Ысынлап, ялан киңлектәренә бай төйәк. Наҙлыҡай боланкүҙе сәскәләре йәйгеһен ҡаплап ала тирә-йүнде. Күрһәгеҙ хозурлығын. Өйләнешкән парҙарҙың туй фотоларын ҡараһаң, йәш кәләштәр ҡулында тик ошо мөхәббәт гөлләмәһе. Кемдәр йәйгеһен тормош ҡора, әлбиттә. Тик Сәкинә генә ҡулына тота алманы һөйөү сәскәләрен...
..."Оҙаҡ йөрөнөң? Кем менән булдың? Кем ул?!" Бындай аңлашылмаған һүҙҙәрҙе төшөндә түгел, өнөндә ишетермен тип уйламаны үҫмер ҡыҙ. Ун алтыһы тулып еләк кенә сағында яуҙы улар. Әйтерһең, был минуттарҙа атаһын алмаштырып ҡуялар. Танырлыҡ түгел. Мәктәптән, дәрестән, урамдағы уйындан һуң бер минут һуңлап ҡайтырға ярамай. Өйҙә дауыл ҡуптара. Әсәкәйенең "Ҡуй, Дауыт, әҙәпһеҙләнмә, матур һөйләш", тиеүҙәре, ҡанын ғына ҡыҙҙыра ине ир кешенең. Бер нимә аңламаған йәш бала илап йоҡлап китә.
- Ярай, башҡа улай ҡыланмам. Ғәфү итегеҙ, - тип тубыҡланып, күңеле алйып туҡтағас ғына тыныслыҡ килә өйгә. Нимә өсөн ғәфү үтенгәнен аңламай үтте ун алты, ун ете йәшлек саҡтары.
...Ун һигеҙе тулды Сәкинәнең, мәктәп йылдары тамамланды. Төнгө уйындарға ошо йәшенә етеп бер ҙә сыҡҡаны булманы. Шәмбе кисе етһә йәш күңеле дәртләнеп, уй-хистәргә бирелеп, илап йоҡлап китер ине. Өлкән кластарҙа йәштәш ҡыҙҙары килә, тәҙрә төбөндә исемләп ҡысҡырып торалар. Әрһеҙләшеп, оҙаҡ китмәй һағалайҙар йоҡо бүлмәһенең тәҙрәһен. Сыҡманы. Атаһы ҡыуып ебәрер ине. Был мәсьәлә һәр ваҡыт ҡаты, ауыр йоҙаҡлы бик аҫтында булды.
- Нишләп атайым ҡотора башлай? Урамға сығыу ғазапҡа әйләнә, ни өсөн, әсәкәйем? - тигән һорауға бер ҡасан яуап булманы. Ғәжәп, әсәһенең йылы ҡосағына һыйынғанда йылылыҡ тапманы Сәкинә. Янбаш тирәләре ҡуҙғалып ҡуя ине әсәһенең. Төпсөнөп һорарға ҡыйманы.
...Атай-әсәһе колхозда эшләне. Матур ғына йәшәп яттылар. Мәктәптә яҡшы уҡыны ҡыҙ кеше. Инглиз теле генә бирешмәне уҡыусыға - Фәриҙә Айрат ҡыҙы «өслө» ҡуйҙы. Эй, тырыша инде, ҡағиҙәләрҙе ятлай. Әйтелеше дөрөҫ түгел, йә башҡаһы, сәбәбен табып торҙо уҡытыусы. Яратманы ла ҡуйҙы шул фәнде .Ҡалғандарынан тик бишлеләр теҙелеп йылмайҙы.
...Өфө! Баш ҡала! Унынсы класты тамамлағас әсәһе, атаһы менән ҡалаға бергәләп юлландылар. Матур кейем һатып алыу, ауылдан ситкә сығып китеү күңелен елкендерә генә. Тырышып уҡырға кәрәк, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын. Класс етәксеһе Ильмира Марат ҡыҙы: "Сәкинә, һин йомробаш, ышанам, ҡыҙыл дипломға тамамлаясаҡһың", - тип әйтте бит. Шуға тырышырға, белемгә баш-тояҡ менән инеп китергә кәрәк.
Тик әсәһе генә нишләптер күңелһеҙ. Атаһы киреһенсә, яғымлы һөйләшә. Библиотекарь һөнәренә уҡыу Сәкинәнең теләге түгел. Атаһы һайланы: "Уҡыуыңды тамамлау менән ауылға ҡайтаһың, беҙҙең эргәлә ҡалаһың."
Аптырыуы Сәкинәнең баштан ашҡан. Аңлай, әлбиттә, атай-әсәй ғәзиз балаһын ҡурсаларға тейеш. Тик ул хәтлем түгел инде барыбер. Бер аҙым айырым үҙенә атларға ярамай. Теләгеңде тыңлаған кеше юҡ. Бәлки, актриса булырға хыялланалыр. Көслө, уйсан образлы ғына ролдәр уйнар ине Сәкинә. Ҡыҙсыҡ өсөн барыһын алдан күҙаллап ҡуйғандар шул.
Өлгөргәнлек аттестаты матур билдәләр менән «бейеп» торғас, уҡырға еңел инде. Дөйөм ятаҡ бүлмәһенә кәрәк-ярағын йүгереп ташынылар. Атаһы бүлмәләш ҡыҙҙары менән дорфа һөйләшеп оятҡа ҡалдырҙы. Дәрестән һуң тик бүлмәлә ултырырға тейештәр. Егеттәргә күҙ һалмаҫҡа. Аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөргә.
Ярай, юлдан, арығандыр, тип аңлатыр әле Сәкинә.
Шундай уйҙар менән сыуалғанда әсәһе менән икеһе генә ҡалдылар бүлмәлә. Ҡотһоҙ бүлмә. Буяу алып иҙәндәрен буярға әллә? Атаһы комендант менән яҡындараҡ танышырға сығып китте.
Бүлмәләш Белорет ҡыҙҙары яҡындағы баҙарға фотоға төшөргә сығып йүгерҙеләр.
- Сәкинә, ултыр әле, яныма. - Әсәһенең ҡыҙғаныс тауышын ишетеп терт итеп ҡалды.
- Әү ,әсәй!..
- Ю-уҡ, ишетергә теләмәйем. Әсәй! Кәрәкмәй...
Ялбыр сәсле, ғәмһеҙ уйлы, бәхетле генә Сәкинәне уҡырға оҙата килгән әсәһе утҡа һалып ҡайтып китте. Барыһы ла үҙ урынына ултырҙы хәҙер.
...Ике көн генә уҡып, был донъяның ауырлығын, шатлығын, ашаҡлап сығыр юлдарын сисмәгән йәш баланың кәүҙәһен генә алып ҡайттылар Тимәнгә. Тимән - ҙур ауыл иҫәпләнә. Дүрт йөҙҙән артыҡ кеше йәшәй. Туйҙар, ҡунағы, үлем хәбәрҙәре булып тора. Оло кеше үлеп китһә, йәшәгәнен йәшәгән, тип тынысланалар. Ә бына йәш балалар мәңгелек донъяға китһә бигерәк аяныслы. Сәкинәне бөтә ауыл илап оҙатты. Ер-һыу иланы. Күкрәп ямғыр яуҙы. Ап-аҡ ефәк күлдәктә күмделәр йәш, саф ҡыҙ баланы. Туғандары күп, еңел машиналар ике урамды ҡапланы. Күңелле мәжлестәргә генә йыйылырға ла бит. Ни хәлдәр итмәк кәрәк? Ер йөҙөндә ни саҡлы тыуым бар, шунса артынан үлем килә, тиҙәр.
...Сәкинәнең әсәһе, Тәскирә апайҙың сере шунан ғибәрәт ине.
- Ҡыҙым, мин дә һинең кеүек дарҫлап торған йәш йөрәк менән ҡасандыр баш ҡалаға уҡырға килдем. Ауылдан, колхозник балаһының медицина училищеһына уҡырға кереүе –үҙе бер ҙур уңыш. Әхирәтем Зилә менән тырышып уҡып киттек. Ауылға, айына бер тапҡыр ҡайтып йөрөнөк. Дуҫлашҡан, йәрәшкән егеттәребеҙ булмағас, Өфөлә бик күңелле ине. Юҡ аҡса менән баш ҡаланың урамдарын, кибеттәрен атлап түгел, осоп уҙа инек. Кемдең егете бар, аҙна һайын ауылдарына ҡайттылар. Стипендия аҙ тип торманылар. Йәшлек, ни хәл итәһең. Һағыныуҙан кем азат....
Зилә әхирәтем менән кистәрен саф һауа алмаштырып, ял итеп керә инек. Йәйме, ҡышмы, уйлап тороу юҡ. Ошо «саф һауа» харап итте лә инде...
Беҙҙең ятаҡ эргәһендә бик күп башҡа ятаҡтар теҙелгән. Иң яҡынында төҙөүселәр йәшәне. Һәр ваҡыт бер юлдан уҙып йөрөгәс танып-белеп бөтәһең. Алсаҡ егеттәр менән таныштыҡ бер кис. Зилә әхирәтем Илдар менән, ә мин Ғәфүр менән дуҫлашыҡ. Кеше ҡарбуз түгел балам, ярып ҡарап булмай. Илдарҙың егерме бер йәшен егеттәр үҙ бүлмәһендә үткәрергә булдылар. Еңелсә генә табын ҡороп. Әлбиттә, беҙ ҡаршы булдыҡ. Ун һигеҙебеҙ тулып ҡына килә. Донъя йүнләп күрмәгәнбеҙ, әкренләп ризалаштыҡ шул.
Тәүҙә табын матур барҙы. Тортлап сәй эстек. Кумирыбыҙ Юрий Шатуновтың йырҙарына бейенек. Йондоҙ булып атҡан мәле генә. Спиртлы эсемлектәр булманы. Әллә беҙ һиҙмәнек... Нишләптер егеттәребеҙ йомола барҙылар.
Киске туғыҙҙар тирәһендә ҡайтырға булдыҡ. Һуңлап ҡайтһаң комендант апай индермәй, йә уҡытыу мастерына хәбәр итә. Был тәртипте йәштәр белә. Сәғәтте иҫәпләп, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ.
Әсәһенең, һалҡын ҡараш менән тынып ҡалыуынан ҡурҡты Сәкинә.
- Шунан, әсәй?
- Мәсхәрәләнеләр, балам, беҙҙе. Ике көн сығармай тоттолар ятаҡтан. Ошо хәлдән һуң икебеҙ ҙә ауырға ҡалдыҡ. Уҡыуҙан ҡыуылдыҡ. Йәшлек йүләрлеге. Ҡурҡтыҡ шул. Дөрөҫөн, ғәрләнеп һөйләмәнек. Ныҡ ҡурҡтыҡ. Уйнашсы, аҫтыртын ҡыҙҙар исемен алдыҡ. Зилә Салауат ҡалаһына сығып китте. Апаһына һыйынды. Нисектер балаһын тапманы ул. Үле тыуҙы, - тинеләр.
- Мин шул баламы, шул хәлдәрҙән, әсәй?..
- Эйе. Ҡорһағым беленә башлаған ине, атайыңды осраттым. Үпкәләмә уға. Ихлас яратты ул мине. Һине үҙ балаһындай ярата. Бик ҡаты тотоуы - һине һаҡлауҙан. Сәскә кеүек сағыңды өҙөп ҡуймаһындар, тей. Һаҡ бул, балам. Кешегә ышанма. Бүлмәңдән дә сыҡма.
Үҙенсә, әсәй кеше бик ныҡ аҡыл өйрәтеп ҡайтып китте. Тик кеше түгел, үҙе етте ғәзиз балаһының башына.
...Аҙағын уйларға кәрәк тә бит. Бала күңеле быяла, һаҡһыҙ ҡағылһаң ярыла. Өфөлдәтеп үҫтергән Сәкинә генә күтәрә алманы был серҙе.
- Әсәкәйем, ниңә генә һөйләнең? Кәрәкмәй ине... бит...
Римма Ғәлиәхмәтова-Саньярова.