Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тик күрергә ине...

Яман ғәҙәттәр менән артыҡ булышмаған, аҡса эшләгән, донъяһын көткән, ял көнөндә диванда ғына аунап ятмаған, ә балалары менән уйнаған, аралашҡан, ҡатыны менән төрлө урындарға йөрөгән, атаһын-әсәһен ҡәҙер иткән, ҡатынының туғандарына ҡапланмаған, үҙ туғандарын да ҡәҙер иткән ир кәрәк ине...

Тик күрергә ине...
Тик күрергә ине...

Уйынлы – ысынлы

Хөрмәтле ҡыҙҙар, апайҙар-еңгәйҙәр!

Минең һеҙгә бер үтенес бар ине! Бына хәҙер “ысын ир-егет” ти ҙә яҙалар, шуға бәйле үтенесем.

Яман ғәҙәттәр менән артыҡ булышмаған, аҡса эшләгән, донъяһын көткән, ял көнөндә диванда ғына аунап ятмаған, ә балалары менән уйнаған, аралашҡан, ҡатыны менән төрлө урындарға йөрөгән, атаһын-әсәһен ҡәҙер иткән, ҡатынының туғандарына ҡапланмаған, үҙ туғандарын да ҡәҙер иткән ир кәрәк ине.

Онотҡанмын! Тағы ла ҡырынһын-йыуынһын, өҫтөн тәрбиәләп тотһон, балалар алдында һүгенмәһен.

Әәә, иң мөһиме онотолған – башҡа ирҙәр менән бергә йыйылып ғәйбәт һөйләмәһен, ҡатындар янында ғәйбәт тыңлап ултырып, уны артабан таратмаһын. Әйтер һүҙен күҙгә ҡарап әйтә белһен, аҫтыртын рәүештә ошаҡ ташып, хужаларға ярап йөрөмәһен.

Әшәке әҙәмдәрҙе йомарлап алып, забор аша алып ташларға көсө булһын. Сүкеш-көрәк тә, кәрәк икән автомат та тота белһен, ил һаҡлауҙы, диванға ятып алып башҡаларға япһармаһын.

Ҡосаҡлағанында һөйәктәр шытырлап китерлек булһын! Эх!..

Юҡ-юҡ, ир эҙләмәйем мин! Бына яҙып үткән сифаттарға эйә булған, исмаһам, бер генә бөртөк шундай ирҙе күрер генә кәрәк ине. Бер генә бөртөк шундай ысын ирҙе күрһәм, тимәк, тормош дауам итә. Күрһәтегеҙ әле, зинһар, шундай ирҙе!

Д.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: