Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла бер мәлдә емерелде

Һеңлемде ҡыуырға кәрәк

Бөгөн минең өсөн бар донъя емерелде. Йәшәгем дә килмәй хатта!

Эш шунда: бөгөн эштән алдараҡ ҡайттым, тешем һыҙлап һәм иремде бер туған һеңлем менән түшәктә тоттом. Ер ярылды минең өсөн! Ирем себерҙә эшләй, әле ялда. Һеңлем училищела уҡый, беҙҙә йәшәй. Ятаҡта ятмаһын тип үҙем алып ҡайтҡайным. Беренсе мәртәбә булды тип икеһе лә ант бирһә лә, ышанмайым. Хәҙер хәтеремә төшә башланы. Һеңлем мунсала саҡта ирем кәртәгә сығып китә лә, оҙаҡ йөрөп инә. Ҡунаҡтарҙан һуң мин алдараҡ ятып йоҡлаһам да, улар икәүләшеп оҙаҡ ҡына кухняла ултыра. Йәйгеһен икәүһен генә күпме мәртәбә миндеккә лә, муйылға ла ебәрҙем. Нисек йәшәргә хәҙер?! Атай менән әсәйгә был оятһыҙлыҡ хаҡында әйтә алмайым. Йөрәктәре күтәрмәҫ. Ә ҡыуып сығарһам һеңлемде ҡыш көнө – быны нисек аңлатырмын?

Апайҙар, инәйҙәр, зинһар, кәңәш бирегеҙ. Миңә – 21, һеңлемә 19 йәш. Ирем минән өлкән. Уға 30 йәш тулды. Балабыҙ юҡ әле. Әллә айырылып ситкә сығып китергәме икән?

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: