Күңел түренән
Ни өсөн һеҙ – ир-егеттәр шундай ҡаты бәғерле булаһығыҙ ул?! Ни тиклем “яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым” тигән һүҙҙәр яңғыратһағыҙ ҙа, һеҙгә ышанырға ярамай!
“Беҙҙең һөйөүебеҙ мәңгелек!” тинең. Мин ышандым. Һинән башҡаны бер кемде уйлай алманым. Ата-әсәйемде лә, туғандарымды ла, әхирәттәремде лә оноттом. Тик – һин! Башҡа бер кем кәрәкмәй! Тиҙҙән туй буласаҡ тигән һүҙҙәреңә ышанып, бергә йәшәй башланыҡ. Икебеҙ ҙә бер үк ваҡытта эштән ҡайтабыҙ. Һин диванға барып аунайһың, мин ашарға бешерәм. Макарон әҙерләргә ярамай һиңә, барыһы ла итле, тәмле булырға тейеш. Көн аша төрлө бәлеш. Юҡ, быларҙың барыһын да әҙерләүе ҡыйын түгел миңә. Һөйгәнемә тип ҡанатланып ҡайтып, барыһын да эшләнем, бешерҙем, өлгөрҙөм. Хәҙер уйлайым, эштән ҡайтып киске ашты бергәләшеп бешереп, бергә-бергә ултырып ашаһаҡ, мөнәсәбәттәребеҙ ныҡлы булыр ине. Ә һин мин бешергән тәмле ризыҡты рәхмәт тә әйтмәй компьютер алдында ашаның. Яланғас ҡыҙҙарҙы ҡарап, “Күрәһеңме, уның ирене, күкрәге... ниндәй”,-тип сит ҡыҙҙарҙы маҡтарға ла оялманың. Шул тиклем һуҡыр булғаныма йәнем көйә. Һин төшөргән валсыҡтарҙы яныңда тубыҡланып йыйып йөрөнөм бит. Ә һин миңә ҡарап “Мин солтан” тип һаһылдап көлдөң йә “Кит әле бынан, киноны йәмһеҙләп йөрөйһөң!” тип ҡыуҙың.
Барыбер түҙҙем. Һин йоҡлап китһәң, яныңда һиңә текләп ултырыр инем. Бар эш хаҡымды һиңә бирҙем. Ә һин уларҙы икенсе бисәләргә тотоноп йөрөгәнһең икән. Быны миңә һинең дуҫың әйтте. “Шул тиклем сепрәкбаш булырға ярамай ҙа инде, ҡайҙа ғорурлығың? Уның күләгәһенә әүерелгәнһең бит!”-тине ул.
Күҙҙәрем шунда ла асылманы. Ә бер көн эштән ҡайтҡанда һин минең ап-аҡ япмамда икенсе менән ята инең. Минең күҙ йәштәремә иғтибар ҙа бирмәй: “Нимә иртә ҡайттың?! Бар сығып йөрөп кил!”-тип аҡырҙың. Беҙҙең фатирҙан сығып киткән йәш ҡатынды таныным мин. Эйе, ул бик һылыу. Тик ул бит кейәүҙә! Балаһы бар!
Ни эшләйһегеҙ һеҙ, ирҙәр!? Янығыҙҙа һеҙҙең өсөн йәнен бирергә әҙер булған ҡыҙҙар ни өсөн ҡәҙерле түгел һеҙгә?!
Минең туҡтауһыҙ илауымды күреп һин мине ҡыуып ҡайтарҙың. Ә мин һаман илайым. Тормошомдоң бер мәғәнәһе лә ҡалманы хәҙер...
Ә.