда уҡ ҙур, бейек супермаркет эргәһендә төшөп ҡалды ла халыҡ диңгеҙенә ҡушылып, эскә үтте һәм шунда ҡалды ла ҡуйҙы. Сөнки эшкә урынлашыу хаҡында Әнүзә мөрәжәғәт иткән униформалы ҡатын ҡарсыға һымаҡ эләктереп алды ла бер бүлмәгә ингәс тырнаҡтарынан ысҡындырҙы.
– Егор Иванович, бына бер кеше таптым. Таныш булығыҙ! – тине. Әнүзәгә, паспортыңды килтер, тип бышылданы.
– Был ҡатынды электән беләһегеҙме, һеҙ уға ышанаһығыҙмы? – тине Егор Иванович тигәндәре.
– Мин таныш булмағандарҙы бында йөрөтмәйем! – тине йылғыр ҡатын.
– Кейендерегеҙ, эш менән таныштырығыҙ, тулы булмау сәбәпле, бөгөн илле процент түләнә һәм эшкә ҡушығыҙ.
Ярты сәғәт тә үтмәне, Әнүзә үргә ҡарай асып-ябылмалы, ҙур ишек эргәһендә үткән-һүткәнде күҙҙәре менән ҡапшап, һаҡта тора ине инде.
Күп тә торманы, телефоны шылтыраны, ҡараһа, ҡәйнеше шылтырата, әлеге хужа Илхат инде. Эш урынында телефон ҡулланырға ярамағанлығын белгән Әнүзә төймәһенә баҫып өлгөрөүгә, Илхат:
– Еңгәү, ун бер ҡаҙ ебәрәм, береһе үҙеңдеке, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө.
– Ҡаҙың үҙеңә булһын!.. – тип телефонын һүндереп үк ҡуйҙы.
Эй, эшләгән кешегә ҡайҙа ла хөрмәт шул. Ҡуй инде, ауылда эшкә генә тилмереп ятҡан икән Әнүзә. Күпме эшләне, түләү түгел, рәхмәт әйтеүсе лә булманы. Ә кисен һигеҙ йөҙ һум аҡсаһын тоттороп, рәхмәт әйтеп, иртәгәгә тиклем, тип хушлаштылар.
Бригадир һымаҡ йөрөгән ҡатын Әнүзәне нисек еҫкәнеп оҙатып ҡалһа, иртәгәһен иртүк ҡосаҡлап алған булды ла, еҫкәй-еҫкәй ҡаршы алды. Быныһы нимә булды, тип ғәжәпләнергә өлгөрмәне, үҙе менән эшләй башлаған Нина эсемле ҡатын аңлатып бирҙе:
– Нимә, еҫкәнәме? – тине ул. – Оҡшамаймы? Миңә лә оҡшамай. Эсмәйме икән тип, еҫкәнә.
– Ә ниңә, эсеү мотлаҡмы?
– Юҡ. Киләләр ҙә аҡса алалар ҙа юғалалар. Һинең йөҙөңдән күренеп тора.
– Йөҙөмдән нимә күренә? – тип аптыраны Әнүзә.
– Йөҙөң тап-таҙа, бер һырың да юҡ, тимәк, эске менән мауыҡмайһың. Һиңә нисә йәш, утыҙмы?
– Ҡайҙан утыҙ булһын, ҡырҡ һигеҙ йәш миңә.
– Оһо, һиңә бит илле лә юҡ. Әгәр тәртипле генә йөрөһәң, смена һайын уғрыларҙы тотһаң, эш хаҡың артасаҡ, абруйың күтәреләсәк.
– Абруйы үҙҙәренә булһын, аҡсаһы ла ярап тора. Бында ял бирәләрме икән?
– Бирәләр, тик ял һорағандарҙы өнәп бөтмәйҙәр.
– Аңлашылды!
Ике аҙнанан артыҡ ялһыҙ эшләне Әнүзә, ләкин һис тә үкенмәне. Ҡала ауыл түгел шул, бында тәртиптәр бөтөнләй икенсе. Көслөлөр хужа, ә күндәмдәр, Әнүзә һымаҡтар, баш баҫып эшләй. Ғүмер буйы йүгереп йөрөп эшләргә өйрәнгән, артыҡ бер һүҙ әйтмәгән Әнүзә һәр көн эшкә ҡыуанып барҙы. Бер көн хатта икенсе яуаплыраҡ, аҡсалыраҡ эшкә саҡырып килделәр. Әлегә өндәшмәне, бында өйрәнгәйне, етмәһә, улының йәшәгән фатирына барып етеүе ыңғай, бер автобусҡа ултыраһың да, утыҙ-ҡырҡ минут эсендә урында булаһың.
Бер көн ял алды, арыуы еткән икән, унға тиклем йоҡланы, хатта төш күрҙе. Әлеге Илхат ҡаҙҙарын ҡыуалап килеп керҙе. Нимә ти? Тиҙ генә таҙартып бир, ике ҡаҙ үҙеңдеке, тигән була.
– Ә һин ҡаҙ таҙартыуҙың ни икәнен беләһеңме? Тәүҙә үҙең таҙартып күрһәт, йә бисәңде өйрәт! – тине Әнүзә.
– Шашма, еңгә, ҡоторма! – тигән була теге. – Тиҙҙән закон сыға, ауылды ташлап ҡасҡандарҙы, ҡырҙа эшләп йөрөгәндәрҙе, вис кенә йәшәгән ерҙәренә кире һөрәсәктәр, ҡоторғандарын ултыртасаҡтар. Таҙарт ошо ҡаҙҙарҙы, еңгәкәйем, мин һине яҡлап алып ҡалырмын.
– Ағайың, ағайың унда ни хәлдә? – тип һорап ҡына өлгөрҙө Әнүзә.
– Бәй, һиңә өндәшмәнеләрме ни, әтеү әйтмәгәндәр инде, – тип кенә һөйләнде лә юҡҡа сыҡты.
Әнүзә аптыранып уянып китте. Уф, нимә генә булды икән. Хәйер, төшкә ышанып ултырырға, ул алйып барған әбей түгел дә инде. Телефонын барлағайны, әллә ни шылтыратҡан кеше лә юҡ. Үҙе Илхат менән һөйләшкән һымаҡ булды ла ҡуйҙы, асыҡ йөҙ ҙә күрһәтмәне. Сығып китеүе өсөн дә үпкәләгән булғайны шул. Сығып китмәй, үҙе эштән сығарам, тип башланы ла баһа. Ире менән дә шуға телләштеләр. Ауылды ташлап киткәндә, Барый әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы.
– Һине мәңге күрмәһәм дә үкенмәм! – тине ул иҫерек баштан. Ҡайтып күҙемә күренәһе булма, берәү айырылырға булған икән. Минең донъяма бер нимәһеҙ килеп индең, бер нимәһеҙ ҡаласаҡһың. Әгәр һатам тиһәң, һиңә һыңар тәңкә лә эләкмәйәсәк, билләһи, ут төртәм дә яндырам. Белеп тор, миңә был өй кәрәкмәй. Һиңә лә эләкмәйәсәк. Ә мин өйләнәм, йә берәйһенә йортҡа керәм. Минең һымаҡты ҡуш ҡуллап ҡаршы аласаҡтар.
Әнүзә Барый хаҡында нимә генә уйламаһын, кеше араһында яманлап, йөҙөн йыртып йөрөмәне. Бәләкәй генә эшен дә ҙур итеп күрһәтеп маҡтаны. Эй, китә ине уныһы, әллә кем булып. Маҡтамай булмай шул, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткерә.
Нимә генә булды икән, балаларының атаһы иҫән-һау ғына булһын. Йортҡа инәм, тине бит әле. Көтөп торалар, ти һине. Кемгә кәрәгең бар. Ауылда яңғыҙ ҡатындар бар инде барлыҡҡа. Ике йыл элек Мәрхәбәнең ире Рамай ҡапыл ғына үлеп китте. Шуға барып ишек ҡағыуы ихтимал. Былай насар ҡатын түгел, мәрхүм ирен елтерәтеп йөрөтмәһә лә, тота белде. Ә теге Рәүиә менән мөнәсәбәттәре нисек икән. Юҡ Рәүиә быны һанға һуҡмаҫ, элекке ире һымаҡты көтөр. Күрше ауылдан һоратып та килгәндәр шикелле. Нимә тип әйткән әле? Минең мәрхүм ирем һымаҡ ҡалын, һомғол буйлы, яҡты йөҙлө булһа, уйлар инем, тигән. Һоратып йөрөүсеһе ботинкаһын да таҙарта белмәгән, сәсен дә йыумаған, бер асарбаҡҡа оҡшап торған вахтовик икән. Урынында ғына боролоп сыҡҡан да киткән. Туҡта әле, таҙа, һомғол буйлы, тигәнме. Эй, иң матур буйлыһы Барый инде. Эх, унан башҡаны таба алмаҫ. Сара эсә, уны берәү ҙә керетмәйәсәк.
Ҡәйнеше: “Һиңә әйтмәнеләрме ни, еңгә?” – тине, ә бында Әнүзә йоҡонан яҙҙы.
Эшенә барып торҙо ла онотолдо. Етмәһә, кеше күп . Берәүҙе салбар менән тотто. Ҡара әле, үҙенекенең өҫтөнән кейеп алған. Бер-ике ҡат ҡолағына “Әнүзә!” тип меҫкен генә өндәшкәндәре ишетелгәндәй тойолдо. Бушап буламы ней. Кеше ҡарауыллауҙан да ауыры юҡ икән.
– Әнүзә! Әнүзәм!
Ҡатын һиҫкәнде. Тирә-яғына ҡаранды. Бәй, ире түгелме һуң? Барыйы шул. Килеп еткән ана.
Ҡатын йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Үҙенеке бит, яҡын, ҡәҙерле.
–Ниңә килдең?
–Һине алып ҡайтырға.
–Әллә бер-бер хәл булдымы?
–Булманы. Беҙгә ней булһын инде. Әйҙә, һине алырға килдем. Ҡайтаһың. Был һинең эш түгел.
Әнүзә нимә әйтһен инде. Белә шул, уныҡы түгел.
–Хәҙерме?
–Әлбиттә, хәҙер үк.
Улар икәүләшеп сығыр яҡҡа ыңғайланы.
–Ә ауылда эш юҡ бит.
–Ҡаҙ алабыҙ күп итеп. Үҙеңдекен таҙартырһың. Ниңә кешегә таҙартырға тейеш беҙ.
Әнүзәнең ҡолағына ҡаҙ бәпкәләре сипылдашҡаны ишетелгәндәй булды.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: