Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дөрөҫөн нисек белергә?

Бер төн ошолар хаҡында уйланып яттым да, паспортын ҡарарға булдым. Кеҫәһен ҡарай башлағайным, балдағы килеп сыҡты.

Һөйгәнем менән танышҡас, ул миңә килеп йәшәй башланы. Барыһы ла яҡшы. Мин яратам уны, ул да мине яратҡан кеүек. Тик ул эш буйынса тип йыш командировкаға китә. Шундай саҡтарҙа минең менән телефондан машинаһынан ғына һөйләшә. Видеозвоноктарҙы бөтөнләй алмай. Быларҙы ул эш күплеге менән аңлата.

Бер төн ошолар хаҡында уйланып яттым да, паспортын ҡарарға булдым. Кеҫәһен ҡарай башлағайным, балдағы килеп сыҡты. Шунда уҡ уятып һорай башланым. “Һин бит өйләнгәнһең!” тием. Ул ҡыҙып китте. Уның кеҫәһен тикшереүҙә ғәйепләне. Ә балдаҡты бер нисә йыл элек өйләнгән булыуы, унан айырылыуы, шуға күрә туй балдағын кеҫәһендә йөрөтөүе менән аңлатты. “Миңә ышанмағас, һинең менән йәшәй алмайым!”-тип сығып китте.

Ә миңә ныҡ ҡыйын. Һағынам уны. Бәлки, туй балдағы ысынлап та хәтер булараҡ ҡына йөрөгәндер кеҫәһендә? Нисек дөрөҫөн белергә икән? Ул ситтән килгән, туғандарын да, дуҫтарын да белмәйем. Һәр саҡ фатирҙа ғына була торғайныҡ, бер ҡайҙа сығып йөрөмәй инек. Социаль селтәрҙәрҙә лә һөйгәнем бөтөнләй юҡ. Ундай нәмәне бөтөнләй яратмайым ти ине.

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: