Бөтә яңылыҡтар

Ырғыһаң - ырғы ла!

Тәҙрә төбөнә баҫып торған ир был һүҙҙәргә бик үсекте. Ул фатирына кире инеп китте, ә бер минуттан дуҫымды туҡмар өсөн подъездан йүгереп килеп сыҡты...

Көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Дуҫым менән байрамдар ваҡытында ҙурыраҡ ҡалаға барып ял итергә яратабыҙ. Унда төнгө клубтар ҙа етерлек, төрлө концерттарға инергә була. Шулай, ҡайта торған көндө бер кафела ултырабыҙ. Ҡараһаҡ, ҡаршылағы 9 ҡатлы йорт алдына кеше йыйылып киткән. Беҙ нимә булғанын белер өсөн тышҡа сыҡтыҡ. Ҡараһаҡ, бер кеше бишенсе ҡаттан ырғырға тора. Беҙ ҙә нимә булыр икән, тип ҡатып ҡалдыҡ. Аҫта ирҙең ҡатыны илай-илай “ырғыма” тип ялбара. Саҡыртҡан ҡотҡарыусылары ла һаман килеп етмәй. Шул саҡ минең дуҫым һүгенеп тороп: ”Ҡаҡшаттың! Ырғыһаң – ырғы ла!” тип ҡысҡырҙы. Тәҙрә төбөнә баҫып торған ир был һүҙҙәргә бик үсекте. Ул фатирына кире инеп китте, ә бер минуттан дуҫымды туҡмар өсөн подъездан йүгереп килеп сыҡты. Саҡ ҡасып ҡотолдоҡ. Уның ҡарауы ир үҙен үлтереү тураһында түгел, ә беҙҙе туҡмау уйы менән генә яна ине.

Н.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: