Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Нимәнән арыйһығыҙ ул?

Ярай, йүнләп ашарға әҙерләй белһә. Уныһы ла юҡ бит...

Нимәнән арыйһығыҙ ул?
Нимәнән арыйһығыҙ ул?

Өй эшендә ярҙам һораған ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңламайым. Эштән арып ҡайтаһың. Бар теләк – диванға йығылырға һәм ял итергә. Юҡ, башлана! Балаҫты ҡағып индер, бала менән йөрөп кил, магазинға барырға кәрәк, диванды (нәҡ мин ятҡанын) урынынан шылдыр һ.б.һ.б. Һуң, хөрмәтле ҡатындар! Әгәр һин эшләмәй өйҙә ултыраһың икән, аҡса табып ҡайтҡан иреңә ял итергә мөмкинселек бирергә була бит. Ул үҙе көнө буйы өйҙә нимә эшләп ултырған? Ярай, йүнләп ашарға әҙерләй белһә. Уныһы ла юҡ бит.

Беҙ – өс дуҫ. Беребеҙҙең дә ҡатыны эшләмәй һәм һәр кемебеҙҙе һәр кис ошо картина көтә. Шуға күрә ял көндәре етһә, барыбыҙ ҙа өйҙән һыпыртыу яғын ҡарайбыҙ. Йома кис сығып китәбеҙ ҙә, йәкшәмбе ҡайтабыҙ. Исмаһам, ҡырҙа өйҙән ял итәбеҙ. Шулай булғас, уйланығыҙ, ҡатындар!

Таһир.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: