Бөтә яңылыҡтар

Бәхетемде юҡҡа сығарҙы

 Дуҫ шунда уҡ таныған. Минең ҡатынды ла, беҙҙең бүлмәне лә. Ошо ҙур карауатты йоҡо бүлмәһенә дуҫым индерешеп йөрөгәйне...

Ҡатының йөрөй” тигәндә ышанманым. Сөнки беҙҙең барыһы ла һәйбәт, ике балабыҙ бар. Себерҙә эшләп ике ҡатлы йорт һатып алдым, машинаны ике йыл һайын алмаштырам. Унда күберәк ҡатын йөрөй, сөнки мин эштә. Ә өйҙә эшләр өсөн әрһеҙ Нивам бар.

Дуҫымдың ҡустыһы “Башкирия” кафеһында йәш ҡатындар менән танышыуын, унан шуларҙың береһенең йортонда уянып китеүен һөйләгән. “Бер нәмә лә иҫләмәйем. Но янда ятҡан бисә матур булғас, тынысландым. Иҙәндә асыҡ ултырған шарапты алып һемерҙем дә, теге ҡатынды ҡыҙыҡ күреп фотоға төшөрөп алдым”, тип дуҫҡа күрһәткән.

Дуҫ шунда уҡ таныған. Минең ҡатынды ла, беҙҙең бүлмәне лә. Ошо ҙур карауатты йоҡо бүлмәһенә дуҫым индерешеп йөрөгәйне. Мин ҡайтҡас вис һөйләп бирҙе, фотоларҙы күрһәтте. “барма себергә, һин, братан, унда үлә яҙып эшләйһең, ә ҡатының!..”

Һөйләштек ҡатын менән. Унан алда туғандарҙың ҡатындың йөрөгәне тураһында иҫкәртеүҙәре вис ысын булған. “Айрылырға уйлаһаң, айырылайыҡ. Тик донъяны икегә бүләбеҙ. Ҡыҙҙарҙың береһе һинең менән, береһе минең менән ҡалыр” тине. Үлтергем килһә лә, тыйылдым көскә. Сөнки бер һуҡһам, үлтерә һуғырмын тип ҡурҡтым.

Нисек мин ҡыҙҙарымды бүләйем? 12 йәштәге өлкән ҡыҙым барыһын да аңлай. “Атай, ташлама беҙҙе”, тип илай. Ә ҡатын минең барыһын да белеүемде һәм скандал сығармауымды уйнашлыҡҡа рөхсәт тип ҡабул итте шикелле. Хәҙер әйтеп тә тормай сығып китеп юғала таңға тиклем. Тиҙҙән себергә китергә тағы. Айырылып китергәме икән? Анон.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: