Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

НИ ЭШЛӘРГӘ ИКӘН?

Баш юғалтыр мөхәббәт-һөйөү юҡмы ни?..

Яратмаған кешегә кейәүгә сыҡтым. Әсәйемдең, апайҙарымдың өгөтөнә бирелдем. “Аҡсаны яҡшы эшләй, эсмәй-тартмай, йорто, машинаһы бар. Кемде көтәһең һин?! Берәй алкаштымы?!” тигәндәренә бирелдем.

Ә бит мин үҙем дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Юғары белемем, яҡшы эшем бар. Аҡсаны әрәм-шәрәм итмәй, йыйып та барғайным. Биш йыл йәшәйбеҙ. Ҡыҙыбыҙға 4 йәш туласаҡ. Әммә бала ла минең күңелде иретә алманы. Яратмайым иремде! Уның миңә ҡағылыуы ла ытырғаныу уята. Өйләнешкәс, бер бүлмәгә япҡастар, барыһы ла булғас, урамға сығып иланым. Ятып иланым. Әллә ниндәй ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Һәм шул тойғо биш йыл үтмәй. Түҙмәй иремә “мин һине яратмайым” тинем. Ул “Ә кемде яратаһың?” тип һораны. “Бер кемде лә” тейем. Ул “Шулай булғас нимә аптыранаң, яратыу юҡ бит ул. Бер-береңде ихтирам итһәң, шул етә. Мин дә мөхәббәткә ышанмайым” тине.

Бына һиңә мә! Исмаһам ул мине ярата тип уйлай инем. “Ниңә өйләндең миңә?” тип һорағас “Һин бар яҡтан да миңә тура килә инең, шуға” ти. Баш юғалтыр мөхәббәт-һөйөү юҡмы ни? Минең әхирәтем ирен ҡыҙғана, уныһы ла ҡыҙғана, бер-береһе тип үлеп баралар. Ә беҙ робот кеүек йәшәйбеҙ. Бына барыһы ла бар, ә йылылыҡ та юҡ. Әллә айырылырғамы икән?

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: