Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәүе еңелерәк булып ҡалды

Был ауыртыуҙы һүҙҙәр менән аңлатып та булмай! Ул физик ауыртыу түгел, ә йән ауыртыуы. Шул тиклем ыҙаланым!..

Йәшәүе еңелерәк булып ҡалды
Йәшәүе еңелерәк булып ҡалды

Ауыр хәлдә дауаханаға эләктем. Хәлем яҡшырмай реанимацияға һалдылар. Тиҙҙән операция яһарға алып киттеләр. Уның барышында йөрәгем бер-ике секундҡа ғына туҡтаған. Шул арала күрәһең йәнемде күрҙем. Мин тәнемде, врачтарҙы ҡарап торҙом да, осоп киттем. Юҡ, бер ниндәй ҙә тоннель да, яҡтылыҡ та, башҡаһы ла булманы. Ниндәйҙер ҡараңғылыҡта эленеп ҡалдым. Тамуҡ икәнен аңланым. Тик бында утлы ҡаҙандар ҙа, кешеләрҙе язалауҙы ла күрмәнем. Тик – мин һәм ҡараңғылыҡ. Һәм күҙ алдыма ҡылған гонаһтарым килә башланы. Уларҙан мин шул тиклем ныҡ ауыртыу кисерҙем! Был ауыртыуҙы һүҙҙәр менән аңлатып та булмай! Ул физик ауыртыу түгел, ә йән ауыртыуы. Шул тиклем ыҙаланым!

Шул саҡ ҡайҙандыр: “Тәүбәгә килмәһәң, мәңге ошо ауыртыуҙы тоясаҡһың!”-тигән тауыш ишеттем.

Был хәлдән ярты йыл ваҡыт үтте. Табиптар мине көскә ҡотҡарып ҡалды. Әлегә дингә баҫмаһам да, насарлыҡ эшләмәҫкә тырышам. Быға тиклем талашҡан-үпкәләшкән кешеләрҙән (һәр саҡ мин ғәйепле булмаһам да) ғәфү үтендем. Кеше һөйләмәйем. Башҡалар кемделер тикшерә-һөйләй башлаһа, ул ерҙән китергә тырышам йәки һүҙҙе икенсегә борам. Йәшәүе, хатта тын алыуы күпкә еңел булып ҡалды.

Ф.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: