+17 °С
Болотло
Яңы йыл алдынан ирем менән ныҡ ҡына талаштыҡ. Ул сығып китте. Эш айырылышыуға барып етте. Күрешмәһәк тә, телефон аша көн дә әрләшәбеҙ.
Әсәйем: “Бала һеҙҙең туҡтауһыҙ талашҡанды күрергә тейеш түгел”,-тип, ҡыҙымды алып ҡайтып китте. Яңы йыл төнөн бер үҙем ҡаршы алдым. 1 ғинуарҙа кәйефһеҙ, илап килеп уяндым. Шыршы эргәһенән үтеп барған саҡта, бер матур ғына ҡумтаны күреп ҡалдым. Эсендә балдаҡ һәм “Мин яратам һине!”-тигән яҙыу. Шунда уҡ иремә шылтыраттым. Яраштыҡ. 1 ғинуарҙа Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Ошонан һуң бер талашҡанбыҙ юҡ (күҙ теймәһен). Тик асҡысы булмауға ҡарамаҫтан, бикле фатирға инеп, нисек һәм ҡайһы ваҡытта бүләкте һалып сыҡҡанын әле лә әйтмәй.
Г.